«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сәхнәлә – Учалылар



27.02.2015 Сәхнәлә – Учалылар

Яҙҙың тәүге тамсылары тамып торғанда, баш ҡала тамашасыһына бүләк эшләмәксе булып, Учалы яҡтарынан матур концерт “ылауы” юлға сыға.
Учалы муниципаль фи­лармонияһы артистары “Тыуған ерем – изге бишегем” тигән программаһы менән Өфөлә йә­шәүсе яҡташтарын ҡы­уан­дырмаҡсы. Улай ғына ла түгел, “Килегеҙ, күрегеҙ, ситтә ятып ҡалма­ғыҙ!” тигән шаян саҡырыу барыһына ла ҡағыла.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы, моғайын, 13 мартта, йомала, шаулап-гөрләп торор. Кем әйтмешләй, учалылар йыр-моңға бай ул!
Республика тамашасыһына таныш ижадсылар киләме, тип тә һорар берәү. Илдар Жамаловты күптәр яратып тыңлай, “Уралтау” бейеүселәрен дә һоҡланып ҡарайҙар. Бынан тыш, “Башҡорт йыры” конкурсында ҡатнашҡан йырсылар ҙа бар. Ысынлап та, барайыҡ, күрәйек, йәмәғәт.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға