19.06.2015 Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алынды
Кемдәр генә үҙ ғүмерендә, айырыуса йәшлек мәлендә гитара сиртеп, йырҙар йырлап ултырырға хыялланманы икән?! Төнгө усаҡ, дуҫтар һәм, әлбиттә, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар... Был хыялдарҙы тормошҡа ашырып, дүртенсе йыл рәттән “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале ойошторола. Йылдан-йыл үҙ офоҡтарын киңәйткән, сәнғәт тарихына яңы исемдәр асҡан бәйге башҡорт йәштәре араһында айырым бер хәрәкәткә әйләнде.
Конкурстың ете ай дауамында барған тәүге турында 16 йәштән өлкән 46 йырсы ҡатнашты. “Бәйләнештә” сайтында теркәлгән конкурстың махсус төркөмөнә ҡуйылған видеояҙмалар менән һәр кем таныша алды. Йырсы музыканттар араһында үҙҙәре ижад иткән автор-башҡарыусыларҙың күплеге ҡатнашыусыларҙың талантлы һәм ҡабатланмаҫ булыуын дәлилләй. Ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары 100-ҙән ашыу видеояҙманы ҡарап, фестивалдең финалына “иң-иң“ 25 ҡатнашыусыны һайлап алды. Әйткәндәй, жюри составы ла быйыл үҙенең төрлөлөгө һәм ҙур исемдәр булыуы менән шаҡ ҡатырҙы. Кинорежиссер Айнур Асҡаров, эстрада йырсыһы Заһит Ҡунафин, “Шау-шоу” продюсер үҙәгенән Заһир Ҡотлосурин, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитетынан Лидия Танатова (әйткәндәй, ул үҙе лә “Ҡош юлы”нда ҡанат нығытҡан) һәм башҡалар…
thumb=left]https://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-06/1434708711_lgjecnhcrre.jpg[/thumb]12 июндә барлыҡ ҡатнашыусылар, бард сәнғәтен үҙ итеүселәр, көйәрмәндәр һәм һөйәрмәндәр, ҡыҙыҡһыныусылар Ейәнсура районына, фестиваль үтәсәк Ҡыҙылташ яланына йыйылды. Өс көн дауамында барған сара программаһы килеүселәргә үҙ-ара танышырға, дуҫлашырға, аралашырға, оҫталыҡ дәрестәре алырға мөмкинлектәр булдырып төҙөлгәйне. Төнгө усаҡ янында “Күңел йылыһы” танышыу кисәһе үткәрелеп, спорт һөйөүселәр өсөн волейбол, футбол ярыштары ойошторолдо. “Сысҡанһыҙ йәй” шаян акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ ине. Ә күңелле дискотека менән оҙатылып барған “Ергә йәйғор ҡолағанда” төҫтәр һабантуйы йәштәрҙе бер урынға тупланы. “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, күренекле шағир һәм прозаик Мөнир Ҡунафин етәкселегендә йәш шағирҙар өсөн “түңәрәк өҫтәл“ үтте. Гитараны ҡулдарына күптән түгел генә алыусылар өсөн Илгиз Муллағәлләмов оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Үткән йылдарҙа фестиваль башҡорт эстрадаһының арабыҙҙан иртә киткән билдәле автор-башҡарыусылары Дим Ҡоләхмәтов, Ғәзинур Биктимеровтың яҡты иҫтәлегенә бағышланһа, быйыл ул фажиғәле вафат булған шағир Ғилман Ишкининдың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналды. Сараның төп өлөшө уның һүҙҙәренә ижад ителгән “Һанамағыҙ киткән торналарҙы” йыры менән асылды. Алып барыусылар Радик Ғиззәтов менән Фидан Ҡолмөхәмәтов урынлы шаяртыуҙар, еңелсә юмор менән һәр ҡатнашыусыны сәхнәгә әйҙәне. Бардтарҙың йырҙары йәш шағирҙарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.
25 конкурсант араһынан “иң-иң”дәр һайланып, сәхнәгә саҡырылды. Төрлө номинацияларҙа билдәләнеүсе автор-башҡарыусылар Рафаэль Ғәйнуллин (“Тамашасы һөйөүе”), Артур Кәбиров (“Вокал”), Миңзәлә Яхина (“Рухлы йыр”) һәм Револь Ғималовҡа (“Гитара оҫтаһы”) фестивалдең символы – көмөш гитара тапшырылды. Ә “Ҡош юлы – 2015” фестиваленең алтын гитараһын Тимур Ямалов яуланы. Уларҙы бағыусылар гитаралар менән бүләкләне.
Гитарала уйнай беләһеңме? Күңелеңдә йырҙар йәшәйме? Әҙерлән, бишенсе тапҡыр үтәсәк “Ҡош юлы – 2016” фестиваленә лә күп ҡалманы, йырҙарыңды барла. “Шоңҡар” журналы, шағир, журналист, тәнҡитсе, бик күп проект авторы Азамат һәм йырсы, эшҡыуар, башҡорт эстрадаһының тәүге “йондоҙ”ҙарының береһе Нәжип Юлдашбаевтар нигеҙ һалған проект яңы таланттар эҙләй!