«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бәхетнәмә бәхет өләшә



07.03.2015 Бәхетнәмә бәхет өләшә

Бәхетнәмә бәхет өләшәҺәр кем, айырыуса ҡатын-ҡыҙ төшкө ял мәлен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тәмле аш, ял минуттары һәм, әлбиттә, “зәнгәр экран” янында файҙалы кәңәштәре, ҡыҙыҡлы шәхестәре, йәнле әнгәмәләре менән “Бәхетнамә” тапшырыуы көтә уларҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша барған тапшырыу һәр ҡатындың әхирәтенә, кәңәшсеһенә әйләнгән дә инде.
Кешеләр тирә-йүнгә күңелендә ятҡан яҡтылыҡтан йылы бүлеп бирә, тиҙәр. “Бәхетнамә” тапшырыуын әҙерләп сығарыусы сибәр, уңған, талантлы һәм, әлбиттә, бәхетле ҡыҙҙар йәмғиәтебеҙҙә йәшәгән барлыҡ гүзәл заттың бәхетле һәм уңышлы булыуын теләй. Шуға ла улар эшен бар күңелен, хистәрен һалып башҡара.
Тапшырыу ойошторолған ваҡытта педагогика һәм бала тәрбиәләү темалары менән эфирға сыға. Ике йыл үткәс, проект авторы Гөлназ Яҡупова, тапшырыуҙы киңәйтеп, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыҡлы булған башҡа темаларҙы ла яҡтыртырға тәҡдим яһай. Гүзәл затты ҡыҙыҡһындырған ир менән ҡатын мөнәсәбәте, йорт ҡарау, аш-һыу, дин, әхлаҡ һәм башҡа бик күп һорауға яуап эҙләгән яңы форматтағы тапшырыу тағы ла киңерәк танылыу яулай.
– Хужабикәләрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, яңы китаптар, проекттар, тамашалар хаҡында ла тапшырыуҙар эшләйбеҙ. Беренсенән, ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт эш менән генә булмай, һәр кешенең – үҙ ҡыҙыҡһыныуы, икенсенән, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте пропагандаларға тейешбеҙ. Милли асылыбыҙҙы иҫәпкә алып, ҡәйнә менән килен мөнәсәбәтен сағылдырған тапшырыу ҡыҙыҡлы булды. Димселәр, ҡот ҡойоусылар хаҡында тапшырыу сыҡҡас, геройҙарҙың телефон номерҙарын һорап йыш шылтыраттылар, хаттар килде. Балаларға психологик ярҙам тураһында һөйләшеүҙән һуң рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр булды. Ғөмүмән, күп тапшырыуға халыҡ битараф түгел. Эшебеҙҙең файҙа килтергәнен аңлап, шатланабыҙ. Уңышлы ҡатын-ҡыҙ – ул аҡыллы ҡатын, уңған хужабикә, мөләйем, матур ханым, тәрбиә бирерлек әсәй, эшлекле коллега кеүек сифаттарҙы үҙендә туплаусы зат. Беҙҙең тапшырыуҙы әҙерләгән команда уларға һәр яҡтан ярҙам итергә тырыша, – ти тапшырыу хеҙмәткәре Руфина Дәүләтова.
Әйткәндәй, “Бәхетнамә” ҡыҙҙары тормошта бик бәхетле. Тәжрибәле журналист, тапшырыуҙың етәксеһе Гөлназ Яҡупова янына үҙ эшенең оҫтаһы булған, алсаҡ, матур, йәш ҡыҙҙарҙы йыйған. Руфина Дәүләтова менән Гөлсәсәк Әминова бала саҡтан “Урал батыр” эпосын һөйләүселәрҙең республика конкурсында еңеү яулаған, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәре менән даими хеҙмәттәшлек иткән йәш журналистар, бөгөн инде дипломлы белгестәр. Икеһе лә былтыр һөйгәндәре менән ҡауышып, ғаилә ҡорған. Алып барыусы Гөлназ Ишемғолова менән Гөлназ Яҡупова икешәр бала тәрбиәләй, уңған хужабикәләр. Руфина, эштән тыш, аспирантурала белем ала, буласаҡ ғалимә. Гөлсәсәк шиғырҙар ижад итә, Гөлназ Ишемғолова – шиғриәттә лә, прозала ла үҙ көсөн һынаған кеше. Хәбәрсе Әлфиә Сынбулатова