«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Матурлыҡ, саялыҡ, тырышлыҡ өлгөһө



19.06.2015 Матурлыҡ, саялыҡ, тырышлыҡ өлгөһө

Матурлыҡ, саялыҡ,  тырышлыҡ өлгөһө Бала саҡта ул артист булырға хыяллана, үҫә төшкәс, юрист һөнәре ҡыҙыҡһындыра башлай, әммә уҡытыусы булырға яҙа. Римма Ғөбәйҙуллина яҙмышының тап шулай булыуына ҡыуана ғына.
1965 йылдың 9 майында Көйөргәҙе райо­нының Ермолаев ҡасабаһында донъяға килә ул. Бала сағы бик матур үтә һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай була. Өлкән ағаһы Фирҙәт артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөй. Уныһы иһә үҙенең яратҡан шөғөлдәренә һеңлеһен дә өйрәтә. Үҫмер саҡта ҡыҙ, ағаһынан күреп, фото төшөрөү менән мауыға. Әйткәндәй, бик оҫта ғына төшөрөргә өйрәнә. Был уның берҙән-бер һәләте генә түгел. Матур йырлай, оҫта бейей. Сәнғәткә һөйөү ата-әсәһенән күскән. 7-се синыфҡа уҡырға барғанда ҡасабала музыка мәктәбе асыла, ҡыҙ бик теләп уҡырға бара һәм уны уңышлы тамамлай.
Римма Айрат ҡыҙы әйтеүенсә, китаптар һәм тәбиғәт уны матурлыҡты күрә белергә һәм яратырға өйрәткән. шуға ла ул хайуандарҙы, урманды, сәскәләрҙе ярата. Урман буйлап йөрөү уны тынысландыра, илһамландыра. Уҡырға өйрәнгәс тә бер-бер артлы йот­лоғоп китап уҡыуы хәтерендә. Әле лә был яратҡан шөғөлөн ташламай. Ә бына ныҡлы характер, маҡсатҡа ынтылыш әсәһенән килә. Был яҡтан ул ҡыҙына һәр саҡ өлгө булып тора.
Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Римма Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр бүлегенә уңышлы һынау тота. Уҡыуҙағы уңыштары һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында бер нисә тапҡыр сит илгә сәйәхәткә барыу бәхете тейә. Уҡыу йортон тамамлаған йәш бел­гес­те Баймаҡ районына эшкә ебәрәләр. Йәш уҡытыусыны уҡыусылары “матур апай” тип кенә йөрөтә. Ул ваҡытта был һүҙҙәр өсөн бик уңайһыҙлана, әле иһә ғорурланып иҫкә ала.
Һәр ваҡыт алға ынтылыусы, яңылыҡ эҙләүсе, белемен арттырырға тырышыусы Римма Айрат ҡыҙы бик оҙаҡ йылдар район һәм ҡала мәктәптәрендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була.
2000 йылда уға Сибай ҡалаһында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтындағы уҡыу-методика үҙәген етәкләргә тәҡдим итәләр. Һәр ваҡыттағыса, ҙур ихласлыҡ менән эшкә тотона. Бик тырышып эшләй, яңы курстар индерә, методикаларҙы камиллаштыра. Шул уҡ ваҡытта үҙенең дә белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләп, психология буйынса уҡып сыға.
2001 йылда БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры саҡырыуы буйынса Өфөгә килә һәм институттың нәшриәт үҙәге директоры вазифаһын башҡара. Бында ла үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.
2013 йылдың ноябрендә Римма Айрат ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайта. Бөгөн иһә ул тағы ла яуаплы вазифала – Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты директоры.
– Лицей менән етәкселек итеү еңел түгел. Кешеләр өсөн яуаплылыҡ көслө, ата-әсәләр беҙгә балаларын ышанып тапшырған. Миңә һәр ваҡытта ла яҡшы коллектив менән эшләргә тура килде. Лицейҙа ла дуҫ, татыу, матур коллектив эшләй. Эштә һәр саҡ улар­ҙың тәжрибәһенә таянырға тырышам, – ти ул үҙенең эше хаҡында.
Яуаплы, көслө ихтыярлы, талапсан етәксе тиҙ арала лицейҙы алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә. 2014 йылда белем усағы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Иң яҡшы лицей-интернат” номинацияһында еңеү яулай. Римма Айрат ҡыҙы “Йыл директоры – 2014” исеменә лайыҡ була. Быйыл иһә Республика политехник лицей-интернаты “Рәсәйҙең гимназистар союзы” Бөтә Рәсәй белем биреү программаһында ҡатнашыусы сертификатын алды.
Римма Айрат ҡыҙы уҡыусыларына ла үҙенең балаларына ҡараған кеүек ҡарай. Балалары иһә үҫкән, күптән үҙаллы тормош­ҡа аяҡ баҫҡан. Әйткәндәй, балалары әсәйҙәренең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған. Улы Фәйрүз – юрист, ошо ҡалала хәрби училище тамамлап, әле Калининградта эшләп йөрөй. Ҡыҙы Гөлназ – Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.
Римма Айрат ҡыҙы – матур һәм көслө ҡатын. Ата-әсәһенең дөрөҫ тәрбиәһе уға тормошта ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткән. Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, “Башҡор­тостан Республикаһының мәғариф алдын­ғыһы” исеме – уның тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

Миләүшә НУРЕТДИНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға