01.02.2015 Беҙҙекеләр халыҡ-ара конкурста һынатманы
Яңыраҡ Мәскәүҙә Баш ҡалалар һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы (МАГ) ойошторған “Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала” III халыҡ-ара смотр-конкурсы тамамланды. Сара «Мегаполис: ХХI быуат» халыҡ-ара форумы программаһына ла ингәйне һәм ул БДБ илдәрендә урынлашҡан ҡалаларҙың идара итеү һәм хужалыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелде.
Еңеүселәр араһында Башҡортостан журналистары ла бар. “Евразия иҡтисади киңлегендә ҡала-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү” номинацияһында “Сибайский рабочий” гәзите һәм уның хәбәрсеһе Жанна Рузанова III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Ҡаланың территориаль киңлектә үҫеше” номинацияһындағы өсөнсө урынды “Өфө” журналы һәм уның хәбәрсеһе Алексей Фәтихов, UTV телеканалы (хәбәрсеһе Әлфиә Ильясова) алды. “Ҡала мөхите экологияһы”нда I дәрәжә диплом менән “Общественная электронная газета” һәм уның әҙәби мөхәррире Евгения Сюткина баһаланды. “Аргументы и факты – Башкортостан” гәзите хәбәрсеһе Юлия Байджанова Баш ҡалалар һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһының махсус дипломы менән билдәләнде.
Э. БУЛАТОВ.