«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Балкондан төшкән мөхәббәт



14.03.2015 Балкондан төшкән мөхәббәт

Драматург Наил Ғәйетбаевтың өр-яңы әҫәре сәхнәгә сыҡты.

Балкондан төшкән мөхәббәтҠатын-ҡыҙға көслө булыу модаға инде. Карьера, аҡса, йорт, йыһаз, эш һәм башҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ теҙмәлә ғаилә, ир төшөнсәләре тик аҙаҡҡы урындарҙы ғына биләй. Хатта көслө заттың исемлектән бөтөнләй төшөп ҡалыу осраҡтары ла бар. Шуға күрә йәмғиәттә, тотош илебеҙҙә яңғыҙҙарҙың һаны көндән-көн арта, демографик хәл киҫкенләшә. Күҙгә күренмәгән бәхеттең йәнәшәлә генә булыуына ышанмай, донъя ҡыуып, ғүмер үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ шикелле. Тиҙлек арттырып сапҡан саҡта кемдеңдер бәхетенә лә, ҡайғыһына ла, хыялына ла ҡарап тороу юҡ. Арып-талып туҡталабыҙ ҙа, тик ваҡыт үткән була. Ә үткәндәрҙә – әллә күпме рәнйеш, селпәрәмә килгән хыялдар һәм кире ҡайтмаҫ өсөн үткән йәшлек...

Төрлө сәбәптәр арҡаһында яңғыҙ ҡалған дүрт класташ ҡатын “Ирекле ҡатындар” клубы төҙөп, Яңы йыл байрамын бергәләп ҡаршы алырға йыйыла. Үткән тормоштарына, насар ирҙәренә зарланышып ултырған мәлдә балкондан өшөп-туңған, ярым яланғас ир заты пәйҙә була. Уҫал, яһил Гөллирәнең тәүге ире, мөхәббәттең барлығына ышанып, һөйөүгә өмөт итеп йәшәүсе Фәниләнең тәүге мөхәббәте, алтын ҡуллы Хәйҙәр байрам көнөндә аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында ауыр хәлгә ҡалған. Ул үҙенең тарихы һәм булмышы менән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышын ҡырҡа үҙгәртергә сәбәпсе лә була. Наҙға, ир-ат иғтибарына сарсаған дүрт ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһыһын һайлар?
“Нур” татар дәүләт театры сәхнәләштергән “Балкондан төшкән мөхәббәт” комедияһы тамашасы­лар­ҙы күҙ йәштәре аша көлдөрҙө. Һәр кем, үҙенең, яҡын кешеһенең, танышының тормошон ошо тамашала күреп, уйланып, фәһем алып ултырғандыр. Комедия – билдәле драматург Наил Ғәйетбаев менән режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевтың бергәләп башҡарған эше һөҙөмтәһе. Үҙ эшенең оҫтаһы булған талант эйәләренең берлектәге хеҙмәте – “Үҙ ҡатыныма өйләнәм”, “Иреңде миңә һат”, “Бер мәл санаторийҙа” комедиялары “Нур” татар дәүләт һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрҙары сәхнәһендә бара. Автор яңы әҫәрендә замандың киҫкен проблемаларын, ғаилә ҡиммәттәренең юҡҡа сығыуын нескә юмор һәм көлкөлө ваҡиғалар аша еткерә алған. Спектаклде рәссам Нурия Ғабдуллина, композитор Урал Иҙел­баев биҙәп, үҙенсәлекле атмосфера барлыҡҡа килтерә. Йыр текстары авторы – Резеда Зарипова.
Премьераның тап байрам көндәрендә булыуын тамашасылар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур бүләк кеүек ҡабул итте. Һәм театрҙың береһенән-береһе талантлы, иҫ киткес матур, үҙенсәлекле актрисаларының бер сәхнәлә уйнауы тамашаны күпкә байыта, ҡыҙыҡлыраҡ итә. Башҡор­тостандың халыҡ артисы Финә Вәлиева, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артистары Миңнинур Сәйето­ва-Ғиззәтуллина, Резеда Зарипова, театрҙың йәш таланттары Лиана Хәйретдинова, Айһылыу Ғүмәрова, Дамира Сәйетова, Эльмир Хәй­ретдинов, Руслан Хисаметдинов ролдәрен урынына еткереп, ышандырып башҡарҙы һәм тамашасыларға онотолмаҫлыҡ күңел кисерештәре бүләк итте.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға