14.03.2015 Ҡазандан – еңеү менән!
Талантлы йырсы Фәһим Тоҡомбәтов халыҡ-ара йырсылар конкурсында I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Халыҡ йырҙарына ғашиҡ талантлы йырсы Фәһим Тоҡомбәтовтың исеме яҡташтарыбыҙға күптән таныш. Иглиндәрҙең һөйөүен яулаған, район сәхнәһенең йөҙөк ҡашы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында еңеү яулаусы һәм башҡа бихисап бәйгелә лә һынатмаусы егет тағы бер оло уңышы менән ҡыуандырҙы. Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Венера Ғәниева исемендәге «Һандуғас» халыҡ-ара йырсылар конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайтты.
Йырсылар ярышында быйыл йөҙләп конкурсант ҡатнашты. Унда, Башҡортостан һәм Татарстандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә йырсылар күп килгән. Конкурс өс номинациянан торҙо: академик, халыҡ һәм эстрада вокалы. Фәһим Тоҡомбәтов шуларҙың һуңғы икәүһендә көсөн һынап ҡараны һәм «Халыҡ йырҙарын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында уңыш яуланы, «Эстрада йырҙарын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Фәһим үҙенең көслө һәм моңло тауышы менән «Уралым», «Буранбай», «Һандуғас», «Ҡоштар китә» йырҙарын башҡарҙы. Йырсыларҙың сығышын Венера Ғәниева үҙе, Ҡытайҙың музыка белгестәре, башҡа абруйлы йыр сәнғәте вәкилдәре баһаланы.
– Конкурста ҡатнашыу минең өсөн оло һынау ҙа, тәжрибә лә булды, – ти Фәһим. – Сәхнәгә сыҡҡан һәр йырсы үҙен көслө профессионал итеп күрһәтте. Жюри ағзалары ла юғары кимәлдәге музыка белгестәре ине. Шуға күрә юғары баһаға лайыҡ булыу минең өсөн ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләйем. Үҙемдең башҡарыу кимәлемде башҡаларҙыҡы менән сағыштырып ҡайттым, нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләнем. Еңеүемде ҡатыным Гөлдәргә бағышланым. Хыялдарымдың тормошҡа ашыуы минә ҡанат ҡуйып, дәрт-дарманымды арттырҙы, киләсәккә ышаныс өҫтәне.
Яҡын киләсәктә Фәһим Тоҡомбәтовты тағы ла бер абруйлы бәйге көтә – уны Р. Ваһапов исемендәге татар йыры халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡырғандар. Унда сығыш яһау өсөн уға романстар өйрәнергә тура киләсәк.
Зимфира ҠАЛМАНТАЕВА.
Автор фотоһы.