«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сәнғәткә ғашиҡ Гөлгөнә



16.01.2015 Сәнғәткә ғашиҡ Гөлгөнә

Сәнғәткә ғашиҡ ГөлгөнәҠыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йорто Әлшәй районында ал­дын­ғыларҙан һанала, сөнки бында үҙ эшенә мөкиббән киткән, сәнғәткә ғашиҡ Гөл­гөнә Урал ҡыҙы Татлыбаева эшләй.
Ул 1970 йылда Сурай ауылында тыуа. Үҙ ауылында туғыҙ класты тамамлағас, Өфөләге 2-се педагогия училищеһында музыка уҡытыу­сыһы һәм балалар баҡсаһында музыка буйынса тәрбиәсе һөнәрен ала. 1990 йылда тыуған ауылы клубында эш башлай. Яңы Ҡыпсаҡ ауылы егете Буранбай Татлы­баевҡа ке­йәүгә сыҡ­ҡас, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм бына 20 йылдан ашыу ул ошо эштә. Был ваҡыт эсендә һәләтле етәксе ҙур уңыш­тар­ға өлгәшә. 1998 йылда туплаған “Әхирәттәр” фоль­клор коллективы төрлө ки­мәлдәге фестиваль, смотр-конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнашып “халыҡ коллективы” исеменә лайыҡ булды. Ауылда, районда уҙға­рыл­ған бер генә сара ла “Әхи­рәттәр”һеҙ үтмәй. Улар­ҙың сығышын тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Сөнки һәүәҫ­кәр­ҙәр урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, йырҙарын, таҡмаҡлы бейеүҙәрен, йолаларын бергәләп өйрәнеп, тамашасыға еткерә. Моңло та­уышлы, сәсән телле Гөлгөнә Татлыбаева 2013 йылда “Сә­сәндәрем, килегеҙ!” төбәк-ара бәйгеһендә 1-се урын яулай. Ауыл халҡы менән дә ихлас аралаша, йәше-ҡарты менән уртаҡ тел таба белә. Шуның өсөн дә ауылдаштары үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҙур теләк менән ҡатнаша. Дәртле Ҡыпсаҡ-Асҡар хал­ҡын мәҙәни яҡтан ойоштороп, халыҡтың күңелен күтәреп, үҙ эшен ысын йөрәктән бирелеп баш­ҡарған Гөлгөнә Татлы­баева район, республика кимәлендәге төрлө Маҡтау грамоталарына эйә. Ә быйыл ул юғары ҡаҙаныштары өсөн мәҙәниәт өлкә­һендәге маҡтаулы грант­ҡа лайыҡ булды.
Татлы­баев­тар ғаиләһе ауылда өлгөлөләрҙән һанала. Гөлгөнә тормош иптәше Бу­ранбай менән Ләйсән һәм Зөһрә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә. Ләйсән БДПУ тамамланы. Психолог һәм хореограф һөнәре алған ҡыҙ Миәкә районы егетенә кейәүгә сығып, район мәҙәниәт йортонда эш башланы. Зөһрә лә ошо уҡ уҡыу йорто студенты, телдәр өйрәнә, киләсәктә тәржемәсе булыр­ға хыяллана.

Гөлнәзирә ҒӘЛИМУЛЛИНА.
Әлшәй районы,
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға