15.05.2015 “Атайым миҫалында белем һәм тырышлыҡ менән ниндәй үрҙәргә өлгәшеп булғанын күреп үҫтем”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев – ике ҡыҙ атаһы, дүрт ейән-ейәнсәргә олатай. Шағирҙың ниндәй атай булыуы, балаларына биргән тәрбиәһе хаҡында уның кесе ҡыҙы Ләйлә менән һөйләшәбеҙ. Ул Башҡортостан халҡына музыка белгесе булараҡ һәм “зәңгәр экран” аша яҡшы таныш. Төҫкә сибәр, телгә бай, аныҡ фекерле булыуына ҡарап, билдәле шәхестең ҡыҙы тап шундай булырға тейештер, тигән һығымтаға киләһең.
– Бәлки, беҙгә ҡарата әллә ни ҙур талаптар ҙа булмағандыр, әммә мин үҙем атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ өсөн ҙур яуаплылыҡ тоям. Улар беҙгә бер ҡасан да махсус рәүештә, һәйбәт уҡығыҙ, тырыш булығыҙ, тип тәртипкә өндәп ултырманы. Ғөмүмән, улар беҙгә ҡарата ҡаты булманы. Ҡул түгел, хатта тауыш та күтәргәндәрен хәтерләмәйем. Тик атайым миҫалында белем һәм тырышлыҡ менән ниндәй үрҙәргә өлгәшеп булғанын күреп үҫтем. Яҡшы уҡырға тырыштым һәм һәр уҡыу йылын маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай торғайным. Өйҙә тик башҡорт телендә генә аралаштыҡ. Рус мәктәбендә уҡыуыма ҡарамаҫтан (әсәйемдең эшенә яҡын ине, беҙҙе, юл ыңғай йөрөтөүе йәтеш тип, 3-сө мәктәпкә бирҙеләр), башҡорт әҙәбиәтен уҡып үҫтем. Телде һәйбәт белеүемә һәр йәйҙә ауылға, өләсәй-олатайҙар янына ҡайтып йөрөү ҙә булышлыҡ итте. 16 йәшем тулғас, атайым миңә: “Ҡыҙым, кейәүгә тик башҡорт егетенә генә сығырға ризалыҡ бирәсәкмен”, – тине.
Башҡорт телен һәйбәт белеүем ваҡытында телевидениеға эшкә урынлашырға ярҙам итте. Музыка белгестәре араһында тапшырыу алып барырлыҡ кимәлдә телде белгән кешеләр һирәк ине. 1997 йылда “Музыкаль терминдар һүҙлеген” башҡортсаға тәржемә итергә тура килде. Был китап өҫтөндә эшләгәндә башҡорт теленең серҙәре сикһеҙ икәнлеген белеп, өйрәнәһе нәмәләр күп икәненә төшөндөм. Шуға күрә, башҡорт телендә матур һөйләшһәм дә, һаман да камил итеп белеп еткермәйем әле.
– Атайығыҙҙың һүҙен тоттоғоҙмо? Ирегеҙ ҡайһы яҡтан?
– Әлбиттә. Иптәшем – Баймаҡ егете, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов. Уның менән училищела уҡыған саҡта таныштыҡ, икебеҙгә лә 16 йәш ине. Атайым мәлен һиҙеп тә буласаҡ кейәүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡандыр әле. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ, олоһо Айһылыу – буласаҡ модельер, Өфө технология һәм дизайн колледжының икенсе курсында уҡый. Кесеһе Гөлфиә быйыл беренсе класҡа уҡырға барасаҡ. Икеһе лә башҡорт телендә иркен аралаша, музыка мәктәбендә шөғөлләнәләр. Атай менән әсәй беҙҙе тиң күреп аралаша торғайны, улар кеүек, үҙемде ҡыҙҙарым менән дуҫтарса тотам.
Атайҙың виртуоз атай, олатай булыу сере бар, балаларҙың күңеленә асҡыс таба белә. Беҙ бала саҡта парктар, урамдар буйлап йөрөргә сыҡһаҡ, ул кешеләрҙән оялып та, тартынып та тормай, беҙҙең менән йүгерә, һикерә башлай торғайны. Хәҙер иң бәләкәй ейәнсәре, минең ҡыҙым Гөлфиә менән шулай уйнай.
– Ә һеҙгә исемде кем ҡушҡан? Матур, әммә һирәк осрай торған исем.
– Мин тыуғас, оҙаҡ ҡына исемһеҙ йөрөгәнмен. Тыуған көнөм 14 март, ә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ 13 сентябрҙә генә алынған. Тәүҙә Ҡәҙимгә яҡын булһын өсөн Ҡәҙриә тип ҡушмаҡсы булғандар. Бер яңғырашта, тип аҙаҡ ул исемдән баш тартып, совет заманында йыш осраған Лена тип тә атарға ниәтләгәндәр. Һуңғы мәлдә генә атайым әсәйем менән кәңәшләшеп, Ләйлә исемендә туҡталғандар. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә төн тигәнде аңлата. Үҙемә лә оҡшай.
– Атайығыҙҙың характерындағы иң күркәм өс сифатты билдәләп үтә алаһығыҙмы?
–Улар бик күп. Ябай кеше булараҡ билдәләгәндә рухлы булыуын, белемгә ынтылышын, һүнмәҫ дәртен һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Ә атай булараҡ, ул беҙҙе тәрбиәләп кенә ҡалманы, ә үҙе тотошо, холоҡ-фиғеле менән үрнәк булды. Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт ярҙамсыл булыуына һоҡланам. Тағы ла ул һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләй. Кемдер нимәлер һорап шылтыратһа, ул шул йомошто үтәү өсөн бар мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тора. Бала сағыма бәйле күп хәтирәләр сәнғәт, әҙәбиәт менән барып тоташа. Атай беҙҙе һәр ваҡыт төрлө күргәҙмәләргә, әҙәби кисәләргә, концерттарға үҙе менән бергә йөрөттө, хатта хәҙер ҙә бергәләшеп йөрөйбөҙ. Ул миңә сәнғәт донъяһын асты һәм ете йәшемдән музыка мәктәбендә шөғөлләндем. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының музыка белгестәрен әҙерләү бүлегенә уҡырға индем, аҙаҡ академияла һәм аспирантурала белемемде камиллаштырҙым. Апайым Айгөл дә театр факультетын тамамланы. Һәр ваҡыт шул ҡаҙанда ҡайнағас, һөнәрҙе лә ошо юҫыҡта һайланыҡ.
– Тормошта нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ?
– Әҙ генә буш ваҡытым булдымы, китапҡа тотонам. Был бала саҡтан килгән мауығыуым. Магазиндарға барып, яңы китаптар ҡарайым, һатып алам. Дуҫтарымдан да алып уҡыйым. Бигерәк тә романдар һәм лирик шиғырҙар яратам. Рус әҙәбиәтенән Лев Толстой, Анатолий Рыбаков, Виктория Токарева, Башҡортостан яҙыусыларынан Һәҙиә Дәүләтшина, Жәлил Кейекбаев, Ноғман Мусиндың прозаһы яҡын.
Тағы ла сәйәхәт итергә яратам. Эш менән дә йөрөргә тура килә, ял итеү өсөн дә сит ерҙәргә сығырға тырышам. Белоруссия, Польша, Германия, Италия, Египет, Словакия илдәрендә булдым, ә Төркиәгә йыш йөрөргә тура килә. Яңы ер күргән һайын яңы мәғлүмәт алаһың, аң офоҡтары киңәйә, төрлө кешеләр менән танышаһың. Тарих менән һуғарылған иҫтәлекле урындарға барып рухи аҙыҡ алам.
– Музыка белгесенә уҡыһағыҙ ҙа, журналист булып эшләйһегеҙ. Тел ғилеменә тартылыу атайығыҙҙан күстеме?
– Мәктәптә уҡығанда шиғырҙар яҙып маташтым, әммә ул ҡыҙыҡһыныу, күңел талабы ваҡыт менән бергә үтеп китте. Шағирә булып китмәүем өсөн шатмын, сөнки атайымдан артыҡ итеп яҙа алмаҫ инем. Сағыштырыуҙар минең файҙаға булмаҫ ине. Ә журналистикаға ҡыҙыҡһыныу 2002 йылда, телевидениеға эшкә урынлашҡас, барлыҡҡа килде. Унда эшләгәндә оло тормош һәм һөнәр мәктәбе үттем. Экран аша үҙеңде ситтән ҡарап, кәмселектәрҙе күрәһең. Килешле кейем, прическа һайларға, дөрөҫ биҙәнергә өйрәндем, телмәрҙе камиллаштырҙым. Коллективта, командала эшләүҙең нескәлектәрен беләм. Шулай уҡ ошо осорҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән яҡшы хеҙмәттәшлек иттек – йыл әйләнәһенә рубрика алып барып, һуңынан ошо мәҡәләләр нигеҙендә “Бер йырҙың тарихы” исемле китап сығарҙым.
Аҙаҡ өс йылға яҡын Хөкүмәт аппаратында мәҙәниәт бүлегендә баш консультант (йәғни мәҙәниәт буйынса куратор), Мәҙәниәт министрлығында матбуғат секретары вазифаларын башҡарҙым. Журналистика күңелемә яҡын, хәҙерге ваҡытта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында хеҙмәт юлымды дауам итәм. Әммә музыканан да айырылғаным юҡ, өйҙә фортепьяно бар. Уны атайым 84-се йылда, үҙенең музыкаль белеме булмағас, билдәле композитор Данил Хәсәншин менән һайлап, һатып алғайны. Һаман да яҡшы яңғырашы менән ҡыуандыра. Ваҡыт булғанда уйнайым. Музыка өлкәһендәге яңылыҡтар менән дә танышып барам. Эстраданы үҙ итеп етмәйем, күңелемә классик музыка яҡын.
– Ҡәҙим ағайҙың ижады менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Ниндәй шиғырҙары күңелегеҙгә яҡын?
– Ул элек-электән яҙған шиғырҙарын, мәҡәләләрен иң тәүҙә ғаиләлә уҡып ишеттерә ине. Был беҙҙең матур йолаға әйләнгән, хәҙер ҙә барған һайын яңы шиғырҙарын һорап, уҡытып торам. Күптән түгел атайымдың ижадына бағышланған www.aralbaev.ru сайтын астым, һәр ваҡыт яңыртып ултырырға ваҡыт яғы тығыҙ. Әммә яйлап ҡына унда барлыҡ әҫәрҙәрен дә, фотоларын да ҡуйырмын тип уйлайым. Уның ижадынан, атап әйткәндә, “Аҡ тирмә” поэмаһын яратам, төрлө илдәрҙә сығыш яһарға тура килһә, уның өҙөгөн яттан һөйләйем. “Йондоҙҙар һөйөүе”, “Өфө ямғыры”, “Һиңә генә таныш был шиғырҙар”,“Шундай яҡты һине тапҡан төнөм” мөхәббәт тураһында яҙылған лирик шиғырҙары һәм атайымдың миңә арнап яҙған “Егерме” һәм “Ләйләгә” шиғырҙары күңелемә яҡын.