27.06.2015
113-кә лә күп ҡалманы
Үҙенең сикһеҙ таланты, ихласлығы, таҙа күңеле менән күптәрҙе әсир иткән актриса бөгөн дә театр сәхнәһендә яңы образдар менән сығыш яһай. Һәр көнгә сабыйҙарса шатланып йәшәгән был ханым ҡояш кеүек яҡты нур сәсә. Күптән түгел 65 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы халыҡ артисында йәштәрҙе көнләштерерлек энергия, көс-ҡеүәт һәм дәрт урғыла. Бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Рәмилә Сәлимгәрәева.
– Йәмле йәйҙе, ялды һәм матур юбилейығыҙҙы ниндәй уй-ниәттәр, хыялдар менән ҡаршы алдығыҙ?
– Һуңғы йылдарҙа йәшемә иғтибар итмәйенсә, һәр көнгә шатланып, минең әле барыһы ла алда, тигән өмөтлө һәм яҡты уйҙар менән ғүмер итәм. 50 йәшлек бенефисымды үткәргән ваҡытта, 113 йәшкә тиклем йәшәйем, тип иғлан иткәйнем, был уйымдан кире ҡайтҡаным юҡ. Һәр сәғәттән, көндән ләззәт, кинәнес, рәхәтлек алып йәшәйем һәм бер генә минут ваҡытымды ла әрәмгә үткәрмәҫкә тырышам. Бөгөнгө йәшәгән көнөбөҙ – тиҙлек ваҡыты. Ҡыҙым Айһылыу Башҡортостандан ситтә йәшәү сәбәпле, мәжбүри рәүештә заман технологияларын ҡулланырға өйрәндем. Интернетта төрлө сайттарҙа теркәлгәнмен, скайп, видиошылтыратыуҙарҙы әллә ҡасан уҡ үҙләштерҙем.
Мин тормоштан уңдым, ғүмерем буйы һәйбәт кешеләр генә тап булып торҙо. Шуға күрә, үҙемде даланлы кеше тип иҫәпләйем һәм бәхетле йәшәйем.
– Бала саҡ, мәктәп йылдары хәтерегеҙҙә нисек һаҡлана?
– Бала саҡта күреү һәләтен юғалтҡанмын, бәлки шуғалыр ҙа тойомлау хисе көслө булды. Хатта әсәйемдең ҡарынында ятҡан саҡта уҡ үҙемдең артист булырымды белдем кеүек. Хәҙер ҙә күп осраҡта кешеләрҙең нимә эшләрен, фекерен алдан һиҙемләйем. Үҙемдең яҙмышымды ла алдан күргән осраҡтар булды. Мәҫәлән, кейәүгә сыҡҡан саҡта уҡ ирем менән оҙаҡ йәшәй алмаҫымды белдем. Әммә мөхәббәт хисе көслө ине, яҙмышыма ҡаршы барырға теләмәнем.
Атайымдың аккордеоны була торғайны (уға уны өләсәйемдәр һыйырын һатып алып биргән), һуғышта яраланып ҡайтҡан сулаҡ ҡулы менән үҙәкте өҙҙөрөп уйнаны. Минең дә уның кеүек уйнағым килә ине, көсөм самалы булғанлыҡтан, уйнарға яҙманы.
Мәктәпкә барған йылда ғына яйлап күрә башланым. Донъяның матурлығына һоҡланып, ғәжәпләнеп, шатланып йәшәр мөмкинлек булды. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, күрше рус ауылында уҡыным. Театр факультетын тамамлағас, бәхетле яҙмышым мине Сибай башҡорт дәүләт драма театрына алып барҙы. Ә унда сәнғәт әһелдәре генә түгел, бар халыҡ саф, таҙа, йомшаҡ итеп башҡорт телендә һөйләшә. Уларға эйәреп, мин бар көсөмдө, фиғелемде биреп, тырышып-тырышып үҙ телемдең нескәлектәрен өйрәндем. Минеңсә, бары тик юғары мәҙәниәткә эйә булған кеше генә әсә телендә матур һөйләшә.
Тағы ла, 5-се класты тамамлаған йылда, атайым мине Өфөгә, хореография училищеһына алып килде. Сәнғәт училищеһы тип, хореография һүҙенең мәғәнәһен дә аңламайынса килгән атайым, уҡытыусыларҙың мине аяҡтарымды күтәртеп, һикертеп, эйелдереп-бөгөлдөрөп төрлө күнегеүҙәр эшләтеүҙәрен ҡарап ултырҙы ла, бот һикертеп йөрөтөргә ҡыҙ үҫтермәнем тип, ауылға кире алып ҡайтып китте. Сәнғәт институтына уҡырға килгәс, бейеү дәрестәрен алып барыусы данлыҡлы балерина Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина мине аяҡтарыма ҡарап таныны. “Ниңә училищеға уҡырға килмәнең, һин бейеүсе булырға тейеш инең”, – тип әрләп алды.
– Еңел түгел, уларҙың һәр береһендә кеше яҙмышы, булмышы ята. Шуғалыр ҙа образдарҙы ыҙаланып, бәпәй тапҡандағы кеүек кисерештәр менән сәхнәгә сығарам. Тамашасы һәр сығышымда яңылыҡ, асыш күрһен өсөн ҡабатланмаҫҡа һәм ҡабатламаҫҡа тырышам. Күңелем тулы ижад ниғмәттәре ята, маҡсатым – уларҙы түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткереү.
– Ролдәрҙе сәхнәгә сығарыу ауырмы?
– Еңел түгел, уларҙың һәр береһендә кеше яҙмышы, булмышы ята. Шуғалыр ҙа образдарҙы ыҙаланып, бәпәй тапҡандағы кеүек кисерештәр менән сәхнәгә сығарам. Тамашасы һәр сығышымда яңылыҡ, асыш күрһен өсөн ҡабатланмаҫҡа һәм ҡабатламаҫҡа тырышам. Күңелем тулы ижад ниғмәттәре ята, маҡсатым – уларҙы түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткереү.
Уҡыған ваҡытта ла, театрға килгәс тә, хәҙер ҙә үҙ-үҙемде реаль баһаланым. Һомғол буйлы, ҡалаҡҡа һалып йоторҙай матур ҡыҙҙар янында мин һәр ваҡыт иң йәмһеҙе булдым. Сәхнә матурлыҡты ярата, ә шулай ҙа улар янында миңә һаман да роль бирәләр икән, тимәк, талантым бар. Режиссерҙың ышанысын аҡлар өсөн ете ҡат тиремде сығарып, мөкиббән бирелеп эшләйем һәм сәхнәгә сығыуҙың һәр бер секундынан рәхәтлек алып ижад итәм. Хәҙерге ваҡытта матурлыҡҡа ғына ышанып, тамашасыны йәлеп итеп булмай. Ныҡышмаллығым, тырышлығым булмаһа, әлеге уңыштарым булмаҫ ине. Күҙәтә, өйрәнә һәм йыйған мәғлүмәтте халыҡҡа еткерә белеү минән актер яһаны.
– Оҙаҡ йылдар Сибай театрының иң сағыу йондоҙо булып балҡығандан һуң, баш ҡалаға күсеп килдегеҙ. Һеҙ – Өфөнө, Өфө һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Ул дәүерҙәрҙә илдә ҡот осҡос хаос хөкөм һөрә ине. Театр, сәнғәт, ғөмүмән, ил йәлләүес һәм меҫкен хәлдә булды. Сибай театры менән ауылдарҙа майға, йомортҡаға спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк. Шулай ҙа, Сибайҙа эшләгән саҡта шығырым тулы залдарҙа уйнаныҡ, халыҡтың яратыуына, ихтирамына өйрәнгәйнем. Милли йәштәр театрына эшкә килгән осорҙа бинала ремонт эштәре барғанлыҡтан, өйҙәш булып, төрлө биналарҙа уйнарға, репетициялар яһарға тура килде. Аныҡ ҡына уйнаған урыныбыҙ булмағанлыҡтан, тамашасылар залы күп осраҡта буш булды. Бындай хәлдәрҙе күргәндән һуң, беҙ – ижад кешеләре аптырап, юғалып ҡалдыҡ. Ошо уҡ ваҡытта шәхси тормошта ла ҙур үҙгәрештәр кисерҙем. Байтаҡ йылдар, ғүмеремдең иң матур мәлдәрен бергә йәшәгән хәләлем менән арабыҙ өҙөлдө. Яратып, яратылып, ҡәҙерләнеп йәшәгән кеше менән айырылышыу еңелдән булманы. Ул замандың ауырлыҡтары беҙҙең генә түгел, бик күп ғаиләнең яҙмышын пыран-заран килтерҙе. Ғаиләбеҙ яҙмышында ил фажиғәһе сағыла, тип әйтер инем.
Иншалла, аяҡҡа баҫтыҡ. Илем, халҡым менән ошондай ауырлыҡтарҙы имен-аман үткәреп, төҙөкләндерелгән, яңыртылған театрҙа, иҫәнлектә, һаулыҡта яңынан-яңы ролдәр сығарып, тамашасыларҙы ҡыуандыра алыуыма сикһеҙ шатмын.
– Ике сәнғәт әһеленең балалары ниндәй һөнәр һайланы?
– Улыбыҙ Азамат Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамланы. Рифҡәт Исрафилов менән Олег Хановта уҡыны, әлеге ваҡытта “Вся Уфа” теле-радио компанияһында баш режиссер булып эшләй. Бала саҡта гитарала уйнай торғайны, тик үҫә килә спортҡа күберәк иғтибар булде. Матур ғаилә ҡороп, килен менән ике ул үҫтерәләр. Ҡыҙыбыҙ Айһылыуҙы биш йәшендә үк фортепьяно буйынса шәхси музыка уҡытыусыһына алып барҙым. Һигеҙ йәшендә Өфөләге урта махсус музыка колледжына уҡырға алдылар. Хәҙерге ваҡытта Чайковский исемендәге консерватория аспирантураһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Санкт-Петербург ҡала оркестрында, маэстро Юрий Темирканов ҡулы аҫтында беренсе скрипкасылар составында эшләй. Яңыраҡ ҡына Европаның ете иле буйлап гастролдәрҙә йөрөп ҡайтҡайны, кисә Америкала сығыш яһар өсөн тағы юлға сыҡты.
– Гәрәй Исхаҡовтың һеҙҙең өсөн махсус яҙылған “Һайра, һандуғасым” драмаһындағы йырлы Мөслимә роле аша күптәрҙең хәтерендә йырсы актриса булып ҡалдығыҙ. Тик ниңәлер йырҙар менән сығыш яһағанығыҙ юҡ…
– Йырларға яратам, теләк тә юҡ түгел, тауышым да әҙерәк һаҡланып ҡалған (көлә), тик йырҙар менән сығыш яһарға саҡырыусы юҡ.
Атайым халыҡ йырҙарын, ә әсәйем еңелерәк йырҙарҙы йырланы. Мин уларҙың йыр-моңдарын тыңлап үҫкән кеше. Бала сағымдың иң матур хәтирәһе – ауыл эшсәндәренең йырлай-йырлай эшкә йөрөүе. Ап-аҡ яулыҡ ябынған, ойоҡбаш кейгән ҡатын-ҡыҙ арбаларға (фурман) тейәлеп, йырлай-йырлай бесәнгә китер ине. Ошо матурлыҡты күреп үҫеп тә йырламау мөмкин түгел.
– Һеҙ тормошта ниндәй хужабикә һәм өләсәй?
– Насар (көлә). Ейәндәремде тәүге тапҡыр ҡулыма алғандан хәҙерге көнгә тиклем үҙ тиңем итеп, дуҫтарса аралашам. Иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтерер өсөн үҙ балаларыма кәрт уйнарға өйрәткәйнем, ейәндәргә әлегә әсәләренән рөхсәт юҡ. Шуға күрә шахмат уйнайбыҙ. Бер-беребеҙгә, ролгә инеп, әкиәт һөйләшәбеҙ. Ейәндәрем шул тиклем аҡыллы, өләсәй тип, ҡәҙерләп кенә торалар.
Хужабикә булараҡ та әллә ни оҫталығым юҡ. Ҡул эштәрен бөтөнләй белмәйем, тип әйтер инем, Сибай театрында эшләгән саҡта велюр күлдәк тегеп кейҙем. Уға ла тегеүсе инәлткәнгә күрә сәмләнеп тотондом. Ошо ҡылығымдан һуң, ныҡ теләгән осраҡта, һәр эште өйрәнергә, башҡарырға була икәнен аңланым.
Кәйефем булған саҡта тәмле итеп бешерәм, балалар маҡтап-маҡтап ашай. Сөсө күмәсте минең кеүек бер кем дә әҙерләй белмәй. Ятаҡта йәшәгән күршеләр әле булһа һағынып һөйләп алалар.
– Китап уҡырға ваҡытығыҙ ҡаламы?
– Шиғриәтте һәм классик музыканы яратам. Радио, телевидение тапшырыуҙарында яңғыраған шиғырҙарҙы кинәнеп тыңлайым. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәте көслө. Оло кинәнес менән уларҙың әҫәрҙәренән радио фонды өсөн яҙмалар эшләйем. Шиғыр – минең күңел торошомдо һаҡлаусы жанр ул. Ә ҙур әҫәрҙәр уҡырға мөмкинлек һирәк була, шуға гастролдәр ваҡытында ғына уҡырға тура килә. Һуңғы сәфәрҙә Маркестың “Сто дней одиночества” романын уҡыным.
Китаптар дефицит заманда Шамил Анаҡтың шиғырҙар йыйынтығын өс һумға һатып алғайным. Ә ул ваҡытта өс һумға аҙна-ун көн йәшәргә мөмкин ине.
– Бәхетле булыу сере?
– Тормошта мин яңғыҙаҡ кеше. Тусовкаларҙы ҡабул итмәйем. Коллектив менән йыйындар булғанда, этикет ҡанундары талап иткән осраҡтарҙа ғына баш тартмайым. Үҙ-үҙем менән бәхетлемен.
Юҡ ҡына әйберҙән дә ҡыуаныс таба белеү – ошо иң ҙур бәхет. Рәхәтләнеп йәшәй-йәшәй 113 йәшкә лә яҡынлашам.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.