10.04.2015
Иҙрис Кәлимуллин: “Мөхәббәтемә нигеҙ кишер баҫыуында һалынды”
Блиц-һорау:
– Үткән тормошоғоҙҙа иң үкендергәне нимә?
– Әсәйем иҫән саҡта йышыраҡ аралашырға ваҡыт тапмауым.
– Ә иң бәхетле мәлегеҙ?
– Иҫәнлек-һаулыҡ менән тыуған һәр көнөм оло бәхет.
– Әлеге мәлдә ниндәй китап уҡыйһығыҙ?
– Һирәк уҡырға тура килә, әлеге ваҡытта Әнғәм Атнабаевтың “Ҡош теле” китабын уҡыйым.
– Интернетта, социаль сайттарҙа йыш ултыраһығыҙмы?
– Эш өсөн ҡулланам, “Бәйләнештә” сайтында үҙ битем бар.
– Иң яратҡан аш-һыуығыҙ?
– Балыҡтан бешерелгән барлыҡ ризыҡтарҙы ла үҙ итәм.
– Ниндәй машинала йөрөйһөгөҙ?
– Таныҡлыҡты 1982 йылда алдым, тәүге машинам “копейка” ине. Әлеге ваҡытта “Toyota Land Cruiser”ҙа йөрөйөм.
– Буш ваҡытығыҙ нисек үтә?
– Ғаилә менән күберәк булырға тырышам. Һуңғы арала һаулыҡҡа ҙур иғтибар бүләм.
Тынғыһыҙ ижадсы, ти уның тураһында дуҫтары. Таланты һәм хеҙмәте менән сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан, өмөтлө йәштәргә юл башларға ярҙам итеүсе, башҡорт-татар эстрадаһы “йондоҙо”, Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Кәлимуллин – бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
– Һеҙ оҙаҡ йылдар буйы “Сәйәр” эстрада театрын етәкләйһегеҙ. Ижад менән эшҡыуарлыҡты бергә алып барыу ҡыйын түгелме?– “Сәйәр” тәүҙә бер бәләкәй генә ижади төркөм булып эш башлағайны. 1998 йылда беҙ уны Республика йәштәр ижады үҙәге итеп үҙгәртеп, йәмәғәт ойошмаһы булып китте. Маҡсатыбыҙ йәш таланттарҙы халыҡҡа еткереү, уларға ижадта дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү ине. Аллаға шөкөр, был маҡсаттарға ирешелде, 16 йыл эсендә байтаҡ йәш кеше менән эшләнек. Был театрҙа ҡанат нығытҡандар араһында башҡорт-татар сәнғәте “йондоҙ”ҙары ла бар. Ҡурайсылар Винер Йылҡыбаев, Илшат Ишморатов, йырсылар Айгиз Ханов, Мансур Насибуллин, Гөлназ Ҡәҙербирҙина һәм башҡаларҙың тап минең фатиха менән эш башлауына ғорурланам.
Ә бизнестың ауырлыҡтарына килгәндә, хәҙерге ваҡытта бер нәмә лә еңел бирелмәй. Бөгөнгө көрсөк заманында кеше күп яҡтан үҫешергә тейеш. Арып киткән йәки күңел ҡырылған ваҡытта бөтәһен дә ташлап сығып китке килә. Әммә әҙ генә ял итеп алһам, барлыҡ күңелһеҙ хәлдәр онотола, ҡабаттан ең һыҙғанып эшкә тотонам. Икенсенән, минең ҡул аҫтында өс тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың яҙмышы өсөн яуаплы икәнемде аңлайым. Шуға күрә, эште башлағас, туҡтарға, ташларға хаҡым юҡ.
– Сәнғәттә үҙ урынығыҙҙы табырға, баш ҡаланы яуларға үҙегеҙҙә булған ниндәй сифат ярҙам итте?– Тырышлыҡ, уңғанлыҡ һәм эшһөйәрлек. Мин күп балалы ғаиләлә эш менән тәрбиәләнеп үҫтем һәм эштән оялмайым, ҡурҡмайым. Беҙҙең театр беренселәрҙән булып баш ҡалала урам театры булараҡ сығыш яһап йөрөнө. Ҡасандыр артистар араһынан тәүгеләрҙән булып тамада, табындар, байрамдар ойоштороусы сифатында эш башланым. Кемдәндер нимәлер көтөп ултырыр мәлдәр үтте, һәр кем үҙ тамағын үҙе туйҙыра белергә тейеш. Урлашмайым, хәләл көсөмдө, талантымды түгеп эшләйем. Ә тырышҡан кеше моратына барыбер ирешә.
– Һеҙгә айына нисә тапҡыр сығыш яһарға тура килә?– Ай һайын бер нисә концерт, аҙна һайын, хатта ҡайһы саҡта аҙнаһына ике тапҡыр ғаилә байрамдарында йырларға саҡыралар. Төрлө авторҙарҙың ижад кисәләрендә лә ҡатнашам. Хәйриә концерттарын да (Иҙрис Кәлимуллин балалар йорттары, инвалидтар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй – авт.) иҫәпкә алғанда, аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр, тип ҡурҡмайынса әйтә алам.
– Тамашасылар һеҙҙе йырсы булараҡ белә, ә һеҙ һөнәрегеҙ буйынса – театр артисы. Сәнғәт институтының театр факультетына нисек барып эләктегеҙ?– Мәктәпте тамамлаған йылда ауыл хужалығы институтында урман эше буйынса белгестәр әҙерләүсе яңы бүлек асылды. Күңел бер аҙ шул яҡҡа ла тартыла биреп ҡуйҙы. Әммә мине уҡытыусыларым да, туғандарым да сәхнә кешеһе итеп күрергә теләне. Үҙем дә йыр яратҡас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Тик музыкаль белемем булмағас, ике йыл әҙерлек курсында уҡырға тәҡдим иттеләр. Миңә ул мәлдә, уҡырға инде, тигән һүҙ мөһим ине, шуға күрә ошо уҡ уҡыу йортоноң театр бүлегендә үҙ көсөмдө һынарға булдым. Уйламаҫтан ғына уҡырға инеп киттем.
Йәш тамашасылар театры өсөн әҙерләнгән махсус курста уҡыным. Актер булып оҙаҡ эшләргә тура килмәне, әммә әҙ генә эшләү дәүерендә лә төрлө характерҙағы ролдәрҙе башҡарып өлгөрҙөм. Республикала беренсе булып “Мөхәббәт һәм нәфрәт” рок-операһын сәхнәләштерҙек, был заманында ҙур яңылыҡ булды.
– Ҡатынығыҙ Гүзәл ханым менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?– Кишер баҫыуында. Беҙҙе, студенттарҙы, ниндәйҙер колхозға ярҙамға тип, йәшелсә йыйырға ебәрҙеләр. Өҫтөбөҙҙә алама кейем, бит-ҡул бысраҡ. Егеттәр тоҡ ташый, ә ҡыҙҙар кишер сүпләй. Башҡалар йыш-ҡыш туҡтап һөйләшә, көлә, шаярып та китә, ә бер ҡыҙ шым ғына эшләп тик йөрөй. Мин уға тап ошо холҡо өсөн иғтибар иттем. Тыйнаҡ та, серле лә. Эш тамамланып, уҡыу башланғас, икебеҙҙең дә бер уҡыу йортонда белем алыуыбыҙ асыҡланды. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Аллаға шөкөр, матур йәшәнек, бер-беребеҙгә терәк булып утты-һыуҙы үттек. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Олоһо Дианаға – 25, уртансыһы Камилаға – 15, ә кескәй Мәҙинәгә ике йәш.
– Уларҙың сәнғәт юлынан китергә теләге юҡмы?– Бәләкәйҙәрен әлегә белмәйем, ә Диананың теләге бар ине. Мәктәпте тамамлағас, мин тамамлаған Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инде. Бәхеткә күрә, ул үҙенең хыялынан баш тартып, икенсе юлдан китте. Бәхеткә күрә, тип әйтәм, сөнки ул күңеле менән нескә, йомшаҡ кеше. Ә театр донъяһы бик ҡатмарлы, унда хатта ки бүре закондары хөкөм һөрә. Стрестарҙы күтәрә алмаҫ ине. Икенсе уҡыу йортон тамамланы, әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
– Ә һеҙ үҙегеҙ театрҙан ошо ауырлыҡтар булғанға киттегеҙме? Һеҙгә лә стресс кисерергә тура килдеме?– Мин ирек эҙләп киттем. Бер генә ҡалыпҡа һыймай башлағас, үҙаллы эшләргә теләк тыуҙы. Театрҙан китеү, бәлки, көсһөҙлөктөр, әммә китеп тә, юғалып ҡалмайынса, сәхнәлә, сәнғәттә үҙ урыныңды табыу – оло хеҙмәт һәм батырлыҡ. Бер нәмәне асыҡ әйтә алам: театрҙа ҡалған булһам, йырсы булараҡ танылыу яулай алмаҫ инем.
– Дингә ҡарашығыҙ нисек?– Беҙ дини ғаиләлә тәрбиәләндек. Әсәйемдең атаһы Малик ҡартатайым указлы мулла булды. Ә ышаныуға килгәндә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына инанам, ышанам. Мосолман дине таҙалыҡҡа, тәртипкә, изгелеккә өндәй. Төрки халыҡтарҙы динебеҙ берләштерә, беҙҙең асылыбыҙ бер.
– 50 йәшлек алтын юбилейығыҙҙы ниндәй тойғолар менән ҡаршы алаһығыҙ, ниндәйҙер байрам сараһы буламы?– Тыуған көндәр килә тора, үтеп китә тора, үҙемдең йәшемә әллә ни иғтибар бирмәйем. Быға тиклем нисек булдым – шулай ҡалырмын тип уйлайым. Ҡартлыҡ тураһында уйлағаным юҡ, яңы йырҙар, яңы тамашалар менән янып йәшәйем. Байрам сараһына килгәндә, 11 апрелдә Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә алтын юбилейыма арналған тамаша буласаҡ. Нисек булырын әлегә әйтмәй торам, әммә минең тарафтан көтөлмәгән яңылыҡтар, сюрприздар күп буласаҡ. Ижадымды үҙ итеүсе тамашасыларҙы көтөп ҡалам.
Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.