01.02.2015 Актер һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш
Стәрлетамаҡ театрын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормошсан, характерлы ролдәре менән халыҡтың һөйөүен яулаған, күҙ ҡарашы менән дә тамашасыны үҙенә буйһондорған ҡабатланмаҫ шәхес ул. Тормош иптәше Флорид ағай менән йылдар дауамында тыуҙырған матур, сағыу образдары тамашасылар күңелендә бөгөн дә һаҡлана. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова.
– Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙарының иң көслө образдарын сағылдырған, Стәрлетамаҡ театры тарихына нигеҙ ташы һалыусы сәнғәткә, театрға нисек килде?
– Сәнғәт тигән сихри донъяға төрлө кеше төрлө юл менән килеп инә. Кемдер бәләкәйҙән унан башҡа бер нәмәне лә күрмәй ҙә, күрергә лә теләмәй, тик шул турала ғына хыяллана. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең һөйләүе буйынса, йә әхирәтенә эйәреп кенә, йә булмаһа, иғланды күреп ҡалып, уйламаҫтан ғына имтихандар биргән һәм осраҡлы рәүештә сәнғәт донъяһына килеп ингән дә, үҙенең юлын тапҡан. Ә мин үҙем бәләкәйҙән тик актер булыу тураһында ғына хыялландым. Башҡа һөнәр тураһында уйламаным да, теләмәнем дә. Илшат ағайымдың (Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов): “Бармайһың да, йөрөмәйһең дә! Ике аяғыңдың береһен атламайһың”, – тип ҡырт киҫеүенә, атай менән әсәйгә ебәрмәҫкә ҡушыуына ҡараманым. Уның шулай ҡырҡа ҡаршы булыуын йылдар үткәс, хәҙерге тәжрибәмдән сығып ҡына аңланым. Был буйым, төҫ-ҡиәфәтем менән (сәхнә кешеһенең буйға оҙон, төҫкә һылыу булыуы мотлаҡ тигән стереотип йылдар буйы килә, ә талант тәү ҡараштан күҙгә ташланмай бит) минең билдәле актер буласағыма, матур ролдәр уйнай алырыма ул ышанмаған. Икенсе пландағы ролдәр менән ғүмерем үтеүенән ҡурҡҡандыр. Уның һүҙенә ҡарамайынса, 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Кәшфи Фәйрүш улы Ғәҙелшин тигән бик көслө уҡытыусы беҙҙең курс етәксеһе булды. Уға инде 95 йәш, һуғыш ветераны, заманында Сибай театрында, Арыҫлан Мөбәрәков менән академтеатрҙа режиссер булараҡ эшләгән кеше. Үҙемдең яулаған уңыштарым, юғары баһаларым менән уға рәхмәтлемен. Тап уның курсында уҡыуымды иң ҙур уңышым, бәхетем тип атай алам.
1970 йылда беҙ Флорид менән Салауат театрына эшкә килдек. Өфө менән Салауат театрында булған айырманы шунда уҡ тойҙом. Ике театр ике почерк кеүек айырылып тора тип әйтер инем. Ул ваҡытта Салауат театрында Хәй Фәхриев, Ғәзизә Насирова, Рим Баянов эшләне. Училищела уҡып өйрәнһәм, Салауатта эшләп өйрәндем. Шул шәхестәрҙең репетициялары ваҡытында, ролем булмаған осраҡта ла, ҡайтмайынса уларҙы күҙәтеп ултыра торғайным. Күҙәтеп өйрәнеү ҙә бик ҙур мәктәп. Башҡаларҙың уйнауына ҡарап, мин былайыраҡ уйнар инем, тип уйлап, күҙаллап ултыраһың. Ә һәйбәт уйнаған ер булһа, ошолай эшләргә кәрәк икән, тип үҙ оҫталыҡ багажыңа һалаһың. Ә хәҙер йәштәрҙә ошондай тырышлыҡты һиҙмәйем. Сәхнәлә ике артист ҡатнашҡан өҙөк репетицияһында шул ике артистан башҡа берәү ҙә юҡ. Башҡа ҡатнашыусыларға: “Һиңә сығырға ваҡыт”, – тип әйтмәйенсә, улар репетиция залына инмәй. Йәштәрҙең ошо холҡо һәм режиссерҙарҙың быға юл ҡуйыуы мине аптырауға һала. Диплом алдым да артист булдым, тигән һүҙ түгел бит. Актер насар уйнағанды ла, һәйбәт уйнағанды ла ҡарап, һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш. Беҙ Салауат театрында режиссер Вәзих Сәйфуллин менән бергә оҙаҡ йылдар эшләнек. Ул, спектаклдә ҡатнашһаң да, ҡатнашмаһаң да, репетицияларҙа мотлаҡ ултыртып ҡуйыр ине. Ике-өс йыл буйы залдан күҙәтеп ултырҙым. Актер өсөн кеше эшләгәнен ҡарап, ролһеҙ ултырыуҙан да ауыры юҡ. Әммә шул репетициялар барышында башҡаларҙың уйнағанын ҡарап, гимнаст тәне менән шөғөлләнгән кеүек, күңелем менән шөғөлләнеп ултыра торғайным. Үпкәләү юҡ, сөнки ҡатнашҡан артистарҙа буй, ҡиәфәт бар, мин уларға конкурент була алмайым. Бер йыл үтте, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерҙе лә, Вәзих Кәшәф улы театрҙан китте. Зөбәржәт ролен уйнаған ҡыҙ Ҡазан ҡалаһына күсеп киткәс, уның урынына мине алырға теләүен әйткәс, Флоридтың: “Юҡ, Ниса героиня түгел!” – тип әйткәнен көлөп һөйләнеләр. Ә Илшат ағайыма килгәндә инде, байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, миңә ҡунаҡҡа интернатта бергә уҡыған ҡыҙҙар килгәйне. Кеше араһында әйтмәһә лә, ағаһы арҡаһында уҡыны, театрға эшкә урынлашты, тип уйлағандар булды бит. Ошо осраҡты файҙаланып: “Ағай, хәҙер нимә тип әйтер инең? Актер булыуыма ҡаршы төшөр инеңме?” – тип һораным. “Мин бит һинең шундай көслө артистка булырыңды белмәнем бит”, – тине.
– Һеҙ Флорид ағайҙы тәү түргәс тә ғашиҡ булдығыҙмы?
– Юҡ, уны тәү күргәс: “Бындай кешене лә актерлыҡҡа алалар икән”, – тип аптыраным. Көмрәйеберәк торған кәүҙәле, костюм эсенән майка кейеп алғайны. Уҡырға 8-се класты тамамлап килгәйне, һәр саҡ уны: “Һин бит Ҡазанға тартымһың, әсәйең, еңгәң татар. Бында нимә ҡарап килдең?” – тип үсектерә торғайным. Башҡорт телен дә матурлап белмәне. “Цәй эцәсеңме?” – тип типтәрсә һөйләшә торғайны. Етмәһә, холҡо ла уҫал, өйрәткәнде алып барманы, үҙ ҡарашы, фекере менән йәшәргә тырышты. Гөлли Мөбәрәкова – сәхнә теленән, Тамара Хоҙайбирҙина бейеүҙән уҡытты беҙҙе. Улар Флоридты төҙәйтеп, тел өйрәтеп, актер итеп алды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның менән режиссерҙарға ла эшләүе еңел булманы, дилбегәне һәр саҡ үҙ ҡулында тотто.
Беҙҙең театр – ғаилә театры. Бында бик күп ғаилә парҙары эшләне һәм эшләй. һуңғы арала, айырыуса Флоридты юғалтҡас, бының һәйбәтме, насармы икәнлеге хаҡында уйлана башланым. Насарлығын да, һәйбәтлеген дә һиҙәм. Барыбер ҙә һәр кем үҙ юрғанын үҙенә тарта. Әгәр ҙә роль бүлә башлаһалар, һәр актер үҙ партнеры менән уйнарға тырыша. Ә ул партнерҙар ғаилә пары ла булһа, улар бер-береһе менән тиҙерәк аңлашып эш итә. Һөнәрҙәренең ауырлығын белгәс, донъя көткәндә лә улар үҙ мөмкинлектәрен аңлай. Аҡсаһыҙлыҡҡа, гел генә юлда йөрөүгә ризаһыҙлыҡ белдермәй. Икенсе һөнәр эйәләре тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарай, был аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә. Ә ғаиләлә булған проблема театрға эйәреп килһә, актер күңеле менән ролгә инеп уйнай алмай.
Миңә Флорид менән тормошта ла, сәхнәлә лә еңел булды. Хәҙер сәхнәлә лә, тормошта ла ир заттары ниңәлер йомшаҡ. Яңыраҡ Валентина Талызина менән әнгәмәне тыңлап ултырғайным, ул ҡыҙына: “Ирҙәрҙең яртыһы – эскесе, ә ҡалған яртыһы йүнәлешен (ориентация) юғалтҡан”, – ти. Был, ысынлап та, шулай. Ә Флорид тормошта, сәхнәлә айырыуса, ҡаты булды. Тормоштан бигерәк, уның сәхнәлә булыуын яраттым, уйнағанын ҡарап туя алмай инем. Үҙенең генә уйнауын гел залдан ҡараным. Ут кеүек янып, етеҙ итеп уйнай. һуңғы ваҡытта һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектакле һуңғыһы булды. “Үлермен, ахырыһы”, – тиеүемә, ул: “Юҡты һөйләмә, аяғы ғына ауыртҡандан кеше үлә тиме ни?” – тип яуапланы. Һуңғы мәлдә ошо репликаны шул тиклем әйткем килмәй торғайны. Ә бит әҫәрҙең сюжетын үҙгәртеп булмай. Яҙмышты ла…
Үлеменән һуң был спектакль репертуарҙан төшөп ҡалды. Уның ролдәрен башҡа бер кем дә уның кеүек итеп уйнай алмаясаҡ. Флорид баҡыйлыҡҡа күскәс, театр коллективы уның иҫтәлегенә бағышлап кисә, йә булмаһа, спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. Илһам Рәхимов үҙемә сценарий яҙырға, режиссер булырға ҡушҡас, аҙна-ун көн эсендә күҙ алдымдан үткән тормош юлын сағылдырған әҫәр яҙҙым. Актерҙар дәррәү генә репетицияларға йөрөнө, билдәле композитор, “Нур” татар дәүләт театрының хор белгесе Афарим Аҡсурин кисәнең башын һәм аҙағын әҙерләне. Һәм Флоридтың иҫтәлегенә арналған шул тиклем матур, тулҡынландырғыс кисә килеп сыҡты. Ошо кисә өсөн Стәрлетамаҡ театры коллективына, сал башымды эйеп, тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Мостай Кәримдең һуңғы шиғырҙарынан: “Ҡайтыр әле, ҡайтыр…” – тигән юлдарҙы уҡып: “Ҡайтамы һуң ул, үҙем генә бармаһам”, – тип илай инем. Ошо кисәнән һуң бер ни тиклем ваҡытҡа булһа ла, ҡайтты, тип үҙемде тынысландырып ҡуйҙым. Күпме кеше уны иҫенә төшөрҙө. Урыны ожмахта булһын инде… Уның үлеме – театр өсөн дә, башҡорт сәнғәте өсөн дә ҙур юғалтыу. Ә үҙемдең юғалтыуымды һүҙ менән генә аңлатып бирә алмайым...
– Театрҙан, сәхнәнән китергә теләгән саҡтарығыҙ булдымы?
– Булды, әлбиттә, күп тапҡыр булды. Гастролдән ҡайтып, йыуылған кер ҙә кибеп өлгөрмәй, ҡабат юлға сығып китә инек. План буйынса 75 көн йәйге, 30 көн көҙгө һәм яҙғы, 15 көн ҡышҡы гастроль ҡаралған. Бер спектакль бөтә республиканы урап сыҡмайынса репертуарҙан төшмәй. Беҙҙең балалар тәгәрмәс өҫтөндә үҫте. Ошо һөнәремде юғалтмауым, актерлыҡтан төңөлмәүем өсөн шул гастролдәр ваҡытындағы фатир хужаларына рәхмәтлемен. Асыҡ күңел менән ҡаршы алып тәрбиәләнеләр. Фатирҙарға ике бала эйәртеп барып инә торғайныҡ. Әлбиттә, фатир таба алмай илап ултырған ваҡыттар ҙа булды. Бер ауылда беҙгә фатир юҡ, клубта Ләйсән ҡыҙыбыҙ менән өсәүләшеп ултырабыҙ, мин илайым. “Ҡайтам да ғариза яҙам”, – тигәйнем, Флорид мине тынысландыра: “Барыбер ике аҙна эшләтәсәктәр, ә ул арала гастроль тамамлана”, – ти. Уҡыуҙы 18 кеше тамамланыҡ, бөгөн барлыҡ курстан мин һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Вәкилә Ҡалмантаева ғына эшләп йөрөй. Сәхнә бик уҫал, төрлө һынауҙар, ауырлыҡтар менән ҡырҡ иләктән үткәрә. унда түҙемдәр һәм фанаттар ғына ҡала.
– Күп артистарҙың балалары ла ошо һөнәрҙе һайлай. Ә һеҙҙең балаларығыҙ сәхнә менән ауырыманымы?
– Беҙ Флорид менән йыш ҡына һөнәр буйынса өйҙә лә бәхәсләшә торғайныҡ. Хатта һуңғы йылдарҙа уның миңә: “Режиссировать итмә минең менән”, – тип тә ҡысҡырған саҡтары булды. Ошо бәхәстәрҙе, аҡсаһыҙлыҡты, юл йөрөү ауырлығын күргәнгә лә балалар сәхнә тураһында хыялланманы. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән, бала саҡтан беҙҙең менән бергә спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөһә лә, уҡытыусы һөнәрен һайланы. Улыбыҙ ҙа, актерлыҡ һәләте булыуына ҡарамаҫтан, икенсе юлдан китте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Флорид уларҙың актер булыуын теләмәне. Ә мин ҡаршы килмәҫ инем.
– Йәш актерҙарға, артистарға нимә теләр инегеҙ?
– һәйбәт спектаклдәр килеп сыҡһа ла, актерҙар бәләкәй генә бүлекте лә һәйбәт итеп уйнаһа, ихлас шатланам. Ә йәштәрҙең театрҙан китеүе ҡайғыға һала. Һәйбәтме ул, насар актермы, әммә һәр киткән кеше артынан күңелдә бушлыҡ тойғоһо ҡала. Ә бит театр (дөйөм алғанда ла, Стәрлетамаҡ театры тарихына күҙ һалғанда ла) бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәйенсә, йылдар буйы йәшәп килә.
Беҙҙең төп ҡоралыбыҙ – тел һәм һүҙ. Тамаша залындағы һәр кеше һинең һүҙеңде аңларға, ишетергә тейеш. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә. Телдең ҡәҙерен ебәрмәһәк ине.
Йәш саҡта театрға эшкә килгәс, бәлки, һәр кешегә, айырыуса оло быуынға оҡшап та етмәгәнмендер. Төрлө һүҙҙәр еткереүселәр булды. Ә бит һәр ваҡыт маҡталып ҡына йөрөп тә, гел генә һәйбәт итеп эшләп тә булмай. Үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып, йәштәргә һәр көҙ япраҡ ҡойоп, һәр яҙ һайын ҡабат япраҡҡа бөрөләнгән ағас кеүек булырға кәңәш итәм. Тәнҡиткә улар күңел төшөрөп түгел, ә үҫеш өсөн кәрәк нәмә тип ҡараһын ине. Сәхнә ауырлығы ҡурҡытмаһын, өркөтмәһен ине уларҙы. Сәхнә барыбер йәшлекте ярата, ә йәшлек ниңәлер тиҙ генә үтә лә китә. Театрға дәртле, талантлы йәштәрҙең килеүен көтәбеҙ!
– Ниса апай, һеҙҙең ижадығыҙҙы, уйнауығыҙҙы бөтә ғүмерем буйы күҙәтеп барған кеше булараҡ, шуны әйтеп үткем килә: үҙегеҙ әйтмәйенсә һеҙҙең буйға тәпәш, төҫкә һылыу булмауығыҙҙы бер кем дә күрмәҫ тә, белмәҫ тә ине. Сөнки һеҙҙә ярылып ятҡан талант бар. ошо талантығыҙ һеҙҙе тамашасы алдында һомғол да, һылыу ҙа итә. Һаулыҡ һәм ғүмер теләйбеҙ!