әлегә декрет ялында, яңыраҡ улы тыуып, бәхетле әсәләр рәтен тулы­ландыр­ған. Ул дин тураһындағы сюжеттары менән билдәле. Зыялы ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәтенең һәм мәҙәниәтенең һәр яңылығы менән танышып барырға тырыша. Улар тапшырыуға килгән һәр ҡунаҡтың фекерҙәренән үҙҙәренә бик күп файҙалы кәңәш алған. Билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыуҙан һуң буҙа яһарға, талҡан әҙерләргә өйрәнгәндәр, был милли ризыҡтар хәҙер уларҙың табынына һәр көн ҡуйыла.
Бәләкәй коллективҡа, дуҫтары булмаһа, һәр эш көнөндә тиерлек яңы сығарылыш әҙерләү мөмкин булмаҫ ине. “Бәхетнамә”гә ярҙам ҡулы һуҙыусы даими эксперттар ҡоро бар. Гөлнәзирә Йәнтүрина, Гөлназ Шафиҡова, Әлфиә Байрамғолова, Гүзәл Вилданова, Гөлсирә Ғиззәтуллина – тапшырыуҙың иң ҙур ярҙамсылары. 26 минутлыҡ тапшырыуҙы әҙерләү өсөн ҡыҙҙарға байтаҡ тир түгергә, эҙләнергә тура килә. Башҡорт телен белгән, матур һөйләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, теманы төрлө яҡтан яҡтыртырлыҡ фекер йөрөткән геройҙар табыуы еңел түгел. Хеҙмәткәрҙәр, эш ваҡытынан тыш, ял иткәндә, сәфәргә сыҡҡанда, таныштары менән аралашҡанда, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын уҡығанда ла үҙҙәренә геройҙар эҙләй. Гөлназ Яҡупова билдәләүенсә, күп осраҡта уларға интернет селтәре лә ярҙам итә:
– Заманса технологияларҙың файҙаһы ҙур. “Бәхетнамә”нең халыҡҡа тәьҫире хаҡында белер өсөн “Бәйләнештә” сайтында тапшырыуҙың төркөмөн булдырҙыҡ. http://vk.com/bahetnama адресы буйынса инеп, беҙҙе даими ҡараусылар унда үҙ фекер­ҙәрен еткерә, хатта темалар ҙа тәҡдим итә. Әүҙем ярҙамы өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ижадташ дуҫыбыҙ булған “Йәшлек” гәзите уҡыусыларынан да тәҡдимдәр, кәңәштәр, шылтыратыуҙар, урынлы булһа, тәнҡит һүҙҙәрен дә көтөп ҡалабыҙ. Яндарында ҡыҙыҡлы геройҙар булһа, беҙгә хәбәр итһендәр ине. Кемдәр тапшырыуҙы ваҡытында ҡарай алмаған, йә элекке тапшырыуҙарҙы ҡарарға теләй, http://tv-rb.ru/ адресына инеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының сайтында таныша ала.
“Бәхетнамә” һәр гүзәл затҡа, һәр йортҡа бәхет, йылылыҡ тарата, күңелдәргә изгелек орлоғо һала. Бындай файҙалы һәм матур тапшырыуҙар күберәк булһа, йәшәү яҡтыраҡ, күңеллерәк булыр ине. Изгелектән – изгелек, матурлыҡтан матурлыҡ тыуа.

Гөлнур Юлдашева.

Фекерҙәр

Гөлшат ЙӘНТИЛИНА, хужабикә, ике бала әсәһе, Йылайыр районы:
– “Бәхетнамә” – ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фәһемле һәм кәрәкле тапшырыу. Үҙәк каналдағы тапшырыу­ҙарҙан айырмалы рәүештә, үҙебеҙҙең ерлектә йәшәүсе шәхестәр мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған үҙенсәлектәребеҙҙе иҫәпкә алып кәңәштәр бирә. Тапшырыуға оҙайлы ижади ғүмер теләйем.

Розалия ӘФЛӘТҮНОВА, Баймаҡ ҡалаһы, уҡытыусы:
– Тапшырыу халыҡсанлығы, ябайлығы менән күңелгә яҡын. Халыҡ араһынан ҡунаҡтар булыуы ҡыуаныслы. Тик тапшырыу кис күрһәтелһә, беҙгә, эштәге кешеләргә, даими ҡарарға мөмкинлек булыр ине. Юғиһә ҡайһы бер тапшырыуҙар менән интернет селтәре аша эҙләп танышырға тура килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға