05.12.2014 “Аҡбуҙат”ҡа яҡты киләсәк теләйек!
Беренсе көн
Башҡортостанда милли һәм этник кино фестивале үткәрелеүе кино һөйөүселәр һәм сәнғәттең был төрөндә тир түгеүселәр араһында ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы. Шулай булмай ни, беренсе тапҡыр һәм халыҡ-ара кимәлдә! Республика Президенты тарафынан бүленгән 10 миллион һумлыҡ грант ярҙамында иҫ киткес ҙур байрам ойошторолдо.
Фестивалде асыу тантанаһында ҡыҙыл келәмдән үткән режиссерҙар донъяның төрлө мөйөшөнән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған: Куба, Иран, Ираҡ, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Латвия, Германия һ.б. Байрамды тап шулай, ҡыҙыл келәмдән үтеү менән башлап ебәреү Өфө тамашасыһы өсөн яңылыҡ булды.
Асыу тантанаһын билдәле актриса Ольга Кабо (Мәскәү) алып барҙы. Фестивалде кинематографистарҙың билдәле кинохлопушкаһы менән асып ебәрҙеләр. Башҡортостан Президентының ҡотлау һүҙҙәрен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов еткерҙе. Салауат Тәлғәт улы бөтә Рәсәй кинооператорҙары үрнәк алған һәм һоҡланған башҡорт операторы һәм режиссеры Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Мәхмүт Рафиҡов – беренсе водород авиабомбаһы, һыу аҫты бомбаһы шартлауын, тәүге атом һыу аҫты кәмәһен, ҡырҡтан ашыу ядро ҡоралын һынауҙы төшөргән, академиктар Курчатов, Королев кеүек билдәле шәхестәр менән эшләгән кеше. Уның эштәре күптән билдәле булһа ла, данлы яҡташыбыҙҙың исеменән яңыраҡ ҡына сер япмаһы алынды.
– Курчатов менән тығыҙ эшләп йөрөһәм дә, Королев тап мине Юрий Гагариндың беренсе тапҡыр йыһанды урап ҡайтҡандан һуң ергә ултырыуын төшөрөргә саҡыртты, – тип хәтерләй Мәхмүт Мөхәмәтйән улы.
Фестивалдең абруйлы жюрийы составын режиссер, оператор, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Кинематографистар союзы ағзаһы, Тажик ССР-ның халыҡ артисы Дәүләт Худоназаров етәкләне. Шулай уҡ был составта сценарист, РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың һәм Үзбәкстандың дәүләт премиялары лауреаты Одельша Агишев, режиссер, сценарист, актер, продюсер, Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы, Европа киноакадемияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Ҡырғыҙ милли киноакадемияһы академигы Актан Арым Кубат, телепродюсер, режиссер, “Рәсәй” каналындағы “Мосолмандар” программаһы етәксеһе, Дағстан һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған артисы, Адыгеяның атҡаҙанған журналисы Василий Антипов та бар ине.
– Был фестиваль – милли һәм этник кино фестивале. Минеңсә, был сара Өфөнөң тап ошо өлкәлә үҫешеүенә ҙур этәргес буласаҡ. Бер нисә йылдан Башҡортостандың мәҙәниәтен сағылдырыусы кино барлығын бөтә донъя белергә тейеш. Шулай уҡ фестиваль ярҙамында элекке СССР халыҡтары араһында яңы мәҙәни күперҙәр барлыҡҡа килер, тип ышанам. Бөтә жюри ағзалары исеменән был байрамда туранан-тура ҡатнаша алыуыбыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм, – тип билдәләп үтте жюри рәйесе Дәүләт Худоназаров.
Ҡунаҡтар араһында кино донъяһының билдәле “йондоҙҙар”ын күреп аралашыу мөмкинлеге тыуҙы. Мәҫәлән, Шәүкәт Әбделсәләмов – Андрей Тарковский һ.б. билдәле режиссерҙар менән эшләгән актер. Уны “кеше-легенда” тип йөрөтәләр. Шәүкәт Әбделсәләмов тураһында һүҙ йөрөткәндә, был шәхес тураһында бер төрлө генә фекер әйтеүе ҡыйын – ул үҙен сәнғәттең төрлө өлкәләрендә күрһәтеп, ҙур уңышҡа ирешә алған кеше. Рәссам булараҡ, картиналары Третьяков исемендәге Рәсәй дәүләт галереяһында, АҠШ-та, Европа илдәрендәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Әҙәбиәт өлкәһендә уңыштарын атағанда, романы 2000 йылда Рәсәйҙәге иң абруйлы “Рус букеры” премияһына тәҡдим ителеүселәр исемлегенә инде. Ҡуйыусы режиссер булараҡ, “Суприца” тип аталған нәфис фильмы киң танылыу яуланы. Был уникаль һәм талантлы кеше тураһында төшөрөлгән “Мәңгелек юлаусы” (режиссеры – Татьяна Скабард) тип аталған документаль фильм конкурс программаһында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Әйткәндәй, Шәүкәт Әбделсәләмов башҡорт милли кейемдәренә ысын күңелдән ғашиҡ булып, һоҡланып ҡайтты.
Тәҡдим ителгән 200-ҙән ашыу эштең 43-ө генә жюри хөкөмөнә сығарылды. Улар өс категорияла баһаланды: “Документаль фильм”, “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы”, “Тулы метражлы уйын фильмы”. “Башҡортостан” киностудияһы исеменән Айнур Асҡаровтың “Әсе бал”, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Ҡыйыҡ өҫтөндә төтөн өйрөлә әле...”, Таңсулпан Бураҡаеваның “Өйләнәм!”, Булат Йосоповтың “Визит”, Андрей Носковтың “Шәхси эш” фильмдары ҡатнашты.
Тантанала ҡунаҡтарҙы һәм Өфө халҡын “Мираҫ” фольклор бейеү һәм йыр ансамбле, “Сураман” этно-фьюжн төркөмө, “Радость” бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле үҙенсәлекле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Бөтә донъяға билдәле булып китәсәк балетмейстер Рудольф Нуриевты ҡасандыр балетҡа ғашиҡ иткән “Торналар йыры” балетынан өҙөк күрһәтелде. Сәхнәгә үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан төшөрөлгән “Аҡбуҙат” фильмының төп геройы ла сыҡты. Бәләкәй Сыңғыҙ Ханнановты күптәр хәтерләйҙер. Хәҙер инде ул – һәләтле скрипкасы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе.
Фестивалде асыу тантанаһы ут, лазер шоуы һәм ҙур салют менән тамамланды.
Икенсе көн
Конкурсҡа тәҡдим ителгән фильмдар фестиваль барған көндәрҙә, йәғни 27 – 29 ноябрҙә Өфө халҡына тәҡдим ителде. Теләгән фильмды “Родина” кинотеатрында йәки Актерҙар йортонда бушлай ҡарау мөмкинлеге бар ине. Алғараҡ китеп, шуны әйтергә теләйем, республикабыҙ ҡала-райондарында йәшәүселәр ҙә фильмдарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ҡарап кинәнә аласаҡ.
Ойоштороу кимәленең юғары булыуынан тыш, фестивалгә һайлап алынған фильмдарҙың сифатлы, үҙ илдәрендә билдәлелек яулап өлгөргән булыуы “Аҡбуҙат”ҡа тағы ла абруй өҫтәне. Жюри ағзаларына был шарттарҙа эшләүе, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа милли республикаларҙа, ҡәрҙәш телле илдәрҙә милли кино сәнғәтенең үҫеше күҙәтелә. Был йәһәттән бигерәк тә бүрәттәрҙең һәм яҡуттарҙың тәжрибәһе һоҡланыуға лайыҡ. Беҙ аҙ һанлы, тип ҡул һелтәмәгән был халыҡтарҙың аҙ бюджетлы туған телдәге фильмдары уларҙа ҡайһы бер Голливуд блокбастерҙарына ҡарағанда ла ҙурыраҡ касса аҡсаһы йыя. Тимәк, башҡорттар ҙа үҙ фильмдарын ҡарап, үҙ киноиндустрияһын булдырыуға өмөт итә ала.
– Иң төньяҡтағы төркиҙәрҙе Башҡортостан ерендә, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ араһында күрһәтә алыуыма сикһеҙ шатмын. Минең фильмым “Дойду” тип атала. Ул атай һәм ул араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында. “Дойду” – рус телендәге беренсе эшем. Беҙҙең республикала әлеге ваҡытта киноиндустрияның күтәрелеш кисергән осоро. Тап ошо осорҙа эшләүемә, милли кинобыҙҙы күтәреүгә өлөш индерә алыуыма ҡыуанысым ҙур. Фильмдарҙың ҙур өлөшө туған телебеҙҙә төшөрөлә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙән Германиянан килгән режиссер Нәсүр Йөрөшбаевтың “Атайым тауышы” фильмы оҡшаны. Режиссер бик ҡыҙыҡлы тема һайлаған, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Яҡут-Саха Республикаһынан килгән Сергей Потапов. Уның фильмы ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында һынау тота.
Үзбәкстандан килгән актер Бабур Юлдашевтың тамырҙарында төрлө халыҡтарҙың ҡаны аға. Шулай ҙа ул киң күңелле, ҡунаҡсыл үзбәк халҡына ҡағылышы булыуына сикһеҙ ғорур. Фестивалгә тәҡдим ителгән “Дядя” фильмында ул төп ролде башҡара.
– Үзбәк халҡының иң яҡшы һыҙаттары тураһында бәйән итеүсе изге, яҡты фильмдарҙың береһе ул. Был фильмдан һуң яҡты тойғолар менән сығаһың. Ул халыҡ-ара фестивалдәрҙә бихисап тапҡыр ҡатнашып, күп призға лайыҡ булып өлгөрҙө, – тип бәйән итте Бабур.
“Аҡбуҙат” фестивале барған мәлдә “Башҡортостан” киностудияһының Затон биҫтәһендәге павильоны ла асылды.
– Был павильон Башҡортостанда ғына түгел, Волга буйы төбәгендә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Күрше өлкәләрҙең күбеһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған кино төшөрөү урыны юҡ. Майҙаны – 1000 кв. метр тирәһе. Кәрәкле ҡорамалдар, тимер юл, прожекторҙар менән йыһазландырылған, гримерҙар, костюмерҙар бүлмәләре бар. Ҡорамалдарҙы республиканың төрлө мөйөштәренә сығарып төшөрөү мөмкинлеге тыуҙырылған. Фестиваль үткәреү өсөн бүленгән гранттың 30 – 35 проценты павильон төҙөү өсөн ҡулланылды, тип әйтә алам. Кино төшөрөүҙән буш ваҡытта павильон күргәҙмәләр, фотосессиялар үткәреү һ.б. маҡсаттарҙа ҡуртымға тапшырыласаҡ, – ти “Башҡортостан” киностудияһының баш инженеры Илгиз Бикбаев.
Әйткәндәй, яңы павильон 1 декабрҙән үк эшләй башланы. Тәүгеләрҙән яңы урынды һынау хоҡуғы өлгөр режиссер Айнур Асҡаровҡа эләкте. Ул “Пилорама” фильмының һуңғы өлөштәрен тап ошонда төшөрҙө.
Фестиваль барған көндәрҙә билдәле ҡунаҡтар менән ҡаланың төрлө мәҙәни һәм уҡыу ойошмаларында осрашыуҙар үткәрелде. Шуларҙың береһендә, “E7Е-медиа” фото һәм видеостудияһы егеттәре Батыр Ғәлимов һәм Артур Батыршин ойошторған осрашыуҙа башҡорт йәштәре үҙебеҙҙең талантлы режиссер Айнур Асҡаров, “Ливандия Энтертейменд” компанияһы етәксеһе, Мәскәү ҡунағы Иван Лопатин һәм Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары – “Курманжан датка” фильмының сценарий авторы Бакытбәк Турдубаев һәм монтаж режиссеры Элдиар Мадаким менән самауыр сәйе эскәндә аралаша алыу бәхетенә иреште.
Ҡыҙыҡһыныусан йәштәр ҡунаҡтарға һорауҙарҙы йәлләмәне. Рәсми булмаған шарттарҙа үткәнгәме икән, аралашыу йәнле һәм әүҙем барҙы. Рәсәй прокатында түгел, Башҡортостанда ла үҙ тамашасыһын табып бөтмәгән башҡорт кинематографтары өсөн ҡырғыҙҙар ҙур үрнәк – фестивалдә ҡатнашҡан “Курманжан датка” фильмын Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһының бөтә донъяға билдәле “Оскар” премияһына номинант итеп тәҡдим итергә йыйына. Ҡырғыҙҙар был өлкәлә әүҙем эш алып бара. Әйтәйек, билдәле актриса Шерон Стоун Лос-Анджелеста фильмдың “йөҙө” булараҡ сығыш яһай. Беҙгә ҡырғыҙҙарға ҡарап, уларҙан көнләшергә генә ҡала. Фильмға килгәндә, ул тарихи ваҡиғаларға арналған – ҡырғыҙҙарҙың билдәле батшабикәһе Курманжан хаҡында.
