12.12.2014 Пилорама
“Саҡ менән Суҡ” боронғо башҡорт легендаһы нигеҙендә “Әсә” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмын тамамлағандан һуң, режиссер Айнур Асҡаров, күп тә үтмәй, яңы фильм төшөрә башланы. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт йыйыр өсөн фотограф Фәрзәнә Утарбаева менән эш барған урынға – “Башҡортостан” киностудияһының өр-яңы павильонына юлландыҡ.
… Ҡараңғы бина. Ҡап уртала тиерлек тимер карауат. Карауатта – ауырыу. Яҡыныраҡ килгәс, уның М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров икәнен төҫмөрләнем. Бары уның тирәһе генә көслө яҡтылыҡ менән яҡтыртылған. Тирә-яғында бер нисә кеше төрлө тимерҙәр, бауҙар менән йүгерешә. Саҡ ҡына ситтәрәк, ағас һын тотоп, ауырыу егет – Иректең кәләше Зилә ролен башҡарыусы актриса Айһылыу Йомағолова баҫҡан. Ситтән ҡарап тороусыға кино төшөрөү процесы аңлашылмаған, хатта сәнғәткә бер яҡынлығы ла булмаған эш кеүек: бына Алмас Әмировты ятҡан урыны менән бауҙар ярҙамында тарттырып, өҫкә күтәрҙеләр. Бының өсөн павильон эсенә машина индереп ҡуйғандар. Айнур руль артына ултырып, команда бирә, ә фильмдың ҡуйыусы операторы Тимур Ғәниев был бөтә процесты төшөрөп ала.
Фильмдың директоры Алина Шакирова һөйләүе буйынса, ул “Пилорама” тип атала икән. Сюжетты тотошлай асып бирергә теләмәнеләр, шулай ҙа сер япмаһын бер аҙ күтәреп ҡуйҙылар – фильм ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте хаҡында. Ябай һөйөү түгел ул! Үҙенең тирә-йүнендәгеләрҙең тормошон ҡыйратыусы көскә эйә булған ҙур мөхәббәт тураһында.
– “Алдар һәм һоро бүре” йәнһүрәтен бер нисә ҡат күргәндән, Радик Гәрәевтың “Һағынырһың” тип аталған йырын тыңлағандан һуң трагикомедия жанрына ҡараған ошондай фильм төшөрөү теләге тыуҙы. Сценарийын Дамир Йосопов менән берлектә ижад иттек, – тип эш араһында һөйләй Айнур.
Был сәхнәне улар 4 – 5 сәғәт буйы эшләй икән. Еңелдән түгел шул кино төшөрөү, дубль артынан дубль ҡабатлана, саҡ ҡына бер нәмә килешмәһә, ҡабаттан төшөрәләр. Павильон эсендә һалҡынса, актерҙар ял итергә туҡтағанда тиҙ генә кейенеп, торба янына барып йылына, эҫе сәй һорай.
Алмас Әмиров карауатта ятып арыны, ахыры, бер нисә минутҡа туҡталғас та, иҙәнгә һикереп төштө лә, ҡулдарында күтәрелә башланы.
– Һеҙҙең геройығыҙ сирлеме әллә? – тип һорамай түҙмәнем.
– Юҡ, ул фильм аҙағында юл фажиғәһенә дусар була һәм дауаханаға килеп эләгә, – ти актер. – Кино төшөргәндә күп нәмә режиссерҙан тора. Айнурҙың эшкә ҡарата ихласлығы миңә бик оҡшай. Быға тиклем уның “Еңмеш”, “Әсе бал” фильмдарын ҡарағайным. Уларҙа милли колорит һаҡлана. “Пилорама”ға саҡырғас, ҡыуанып риза булдым. Ҡатын ролендә уйнаған Айһылыу Йомағолованы бала сағынан беләм, беҙҙең театрҙа үҫте, тип әйтергә була. Ҡыҙыҡлы кино килеп сыҡмаҡсы. Фильм буйына Ирек менән Зиләнең бергә ултырып һөйләшкән бер кадры ла юҡ, йә телефон аша, йә Ирек дауаханала ауыр хәлдә ятҡанда ғына.
– Кәрәкле кадрҙарҙы ете-һигеҙ көн эсендә төшөрһәк тә, был фильмды төшөрөүе еңел булманы, – ти ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниев. – Беренсенән, техника менән ҡыйынлыҡтар булды. Иҫке автомобилдәрҙе файҙаландыҡ. Хәтерләйем, беренсе көндә “ГАЗ” автомобилен эшләтә алмай йонсоғайныҡ. Күҙ алдына баҫтырығыҙ, Хәйбулла далаһы һәм йөк автомобилен этеп ҡабыҙырға маташыусы Айнур, Тимур һәм ҡуйыусы рәссам Борис Солдатов. Уныһын ҡабыҙғас, геройҙарыбыҙҙың береһе йөрөгән мотоциклды ҡарарға килдек – ҡабынмай. “Москвич – 412”-не төшөрөргә ваҡыт еткәс, бөтөнләй аптырап ҡалдыҡ: тәүҙә – сцеплениеһы, шунан тормозы сафтан сыҡты, икенсе тиҙлеге эшләмәй башланы. Шул хәлендә уны ҡаянан осорҙоҡ. Тәбиғәт тә иркәләп торманы. Бер сәхнәне көнө буйы төшөрҙөк, әммә тамамлап өлгөрмәнек, яртыһы ҡалды. Иртәгәһенә дауам итергә тип сыҡһаҡ, ҡар яуған... Графиктан сыҡмаҫ өсөн беҙгә барыһын да ҡабаттан 14 сәғәт буйы ялһыҙ, төшкө ашҡа ла туҡтамай төшөрөргә тура килде.
Баҡһаң, Тимур менән Айнур күптән таныш икән. Зөһрә Бураҡаеваның “Минең йондоҙом” фильмын төшөргән саҡта Айнур төрлө ҡара эште башҡарыуҙа ярҙамсы ғына булып йөрөгән, ә Тимур фильмды эшләүҙә туранан-тура ҡатнашҡан. Шул ваҡыттан уҡ улар дуҫлаша һәм Айнур: “Санкт-Петербургта кино режиссураһы курсын тамамлап ҡайтам да, һине мотлаҡ үҙ фильмымды төшөрөргә саҡырасаҡмын”, – тип һүҙ бирә. Шулай килеп сыға ла. Бер нисә йылдан улар халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә уңыш ҡаҙанған “Еңмеш” фильмын төшөрә.
“Пилорама”ны төшөргән саҡта ярҙамсылар етмәүе хаҡында әйтеп үтте егеттәр. Мәҫәлән, “Москвич”ты ҡаянан осорған саҡта каскадер ролен режиссер үҙе башҡара.
– Миңә упҡынға бер нисә метр ҡалғанда, текә боролош эшләп, үҙ урыныма манекен ҡуйып, машинанан һикереп төшөргә кәрәк ине. Төшкән саҡта тәгәрмәстәр бер аяғымды тапап үтергә өлгөрҙө. Хәҙер көн торошо үҙгәрештәрен шул аяҡтың һыҙлауы аша билдәләй алам, – тип йылмая йәш режиссер. – “Башҡортостан” киностудияһының яңы павильоны асылыуы бик шәп булды әле. Беҙ – павильонды “һынарға” килгән беренсе команда. Бында тағы ла күп фильмыбыҙҙы төшөрөрбөҙ тигән өмөттәмен.
Фильмдың бөтә сәхнәләре лә төшөрөлөп бөтһә лә, әле эше күп – монтаж эшләү, тауыш яҙҙырыу, музыкаль яҡтан биҙәү... Айнур белдереүенсә, яҙ аҙаҡтарында Башҡортостан халҡын яңы фильм менән ҡыуандырасаҡтар. Әйткәндәй, “Әсә” фильмының презентацияһы февралдә үтәсәк.
Миңзәлә АСҠАРОВА.
Фәрзәнә УТАРБАЕВА фотолары.