«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Гөрләп тора йыр-моң бишеге



30.01.2015 Гөрләп тора йыр-моң бишеге

Бына шаулап-гөрләп Мә­ҙәниәт йылы ла үтеп китте. Филармониябыҙ, ғөмүмән, артистарыбыҙ, ижади халыҡ өсөн ул көтөп алынған һәм әһәмиәтле, фәһемле йыл булды.

Иң ҡыуаныслыһы – артистарҙың эш хаҡы бермә-бер артты. Был ижад кешеләре өсөн мөһим мәсьә­ләләрҙең береһе.
Филармониябыҙҙың матди-техник базаһы ла күпкә нығынды. Сәхнәне яҡтыртыу, тауыш аппаратураһы, артистарға яңы сәхнә костюмдары һатып алынды.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең гастролдәр географияһы ла киңәйә бара. Ижади коллективтарыбыҙ республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең дә төрлө төбәктәрендә йыш сығыш яһай. Быға беҙҙең мәҙәниәт уса­ғының күп милләтле коллективлы булыуы ла киң мөмкинлек бирәлер.
«У сэм» мари эстрада төркөмө – Мари Иленең йыш ҡунағы. «Түңгәүер» бейеү ансамбле концерттары менән Рәсәйҙе арҡыры-буйлы йөрөп сыҡты, тиһәң дә, хата булмаҫ. Улар бигерәк тә Себер яҡтарында, Ханты-Манси автономиялы округында, Силәбе, Ҡур­ған, Ырымбур өлкәләрендә һәм башҡа республикаларҙа йыш була.
Әйткәндәй, «Ҡәрҙәштәр» баш­ҡорт эстрада, «Ҡайтауаз» татар төркөмдәре лә республика төбәктәре менән генә хушһынмай. Улар­ҙы хәҙер илебеҙ ҡала-ауылдарында ла көтөп алалар.
Бик күп сараһы, тематик концерты, шоу-программаһы менән фи­лармониябыҙҙың әҙәби-музыкаль лекторийы иғлан ителгән йылдар­ҙы билдәләүгә ҙур өлөш индерә. Тап был коллектив милли шәхестәребеҙҙе пропагандалауҙа, исемдәрен мәңгеләштереүҙә мөһим роль уйнай, йәш быуынды республиканың һәм илдең рухи байлығы менән таныштырыуҙа етди ҡорал булып тора.
Әҙәбиәт йылын да Нефтекама дәүләт филармонияһы әүҙем башлап ебәрҙе. Әҙәби-музыкаль лекторий был йылға ҡарата махсус программалар әҙерләне лә инде. Уларҙың береһе – бөйөк рус яҙыу­сыһы Михаил Лермонтовтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арнал­ған ҡыҙыҡлы һәм бай программа.
Ошо концерт программаһы менән мәҙәниәт усағыбыҙ республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылын асыу сараһында ҡатнашты. Бының менән бер үк ваҡытта башҡа тамашалар ҙа үтәсәк.
Ә инде 7 февралдә Әҙәбиәт йы­лы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ҙур концерт ме­нән Нефтекама ҡалаһында сығыш яһағандан һуң филармониябыҙ Көньяҡ Урал зонаһы райондарына гастролгә юлланасаҡ.
Уларҙы 8 февралдә – «Яҡтыкүл» санаторийы, 9-ында – Бело­рет, 10-ында – Асҡар, 11-ендә – Сибай, 12-һендә – Баймаҡ, 13-дә Яңы Собханғол тамашасылары көтә.

Зилә АҘНАБАЕВА,
Нефтекама дәүләт
филармонияһының әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға