30.11.2010 Төбәк артистарын мәскәүҙәр шефлыҡҡа аласаҡ
Республикала ижади проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн грант төрөндә 5 миллион һум тирәһе аҡса бүленәсәк. Был хаҡта БР Президенты Р. Хәмитов театр сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәргән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.
Кәңәшмә субъекттар етәкселәре, федераль ведомстволар һәм театр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк һәм документ ике яҡлап тәжрибә уртаҡлашыуға килтерәсәк. Союз республикаға үҙ белгестәрен – тәнҡитселәрен, режиссерҙарын ебәрәсәк, мастер-кластар, сәхнә телмәре, сәхнәлә хәрәкәт итеү һәм башҡа актер дисциплиналары буйынса уҡыуҙар, шулай уҡ Башҡортостанға «Et cetera» театры гастроле ойоштороласаҡ.