Ғөмүмән, Бакытбәк Турдубаевтың һүҙҙәре буйынса, Ҡырғыҙстанда милли кинематографияны үҫтереү буйынса ҙур саралар күрелгән.
– Һуңғы йылдарҙа Ҡырғыҙстанда революциялар, катаклизмдар йыш булды. Ҡайҙа ғына барһаң да, иң тәүҙә шул хаҡта хәтерләйҙәр. Ә беҙ, кино донъяһы вәкилдәре, илебеҙҙе беҙҙең мәҙәниәтебеҙ аша таныуҙарын теләр инек. Шул уй менән “Ҡырғыҙстан – ҡыҫҡа метражлы фильмдар иле” тип аталған проект башланыҡ. Садык Шернияз үҙ кеҫәһенән сығарып, алдан үткәрелгән конкурс һөҙөмтәһендә ун йәш кешенең һәр береһенә 20 мең доллар бирҙе. Аҡсаны улар нисек теләй, шулай тотона ала, иң мөһиме, тәғәйен ваҡытҡа бер фильм әҙерләп алып килергә тейештәр. Грантты ун кеше алһа ла, беҙ 200 фильм ҡабул иттек, сөнки еңелгәндәр ҙә үҙҙәренең иғтибарға лайыҡлы булыуын иҫбатларға теләне. Уларҙың бер нисәһе генә булһа ла кино сәнғәтенә үҙ ғүмерен бағышлаһа, бик шатбыҙ. Беҙҙә әлеге ваҡытта киноны йәштәр төшөрә, ә өлкән быуын оҫталары уларға матди һәм рухи ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Кинематографик халыҡтар һәм кинематографияға барымы булмаған халыҡтар була. Ҡырғыҙҙар һәм башҡорттар беренсе исемлектә тип иҫәпләйем, – тине ул.
Элдиар Мадаким – Ҡырғыҙстандың иң яҡшы монтаж буйынса милли “Оскар”ына дүрт тапҡыр лайыҡ булған 26 йәшлек егет. Әйткәндәй, Рәсәй халҡына киң билдәле “Сәләм, Нью-Йорк!” фильмының операторы ла икән.
“Еңмеш”, “Әсе бал”, “Беҙ ҡолдар түгел” фильмдары аша халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән Айнур Асҡаров та үҙенең пландары менән бүлеште. Ул әлеге ваҡытта Башҡортостан хөкүмәте грантына билдәле башҡорт легендаһы “Саҡ менән суҡ” мотивы буйынса төшөрөлгән “Әсә” фильмының һуңғы эштәрен башҡара, “Пилорама” фильмының һуңғы кадрҙарын төшөрә. “Әсә”нең презентацияһы февраль айында көтөлә. Шулай уҡ Башҡортостан режиссерҙары яңы идея өҫтөндә эшләй икән: тыуған ергә һөйөү берләштергән “Башҡортостандан һөйөү менән” тип аталған киноальманах әҙерләп, Рәсәй тамашасыһына сыҡмаҡсылар.
“Ливандия Энтертейменд” компанияһы Рәсәй фильмдарын бөтә донъя фестивалдәренә тәҡдим итеү һәм ҡатнашыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Уның етәксеһе Иван Лопатинға рәхмәтлебеҙ – тап уның ярҙамы менән Айнур Асҡаровтың “Еңмеш”, “Беҙ ҡолдар түгел” фильмдарын сит ил тамашасылары ҡарай алды, Канндағы кеүек абруйлы фестивалдәрҙә еңеп сыҡты.
Өсөнсө көн
Өфөнөң Конгресс-холына йыйылған ҡатнашыусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа тулҡынлана. Бына-бына еңеүселәрҙең исемдәре иғлан ителәсәк. Беренсе “Көмөш Аҡбуҙат” статуэткаһын кем алып ҡайтыр? Кемдәр улар, “иң-иң”дәр?
Төп приз – гран-приҙан тыш, эштәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бынан тыш, Башҡортостан кинематографистар союзы үҙенең махсус приздарын булдырғайны. Ғилуан Әмиров исемендәге оператор оҫталығы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге приздарҙы союз рәйесе Фәрит Ғәбитов тапшырҙы. Тәүгеһе “Курманжан датка” фильмы өсөн ҡырғыҙ егете Элдиар Мадакимға бирелһә, икенсеһе “Туфан ул Туфан” фильмы режиссеры, Татарстан вәкиле Морат Алиевҡа эләкте.
Фестивалде ойоштороусылар ҙа үҙ бүләктәрен әҙерләгәйне. “Йорт усағын һаҡлаусы образы” өсөн Ирандан “Көҙгө” фильмының төп героиняһы Гелара Аббаси бүләкләнде. “Тамашасы һөйөүе” призына шул уҡ Иран фильмы лайыҡ булды – режиссеры Нәргиз Абьяр.
– Был минең өсөн көтөлмәгән хәл. Сөнки “Көҙгө” – тәүге фильмым һәм тәүге халыҡ-ара бүләгем. Өфөлә алған тәьҫораттарым икһеҙ-сикһеҙ. Фестивалдә ҡатнашыуыма сикһеҙ бәхетлемен, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын бер ҡасан да онотмаясаҡмын, – тине, тулҡынланып, Нәргиз.
“Операторлыҡ сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” тип аталған айырым приз да булдырылғайны. Ул конкурсанттар араһында түгел, ғөмүмән, операторҙарға тапшырылды. Һис шикһеҙ, был бүләккә быйыл иң билдәле башҡорт операторы Мәхмүт Рафиҡов лайыҡ булды.
Фестивалдә ҡатнашыусы фильмдар өс йүнәлештә баһаланғайны: “Документаль фильм”, “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы” һәм “Тулы метражлы уйын фильмы”. Документаль фильм йүнәлешендә өс номинацияла еңеүселәр билдәләнде: “Документаль фильмдың иң яҡшы геройы” номинацияһында яҡташыбыҙ Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Ҡыйыҡ өҫтөндә төтөн өйрөлә әле...” һәм Владимир өлкәһенән Надежда Семенованың “Бер яҡҡа билет” фильмдары лайыҡлы тип табылды. “Документаль эштең иң яҡшы сценарийы” номинацияһында Ҡырғыҙстандан Тынай Ибраһимов (“Ун өсөнсө”) еңеп сыҡты. “Документаль фильмдың иң яҡшы режиссер эше” еңеүсеһе – Игорь Янчеглов (“Тирмә”, Мәскәү).
“Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы оператор эше” номинацияһында еңеүсе ҡырғыҙ Руслан Акун (“Перегон”) һәм “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында еңеүсе Анна Гараянды (“Доктор”) Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәбрикләне. “Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмының иң яҡшы сценарийы” призы менән тағы бер яҡташыбыҙ – Андрей Носковтың “Шәхси эш” фильмы билдәләнде.
“Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы оператор эше” номинацияһында ҡаҙаҡтарҙың “Жаужерек мын бала” фильмы (режиссеры Акан Сатаев) еңеп сыҡты. “Тулы метражлы уйын фильмында иң яҡшы режиссер эше” номинацияһы “Аҡ ягель” фильмы өсөн Владимир Тумаевҡа бирелде. “Халыҡ тарихын сағыу художестволы яҡтыртыу өсөн” номинацияһында йәнә ҡырғыҙҙарҙың “Курманжан датка” фильмы беренселеккә сыҡты.
Бына, ниһайәт, иң тулҡынландырғыс минуттар. Шулай итеп, гран-при Киев ҡунағы Татьяна Скабардҡа тапшырылды. Уның “Мәңгелек юлаусы” документаль фильмы иң юғары награда – “Көмөш Аҡбуҙат” статуэткаһы менән баһаланды.
Оҙаҡ көткән кино байрамы тамам. Кескәй “Аҡбуҙат” тыуҙы Өфөбөҙҙә. Уға оҙон ғүмер, талмаҫ ҡанаттар, яңы еңеүҙәр һәм яҡты киләсәк теләйек! Башҡорт киноһының үҫешенә этәргес бул, һинең эҙеңдән тағы ла күп йәштәр үтһен, еңеүҙәр яулаһын!
Миңзәлә АСҠАРОВА.
Фәнил АБДУЛЛИН фотолары.