«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Киләсәккә илтер тәүге аҙымдар



23.01.2015 Киләсәккә илтер тәүге аҙымдар

Киләсәккә илтер тәүге аҙымдарКиләсәккә илтер тәүге аҙымдарКиләсәккә илтер тәүге аҙымдарБылтыр, Мәҙәниәт йылында, байтаҡ мәҙәни сара булды. Айырыуса йәш та­ланттарҙы үҫтереүгә оло иғтибар бүленде. Милли драматургияны үҫтереү буйынса режиссер Зиннур Сөләймәнов, Әлиә Яхина һәм БР Мәҙәниәт министрлығы эксперты Эльвира Исҡужина ҡатнашлығында ойошторолған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы – үрҙә әйтелгәндәргә асыҡ миҫал.
Өс этаптан торған «Хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһы йыл башында иғ­лан ителеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Конкурста 45 йәшкә тиклем быуын, үҙен драматургия өлкә­һендә һынап ҡарарға теләгән йәштәр һәм профессиональ автор­ҙарға ҙур мөмкинлектәр асылды. Се­минар-уҡыуҙарҙы Мәскәү һәм Өфө ҡалаларының театр белгестәре алып барҙы.
Семинарға үткән ун дүрт йәш авторҙың пьесаларын Мәскәү ҡала­һынан саҡырылған абруйлы белгестәр: «Хәҙерге драматургия» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, театр тәнҡитсеһе Валентина Фе­дорова, «Халыҡтар дуҫлығы» журналы редакторы Фәрит Нә­ғимов, шулай уҡ үҙебеҙҙең республика театр белгестәре – З. Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, сән­ғәт ғилеме кандидаты Галина Вербицкая, Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры урынбаҫары Динә Дәүләтшина һәм белгесе Рида Буранова баһаланы.
– Мәҙәниәтте күтәреү һәм үҫтереү маҡсатын ҡуйған дәүләт идаралығы һәм мәҙәни үҫешкә үҙ өлөшөн индергән ижади кешеләр араһында бергәлектең булыуы иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе көслө яҙыусыларҙың һәм өмөтлө йәштәрҙең булыуы икеләтә ҡыуаныс, – тине Мәскәүҙән килгән билдәле драматург Фәрит Нәғимов.
Тәүҙә семинарҙа ҡатнашыусы­лар­ҙы һайлап алыу өсөн интернет селтәрендә махсус бәйләнеш төркөм булдырылды. Илле эштән уңышлы ун дүрт пьеса һайлап алынып, апрель башында беренсе этапта һынау тотто. Сара программаһына ярашлы, уҡыуҙар иртәнән алып кискә тиклем дауам итте. Һәр көн, 2 – 3 авторҙың пьесаһын тикшереүҙән тыш, ҡатнашыусылар драма төрҙәрен, төҙөлөшөн билдәле драматургтарҙың әҫәрҙәре ме­нән берлектә сағыштырма рәүештә өйрәнде. Бынан тыш, улар үҙ геройҙарын З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары тарафынан уйналған өҙөктәрҙә күрҙе. Шулай уҡ семи­нар­ҙа ҡатнашыусылар­ҙың береһе – Владимир Аношкиндың «Урал ба­тыр» пьесаһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡуйылды. Автор­ҙарҙың эштәре тикшерелеп бөткәс, уларға киләһе этапҡа тиклем үҙ әҫәрҙәрен камиллаштырырға йә яңынан яҙыр­ға ҡушылды.
II этап 23 – 27 июнь арауығында үтте. Тәүге этаптан айырмалы рә­үештә, унда режиссер­ҙар, сценограф, художник, композиторҙар һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт һәм рус труппаһы актер­ҙары ла ҡушылды. Шулай уҡ режиссерлыҡ һөнәре буйынса Мәскәү ҡалаһынан кино һәм театр режиссеры А. Казанцев һәм М. Рощин исемендәге драматургия һәм режиссура үҙәгенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Ольга Субботина килде. Уның етәкселегендә режиссерҙар берлеге төҙөлдө.
Был этаптың аҙағында киләһе осрашыуға театр директорҙарына сәхнәлә күрһәтеү өсөн уңышлы тип табылған биш пьеса һайлап алынды. Йәш драматург Шәүрә Шәкү­рова: «Эшебеҙҙең тәүге һөҙөмтәләрен күреүебеҙ дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы күрһәтте. Ойоштороусы­лар бер нисә пьесаны йә бер нисә авторҙы табыу менән генә сикләнмәһен ине. Ауаздаш профессионалдарҙы ижади үҫтереп, туплап, бергә ижади эшләү зарур», – тине.
Семинар-лабораторияның өсөнсө, йомғаҡлау этабы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм «Нур» татар дәүләт театрҙарында 7 – 9 ноябрҙә юғары кимәлдә уңышлы үтте. Йомғаҡлау этабына, тәнҡитсе, белгестәрҙән тыш, билдәле режиссерҙар, театр директор­ҙары ла саҡырылды. Салауат башҡорт дәүләт дра­ма театры директоры Азат Йы­һаншин (бөгөнгө көндә милли йәштәр театрында эшләй), Стәрле­тамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Ғәфүр Хәйет­ҡолов, Си­байҙан А. Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Вадим Ғилманов, Си­бай дәүләт театр-концерт берләшмәһе режиссеры Борис Мәхмүтов сараның төп ҡунаҡтары булды. Семинарҙың был этабында ҡатнашыусы драматургтар Салауат Әбү­зәр, Шәүрә Шәкүрова, Дамир Йо­сопов, Ангиза Ишбулдина, Игорь Яковлевтың әҫәрҙәре йәш режиссерҙар, сценограф, актерҙар ярҙамында әҙер пьеса кимәленә еткерелеп, тамашасы-ҡунаҡтарға пьесанан алынған эскиздар рәүешендә тәҡдим ителде. Бигерәк тә икенсе этапта барлыҡҡа килгән спектакль-коллажды яңы форматта күреү һәм уның Милли йәштәр театры репертуарына тәҡдим ителеүе – ҡыуаныслы хәл.
Семинарҙың тағы бер нисә еңеүен әйтеп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, драматург Игорь Яковлев Рәсәй кимәлендә үткән Волошин исемендәге конкурста 3-сө урын яуланы, Шәүрә Шә­күрованың китабы донъя күрҙе, Ангиза Иш­булдина киносценарийҙар конкурсында еңеүгә өлгәште.
Һуңғы көндә семинарҙа ҡатнашыусыларға һәм өс этап дауамында драматургия, режиссура, сәхнә оҫталығы серҙәренә төшөндөргән ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларға республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығының бүләктәре, сертификаттар тапшырылды. Йомғаҡ яһалып, хәҙерге драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһын йыл да үткәреү кәрәклеге тураһындағы тәҡдим индерелде. Бөгөнгө заман әҙәбиәтенә яңы һулыш өрөр йәштәр уның йыл да уҙғарыласағына һәм изге йолаға әүереләсәгенә ҙур өмөт бағлай. Һис шикһеҙ, оло маҡсаттарҙың үтәлешенә тәүге аҙымдарын яһаған, мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итерҙәй бындай мәртәбәле һәм үҙенсәлекле сара милли драматургиябыҙҙың йөҙөн билдәләй. Рес­публика кимәлендә үткән «хәҙерге драматургия һәм режиссура» семинар-лабораторияһын ойош­­тороусылар – Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Зиннур Сө­ләймәновҡа, Әлиә Яхинаға, БР Мәҙәниәт министрлығы белгесе Эльвира Исҡужинаға һәм бөтә уҡытыусыларыбыҙға, семинарҙа ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Р. ЗАРИПОВА,
З. САФИНА, Т. РӘХМӘТУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға