«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Йондоҙло сәйәхәт”



15.05.2015 “Йондоҙло сәйәхәт”

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен яба.
Быйылғы миҙгел тамашасы зауығына яуап биргән төрлө жанрлы, йөкмәткеле яңы проекттарға, башҡорт һәм татар сәнғәт “йондоҙҙар”ының концерттарына айырыуса бай булды. Ҙур зал сәхнәһен гөрләткән төрлө донъя халыҡтары музыкаһының сағыу гөлләмәһенән торған “Урал ораны” халыҡ ҡоралдары ансамблдәренең II халыҡ-араконкурс-фестивале, джазды үҙ итеүселәрҙе йыл һайын йыйған “Алһыу пантера” XIX халыҡ-ара джаз фестивале, Раштыуа, Орган фестивалдәре һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Әҙәбиәт йылына бағышланған “Әҙәби шишәмбе” концерттар циклы, балалар өсөн “Музыкаль карусель”, “Оркестр әкиәттәре” кеүек яңы проекттар Өфө тамашасыһын ҡыуан­дырҙы. Ял көндәрендә мәҙәни усаҡ балалар тауышына күмелде. Был көндө ата-әсәләр, йөклө ҡатындар һәм балалар Өфөләге берҙән-бер “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерт циклына ашыҡты.
Мәҙәни усаҡ данлыҡлы сәнғәт әһелдәре тураһында ла онотмай. “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” (авторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаев) циклы сиктәрендә йыр сәнғәте әһелдәре Мәғфирә Ғәлиева, Камил Вәлиев, Редик Фәсхетдинов, Роза Аҡкучукованың ижадына арналған концерттар булды.
Уҙған ижад миҙгелендә барлыҡҡа килгән “Ҡом һәм музыка” проекты ғына ни тора! Моңло тамашала орган, флейта, БР-ҙың академик хор капеллаһы оҙатыуында рәссам ҡом менән төрлө ғәжәйеп һүрәттәр, образдар тыуҙырып, тамашасылар­ҙы хайран ҡалдырҙы.
Шулай итеп, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 19 майҙа – Ҡала ял һәм мәҙәниәт усағында (элекке “Химиктар” мәҙәниәт һарайы), 21 майҙа филармония бинаһында 76-сы ижад миҙгелен тамамлай. Яңы проекттарға, сағыу дәртле концерттарға бай миҙгелде “Йондоҙло сәйәхәт” тип атал­ған концерт ябасаҡ. Нәзифә Ҡадирова, халыҡ йырҙарын да, эстрада әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыусы Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Марсель Ҡотоев, Рим­ма Амангилдина, Руслан Сәйфет­динов, Вадим Зәкиев сығыш яһаясаҡ. Халыҡ араһында киң танылыу яулаған оҫта баянсылар Хәлит Фәтихов һәм Ғәли Алтынбаев, билдәле ҡурайсы Азат Биксурин залды илаһи моңға күмәсәк. Зарина Солтангилдина һәм Артем Машков башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. “Каруан”, “Далан”, “Сармат” фольклор-эстрада, фольклор төркөмдәренең сағыу сығыштары, “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театрының кәйефте күтәрер миниатюралары, интермедиялары һәр кемдең күңеленә хуш килер.
Ҡайғы-хәсрәт килгәндә йәнгә – дауа, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисергәндә рухи күтәренкелек биргән бөйөк музыка ҡорамы – филармония мәңге йәшәһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға