«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хәтер » “Рух” һәм Ирек



06.06.2015 “Рух” һәм Ирек


“Рух” һәм ИрекТик үкенес, ҡасандыр Ҡазан, Өфө ҡалаларының билдәле йырсылары саҡырыуынан баш тартып, ижады менән үҙ районын, үҙ ерен күтәрер өсөн Хәйбуллала ҡалыусы Ирек Атановтың хеҙмәте һаман да юғары исем менән баһаланмаған.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт эстрадаһына йәшендәй йәшнәп, балҡып, ҙур яңылыҡ булып шаулап килеп ингән “Рух” төркөмө замандың төрлө үҙгәрештәрен, быуындарҙың үҫешен үҙ тарихында кисерҙе. Төркөмдөң солистары, музыканттары бер аҙ үҙгәрҙе, юғалтыуҙар ҙа кисерҙе, әммә үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарына хыянат итмәне. Башҡорт йәштәрен туплап, егерме йылдан ашыу сәхнәне биҙәй улар. Баш ҡалабыҙҙан алыҫта, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүҙәре лә ижадҡа кәртә түгел.

Күптән түгел төркөмдөң етәксеһе, билдәле композитор, музыкант Ирек Атановтың юбилейын билдәләп, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ҙур концерт программаһы күрһәтте. “Йырҙарым – яҙмышым минең, ғүмерем…” тип аталған тамашала райондың һәүәҫкәр йырсылары һәм “Рух” төркөмөнөң төрлө йылдарҙағы солистары бер сәхнәлә сығыш яһаны.
Атановтар ғаиләһен Хәйбуллала белмәгән кеше юҡ. Ғәлиә апай менән Насибулла ағай балаларының күңеленә йыр-моңға, сәнғәткә һөйөү орлоғо сәскән, илһам шишмәләренә башланғыс биргән. Эшсән ғаилә башлығы хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләһә, зыялылар затынан булған, дин тәғлимәттәре буйынса донъя көткән әсәләре балаларына әҙәп, әхлаҡ, матур күңел бүләк иткән. Баҡый донъяға күскән ата-әсәһенә рәхмәт йөҙөнән концерт программаһын Ирек Атановтың ҡәҙерле кешеләренә бағышлап яҙған йырҙары асты. Уларҙы композиторҙың бер туған апаһы, “Юлдаш” йыры – 2014” конкурсы лауреаты Фәнидә Атанова башҡарҙы. Һөнәре буйынса табип, ә йыр-моңо менән кешеләрҙең күңелен дауалаусы сибәр ханымға ҡарап, Атановтарҙың талантына тағы ла бер инанаһың.

Район мәҙәниәт йортоноң талантлы артис­тары Гөлфиә Хәләфетдинова, Урал Аҡъюлов, Лина Яҙыҡбаева, Азат Исҡужин, Фәнзил Ибраһимов, Сәриә Асҡарова, “Шәжәрә”, “Аҡтамыр” вокал һәм “Сиҙәм” халыҡ бейеү ансамблдәре, Ейәнсура районы ҡунағы Хәлиҙә Ҡолшәрипова Ирек Атанов ижад иткән йырҙар менән сығыш яһаны. Ә сәхнәгә “Рух” төркөмө сыҡҡан саҡта уларҙы тамашасылар аяҡ үрә баҫып ҡаршыланы. Кол­лективҡа талантлы, ысын мәғәнәһендә милли рухлы шәхестәр йыйылған. Йырсылар Юлай Асҡаров, Зөфәр Байғусҡаров, Винер Салауатов, музыканттар Айтуған Акилов, Филүс Сәлишев, Илгиз Исмәғилев һаман да халыҡтың һөйөүен юғалтмай, лайыҡлы ижад итә. Матур репертуар, сифатлы аранжировка, ҡабатланмаҫ йырҙар өсөн төркөм ағзалары етәкселәре Ирек Атановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә үҙ сиратында ул үҙенең мәрхүм булған ижадташ дуҫтарын иҫкә алып үтте. Байрам хужаһы бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев, шағир Ғилман Ишкинин, төркөмдөң тәүге етәксеһе Ғәзинур Биктимеров хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлешеп, улар ижад иткән йырҙарҙы яңғыратты.

Хәйбулла ерендә үткән бер генә сара ла Иректең ижад иткән йырҙарынан башҡа үтмәй. Уларҙа авторҙың күңел кисерештәре, мөхәббәт хистәре, тыуған яҡҡа, телгә һөйөү сағыла. Музыкант бик күп шағирҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Концертта уның Венер Фәттәхов, Резеда Бүләкова, Люциә Ғәб­бәсова, Зөһрә Фәйзуллина һүҙҙәренә яҙыл­ған йырҙары яңғыраны. Ҡасандыр “Йәшлек” гәзите башланғыс һалған “Урал моңо” конкурсы ярҙамында билдәлелеккә табан тәүге аҙымдарын яһаған “Рух” төркөмө бөгөн дә баҫма менән бәйләнеш тота, дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй. “Йәшлек”тең хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова менән уртаҡ хеҙмәт емештәре булған тиҫтәнән ашыу йыр ике ижадсының дуҫлығы хаҡында һөйләй. Ижадташ дуҫын ғүмер байрамы менән тәбрикләү өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, шағирә үҙе лә килгәйне.

– Бар республика халҡына йәшәр өсөн йәшлек дәртен өләшкән “Йәшлек” гәзитенә ижадҡа башланғыс биргәне өсөн рәхмәтлемен. Беҙҙең тарих туранан-тура был баҫмаға барып тоташа. 25 йыллыҡ көмөш юбилейын билдәләүсе гәзит “Рух”тың һәм башҡа төркөмдәрҙең талантлы егеттәренә, ҡыҙҙарына, айырым йырсыларға ижад өсөн юл асты, – тине Ирек Атанов, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.

Хәйбулла районы хакимиәте хеҙмәткәре Шәкир Дәүләтшин юбилярға барлыҡ яҡташтары исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова, Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмил Арыҫланов үҙ сығыштарында Ирек Атановтың ижад өсөн күңелен аямай хеҙмәт итеүе, талантының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Тик үкенес, ҡасандыр Ҡазан, Өфө ҡалаларының билдәле йырсылары саҡырыуынан баш тартып, ижады менән үҙ районын, үҙ ерен күтәрер өсөн Хәйбуллала ҡалыусы Ирек Атановтың хеҙмәте (бик күп конкурста еңеү яулауына, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауына ҡарамайынса) һаман да юғары исем менән баһаланмаған. Хәйер, сәхнә кешеһе өсөн иң ҙур бүләк – ул халыҡ һөйөүе. Тамашасылар залында алма төшөрлөк тә урын булмауы, гөлләмәләр, һәр йырҙың көслө алҡыштар менән оҙатылыуы ижадсының халыҡ араһында яулаған абруйы хаҡында һөйләй. Тимәк, Ирек Атановтың йырҙары үҙ тыңлаусыһын тапҡан. Бер нисә быуын тыңлап кинәнгән “Рух”тың, Ирек Атановтың йырҙарын беҙҙең балаларға ла тыңлау насип булһын.

Нургөл ШӘРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға