«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт, балаңдың туйында “Әсе!” ҡысҡырма



06.06.2015 Башҡорт, балаңдың туйында “Әсе!” ҡысҡырма

Бөгөнгө туйҙар нисек үтә? Күңелле инде, тип яуаплар­һығыҙ. Шулайын-шулай ҙа, тик хәҙер ҡунаҡтарҙы ла, ғөмүмән, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ла ҡәҙимгесә өҫтәл артындағы мәжлес менән генә шаҡ ҡатырып булмай, кешегә бөтәһенән дә уҙҙырырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, кәләшкә аҡ күлдәк кейҙереп, матур биҙәлгән машина менән ЗАГС-ҡа барыу әлеге заманда актуаль түгел, тип кенә ебәрә. Иң үҙенсәлекле туйҙарға ярыш бара бит. Никах тантанаһын тау башында ла үткәрәләр, мәмерйә­ләрҙә лә. Был хаҡта белмәҫ инек, рәсми статистика бар, имеш. Юҡ, шуларҙың артынан ҡабатлағыҙ, тимәйем. Ҡайҙа-ҡайҙа, әммә Ағиҙел төбөндә йә Ирәмәл башында туйлауҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Хет нишләтегеҙ.

Иң ҡыҙыҡтарынан бишәү

Беҙҙең Башҡортостан кейәү-кәләштәре әллә ни ҡыланып тормай, ахыры, был исемлектә улар юҡ.
Туй үҙенсәлеклелеге буйынса бишенсе баҫҡыста Непал кешеләре тора. Улар Эвересҡа менгән дә, шунда өйләнешкән, өҫтәүенә, Гиннесс рекордтар китабына ингән. Тик никахтарын кем теркәне икән, тигән һорау тыуа, уға яуап табылманы.
Рәсәйҙәр ҡайһы берҙә шаҡ ҡатыра. Бер кейәү менән кәләш өйләнешкәндә “Тиҙ ярҙам” машинаһын ҡулланған. Тәүҙә буласаҡ ир шул транспортта һөйгәненә килгән, унан һуң, бөтә ҡунаҡтарға ла табип кейеме кейҙереп, ЗАГС-ҡа киткәндәр. Кәләш иһә… аҡ япма аҫтында носилкала ятҡан. Рейтингта улар – дүртенсе.
Өсөнсөлә – Америка йәштәре. Улар бер моторлы самолетта өйләнешкән. Кейәүҙе самолеттың бер ҡанатына бәйләгәндәр, кәләште – икенсеһенә. Рухани пилот кабинаһына “нығытылған”. Тик һауала балдаҡ кейҙерешә генә алмағандар.
Рәсәй йыһангирының өйләнеү тарихы ла бик үҙенсәлекле. Үҙе МКС-та булған, ә Америкалағы кәләше – ерҙә. Барыбер ғаилә ҡороу сараһын тапҡандар. Ғаилә йыһанда теркәлгән, тип иҫәпләнә, шуға иң үҙенсәлекле туй иҫәбендә “көмөш” миҙал яулаған. Туй иһә кейәү ергә әйләнеп ҡайтҡас булған.
Беренсе урында торған туйға ышаныуы ла мөмкин түгел, әммә был тормошта нимә генә булмай. Англичанка Шарон Тандлер Сэнди ҡушаматлы дельфинға кейәүгә сыҡҡан. Был парҙы кем теркәгәндер инде? Ҡыҙ әйтеүенсә, 15 йыл элек, һыу аҫтында йөҙөү менән шөғөлләнә башлағас, дельфинға ғашиҡ булған. Дельфин түгел, ә кеше-амфибия тиһәләр ҙә ыша­нырға булыр ине.
Аквариум эсендә өйләнешкән, никах теркәү һарайына “комендант сәғәте” арҡаһында барып етә алмағанлыҡтан, телефон аша ризалыҡ-ант бирешкән, ЗАГС-ҡа велосипедта килгән парҙар ҙа бар ер йөҙөндә.
Шулай, замандаштар, кем менән генә ғаилә ҡорһағыҙ ҙа, ул яҡшы кеше булһын. Кеше, ысын мәғәнәһендә.

Ниңә кәләш һөйләшмәне?

Тағы ла туй темаһын дауам иткәндә, бер нисә аҙна элек Рәсәйҙә арыу ғына “сәйнәлгән” бер тантананы иҫкә төшөрмәксемен. Ул да булһа, Чечняла Нажуд Гучигов менән Луиза Гойла­биеваның туйы. Тап ошо ваҡиға арҡаһында виртуаль донъя саҡ шартламаны. Беҙҙең халыҡҡа осҡон ғына кәрәк, ялҡынын яһауы еңел. Күптәрҙе кәләштең үтә тыныс һәм бойоҡ күренеүе аптыратҡан. Иҫерек кәләштәр ҙә улай шаҡ ҡатырмайҙыр әле. Ә шым ғына, баҫалҡы ғына бер ситтә баҫып торған чечен ҡыҙы бәхәс тыуҙырҙы. Ниңә был туйҙы рөхсәт итәләр? Баа-ахыр, ҡыҙ уға сыҡмаһа, ағаларын үлтерерҙәр ине… Мосолман төбәктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар шулай бәхетһеҙме икән ни? Һ.б., һ.б. – һорауҙар һәм яуаптар бихисап. Ахырҙа, Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров үҙе бер нисә һорауға яуап бирҙе һәм рәхәтләнеп туйҙа лезгинканы бейене.
Шау-шыу ҡуптарыу сәбәбе шул: Луизаға – 17, Нажудҡа 47 йәш. Әйтерһең, бындай никахтар булғаны юҡ! Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса ғаиләне 18 йәштән рәсми теркәйҙәр. Әммә айырым осраҡтарҙа йәшерәктәргә лә рөхсәт бирелә. Никахты ла йәштән уҡытыр­ға мөмкин. Илдең 30 төбәгендә хатта 14 йәштән өйләнешергә була, был осраҡта төбәк башлығынан рөхсәт кәрәк.
Нажуд Гучиговты күп ҡатынлылыҡта ғәйепләнеләр, йәнәһе, йәш кәләше уның тәүге ҡатыны түгел. Ә ир беренсе ҡатыны менән ЗАГС-ҡа бармаған, никах йәһәтенән иһә, ир заттарына бер юлы дүрт никах рөхсәт. Никахлашмайынса һөйәр-һөйәркә булып йөрөүсе әҙәмдәр хаҡында берәү ҙә уйламай.
Иң таралған һорау: ниңә туйында кәләш ҡыуанманы? Чечен йолаһы буйынса һылыуҙар тойғоларын белдереп бармай. Туйҙа кәләш һөйләшмәй ҙә.
Халыҡтың йолаларын белмәй-нитмәй сәйнәнеүҙәре йәнде көйҙөрә. Рәсәйҙә шул инде – бәғзе халыҡтар башҡаларҙың традицияларын һанға һуҡмай. Туйҙа мотлаҡ эсеп иҫерергә лә һуғышырға, тип фекер йөрөтә ҡайһы берәүҙәр.
Чечнялағы туй буйынса хатта Рәсәй Президентының матбуғат секретарын да, фекерегеҙҙе әйтегеҙ, Владимир Путин был хаҡта беләме икән, тип аптыратып бөткәндәр. Ахырҙа, Песков әфәнде: “Кремль туйҙар менән шөғөлләнмәй”, – тип әйтергә мәжбүр булған. Кремлдең, әйтерһең, башҡа мәшәҡәте юҡ.

* * *

Туй менән кем шөғөлләнә һуң? Атай-әсәйҙән, туғандарҙан башҡа, ойоштороу эштәрен хәҙер тамадалар үҙ өҫтөнә ала бит. Беҙҙә күп кенә артистар, ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ әҙ-мәҙ телгә оҫталар тамада булып хеҙмәт итә. Эйе, ул ҙур хеҙмәт. Әлбиттә, бер нисә сәғәтлек кенә эш, шулай ҙа ике йәш йөрәктең иң көтөп алған байрамы сағыу үтһен өсөн арыу уҡ тир түгергә тура килә. Бына шунда күренә инде: тамадалар урындағы йолаларҙы бигүк белеп етмәй. Бөтәһе лә бергә буталды. Шул алып барыусы ыңғайына минут һайын “Әсе” тип ҡысҡырып, йәштәргә нимә юрайбыҙ? Беҙҙең халыҡ бит, бал ҡаптыр­ған да май ҡаптырған, тормоштары балда-майҙа, татлы һәм йомшаҡ үтһен тип.
Әйткәндәй, мәһәр тураһында беләһегеҙме? Иҫтә тотоғоҙ.

Мәһәр хаҡы күпме?

Мәһәр – мосолман ғаилә хоҡуғы буйынса ирҙең ҡатынына түләй торған милке. Ул – никах уҡытҡанда мотлаҡ булған шарт. Ҡалым менән бутарға ярамай. Ҡалымды борон кәләштең ғаиләһенә түләгәндәр, ә мәһәр ҡатын милке була.
Ҡөрьәндең “Ҡатындар” (“Ән-Ниса”) сүрәһендә дүртенсе аятта әйтелеүенсә, “Һәм ҡатындарға бирнәләрен бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар бирнәләренән нимәне булһа ла үҙ ирке менән һеҙҙең файҙаға бүлһә, ул саҡта иҫәнлектә-байлыҡта ҡулланығыҙ”.
Мәһәр аҡса, ҡиммәтле таштар, башҡа берәй мөлкәт рәүешендә була ала. Уның иң түбән күләме 33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын хаҡына тиң (исламдың Хәнәфи мәҙхәбе буйынса).
Максималь күләме сикләнмәгән. Мәҫәлән, бай Көнсығыш илдәрендә кәләш фатир, машина йә банкта “түңәрәк” иҫәп тә һорауы ихтимал. Барыһы ла ирҙең мөмкинлегенә бәйле инде.

Беҙҙә лә ҡалым булһа…

Ана, Барак Обаманың ҡыҙы өсөн 70 һарыҡ, 50 һыйыр, 30 кәзә бирәм, тигән берәү. Кенияла юрист булып эшләүсе 24 йәшлек егет АҠШ Президентының өлкән ҡыҙы Малияға өйләнергә теләүе хаҡында белдергән. Ҡалымға үрҙә әйтелгән малды бирергә әҙер булыуын әйткән. Июлдә Обама Кенияға барырға тейеш, ти, әлеге егет, Президентҡа ҡыҙын да алып килергә күндереү өсөн хат яҙам, тип дәртләнеп йөрөй икән. Тап шул осрашыуҙа ул Малияның ҡулын һораясаҡ.
Кения кешеһе Феликс Кипроно Малияға бынан ете йыл элек ғашиҡ булған. Шунан башҡа берәүгә лә күҙ һалмаҫҡа ант иткән. Ҡыҙға әле 16 йәш. Туйҙан һуң Кипроно ғәҙәти тормош алып барасаҡтарын күҙаллай, Малияға һыйыр һауырға ла, кукуруз бутҡаһы бешерергә лә, һәр урындағы ҡатын-ҡыҙ эшләй белгән мурсик (Кенияла һөт эсемлеге) әҙерләргә лә өйрәтәсәкмен, ти икән. Әллә инде, шәхси мәктәптә белем алған, бейеү, спорт менән генә шөғөлләнгән Малия һыйыр һауыуҙы ҡабул итә алырмы һуң?
Баяғы ҡалым суммаһы ҡыҙыҡ булып китте әле. Бер һыйыр яҡынса – 20 мең, һарыҡ – биш мең, кәзә ике мең һум тора, тип иҫәпләгәндә лә, һыйырҙар ғына ла бер миллион һумға төшә. Ваҡ мал (һарыҡ – 350 000, кәзә – 60 000) хаҡы 410 мең һум була. Бөтәһе бер миллион 410 мең һум килеп сыға. Беҙҙең яҡтарҙа ҡалым системаһы күптән юҡҡа сыҡты инде…

* * *

Туйҙарҙы элегерәк күбеһенсә йәй үткәрергә әҙер тора торғайнылар. Йәнәһе, ихатаға һуҙып өҫтәл ултыртаһың, эргә-тирәһен, өҫтөн ҡояштан ҡаплайһың. Иркен дә, саф һауа ла. Унан сәхрәгә лә сығып китәһең. Был ауыл туйҙары хаҡында. Хәҙер генә ул кафе тигән булалар ҙа. Ҡаланыҡылар үҙҙәре беләлер. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең үҙенсәлекле йолалар менән үткәреүгә етмәй.
Йәй тигәндән, йәмәғәт, йәй етте, кейемдәр йоҡарҙы, яланғас яурындар, боттар, эстәр ҡояшҡа “сыҡты”. Кемгәлер был ғәҙәти күренеш. Әммә бәғзеләргә оҡшамай икән. Санкт-Петербург парламенты депутаты Виталий Милонов Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодексҡа (КоАП) төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Дөйөм ҡулланылыштағы урындар­ҙа, әлбиттә, быға пляждар инмәй, кейемһеҙ йә этика нормаларына тура килмәгән кейемдә йөрөүҙе тыйырға кәрәк, тигән фекерҙә депутат. Этиканан тайпылған кейенеү шулай: ирҙәрҙең – трусикта йә плавкиҙа, ҡатын-ҡыҙҙың трусикта, купальникта, бюстгальтерҙа йөрө­үе. Парламент депутаты бындай мәсьәләне күтәргәс, моғайын, Питер урамдарында ярым-ялан­ғас­тар күбәйгәндер. Әхлаҡ-тәртип тигән нәмә онотола башланы шул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға