«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Байназарҙа – байрам!



12.12.2014 Байназарҙа – байрам!

Бөрйән районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһендәге урта мәктәп 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Байназарҙа  –  байрам!Байназарҙа  –  байрам!Бөрйән районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Байназар урта мәктәбенә 90 йыл! Был ваҡыт арауығы Йыһан өсөн күҙ асып йомған мәл булһа ла, кеше ғүмере өсөн туҡһан – бик ҙур һан. Тағы бер ынтылыш, бер оло аҙым яһаһаң, был һан тотош быуат булып түңәрәкләнә лә ҡуя. Шуға ла, теләйһеңме-юҡмы, был һанға ихтирам менән ҡа­райһың һәм, әл­биттә, ҙурҙан ҡубып, уны билдәләй­һең. Етди йәшкә еткән Байназар урта мәктәбе коллективы тап шулай итте лә – гөрләтеп юбилейын үткәрҙе.

Ошо уңайҙан тантанаға йыйы­лыу­сыларҙы тәбрикләп, Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов сараның иң татлы, көтөлгән өлөшөн башланы: балаларға күңелен биргән Фәнил Мөхәмәт­йәновҡа Башҡортостан Республи­каһының «Мәғариф алдынғыһы» билдәһе тапшырылды, юғары уңыштарға өлгәшкән Гөлшат Салауатова, Айгөл Ғәлиуллина Башҡортостан Республикаһы Мә­ғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Мәктәп, эш, тип янған Ғәзимә Байназарова, Айһылыу Мөхәмәт­йәнова, Фәниә Яҡшы­баева, Зөл­фиә Баязитова иһә муниципаль район cоветының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов та, сараның ҡыуаныслы өлөшөн дауам итеп, мәртәбәһен арттырып, алдынғы уҡытыусылар Лилиә Науразбаева, Руслан Ға­рифуллин, Рөстәм Вәлитов, Нә­симә Идалина, Нурсилә Тулы­ба­еваға мәғариф бү­легенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Байрамды дауам итеп, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлап, танылыу яулаған, райондың йөҙөк ҡашына әйләнгән кисәге уҡыусылар бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелде. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ғалим Әхмәт Сөләй­мәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Салауатов.Байназар мәктәбенең «ҡошсоҡтары» ара­һында танылған шағирәләр Таң­һылыу Ҡарамышева менән Айһы­лыу Ғарифуллина, журналист, «Йәшлек»тең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова, артистар Редик Сәғитов, Нәркәс Баязитова башҡа бик күп төрлө һөнәр эйәләре бар.

Ошо мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар ҙа был көндө байрам түрендә булды. Шәүрә Абдуллина, Гүзәл Әхмәтова, Роберт Баязитов, Әми­нә Баязи­това, Фәнүзә Бик­баева, Тайба Ғәлиуллина, Рәшиҙә Да­уытова, Рафаэль Иманғолов, Зө­ләйха Иманғолова, Сәлимә Ис­лам­ғолова, Рәйсә Ҡарағолова, Миңзиә Исламғолова, Көнһылыу Ҡотлобаева, Зиннур Маликов, Роза Мырҙағолова, Нәсимә Науразбаева, Хөрмә Хисмәтул­лина, Фәрхәнә Сураҡова, Зәкиә Шәрипова, Миңзәлә Салауатова, Фәр­зәнә Салауатова, Роза Са­фиуллина, Бүләк­бикә Мөхәмәт­йәнова, Зәйтүнә Ғилманова, Ғә­лимйән Ишбулатов, Рәсимә Ми­расова, Асия Нурдәүләтова, Зөл­фиә Идалина – тап ошо уҡытыусыларҙың исемдәре мәктәптең тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыл­ған. Көн тимәй, төн тимәй, үҙҙәрен йәлләмәй, бар белемен, энергияһын, йөрәк йылыһын уҡыусыларға биргән иң аҫыл заттар бит улар, һәр береһе хаҡында бөгөндән китап яҙырлыҡ!

Байназарҙа  –  байрам!Байназарҙа  –  байрам!Сит телдәр уҡытыусыһы Роза Мырҙа­ғолова, биолог, Башҡор­тос­­тандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Көнһылыу Ҡотлобаева, пионервожатый, ойоштороусы булып эшләгән Гүзәл Әхмәтова, мәғариф ал­дынғылары Сәлимә Ислам­ғолова, Рәшиҙә Дауытова, Фәр­хәнә Сураҡова, элекке лаборант, тәрбиәсе Миң­зәлә Һиҙиәтова менән аралашҡанда, барыһы ла бер һүҙле булды (әйтерһең дә, алдан һөйләшеп килешеп ҡуйғандар!): «Мәктәптә эшләгән осор ғүмерҙең иң гүзәл мәле булып иҫтә ҡалған!» Татыу йәшәгәнгә, саф күңелле булғанға, бер-бе­реһенең эшен күрә, тырышлыҡтары өсөн күтәрә белгәнгә, бәлки, шулайҙыр?!

Үрҙә телгә алынған уҡытыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте менән Бөрйәндең ғорурлығына әйләнгән Байназар урта мәктәбе бөгөн дә районда һәм республикала алдын­ғы белем усағынан һанала. Уҡыу­сылар район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар алыуға ирешә. Мә­ҫәлән, Азат Фәйзуллин менән Искәндәр Науразбаев фәнни-эҙ­ләнеү эштәре буйынса Кесе фәндәр академияһы үткәргән конкурста районда еңеп, республика кимәлендә призлы урындар яула­ған. Азамат Буранов Ульяновск ҡалаһында үткәрелгән «Йыл уҡыусыһы» төбәк-ара конкурсында ҙур уңыштарға ирешеп ҡайтҡан. Лилиә Ҡаһарманова республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында 2-се урынға сыҡҡан.

Мәҙәниәт өлкә­һен­дә лә һынатмай Байназар мәктәбе уҡыусылары. Мәҫәлән, «Еҙ үксә» республика конкурсында «Азамат» өл­гөлө бейеү ансамбле Өфө сәхнәләрен бер итеп бейеп, «ыһ» та итмәй 1-се урынды алған (ғөмүмән, «Азамат», «Арғымаҡ» өлгөлө бейеү ан­самбл­дәре дүрт йыл рәттән «Байыҡ» конкурсында призлы урын алып килә). Байназар һандуғастары Әҡлимә Ман­сурова, Гөлназ Те­ләүморатова, Аль­бина Сәйәхова иһә «Яҙғы тамсылар» рес­публика конкурсы аша тамашасыларға яҡшы таныш.

Спортта ла, айырып әйткәндә көрәштә, саңғыла Байназар егет­тәре һәм ҡыҙҙары бер ҡасан да һынатмай (байрам көндө лә улар, район данын яҡлап, баскетбол буйынса зона ярышында булып ҡалды). Мәктәп үҙ көсө менән ике кабинетты йыһазландырып, бала­лар­ҙы бер ҡыуандырһа, хоккей майҙансығы эшләп, уҡыусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәргән. Мәктәп яны баҡса­һында ла эштәр бик көйлө бара: ҡара яҙҙан уңыш йыйғанға тиклем уҡыусылар баҡсала эшләп, үҙҙәренә ҡыш буйына етерлек йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп ала.

…Гәүһәр былай ҙа ялтырай бит, ә ҡояшта – күҙҙе ҡамаштыра! Байназар мәктәбе лә был гүзәл, яҡты көндө балҡып, үҙен бар тулылығында күрһәткәндәй тойолдо. Аҡһаҡалдар ҡорона инһә лә, белем усағы һаман бала күңелле булып ҡала бирә, сөнки уның «ҡаны» әленән-әле яңырып тора: абруйлы, тәжрибәле уҡытыусылар сафын юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр тултыра, аҡылға ултырған сығарылыш синыф уҡыусыларына алмашҡа тиктормаҫ беренселәр килә, йыл һайын ҡабатланып, йолаға әйләнгән сараларға замансалары өҫтәлә… Шулай дөрөҫ тә – данлы тарихлы белем усағы артабан да дөрләргә, бер ҡасан.

Азамат БАЯЗИТОВ,
Байназар мәктәбе директоры:
– Юбилейҙы оло ҡыуаныс менән ҡаршылайбыҙ, сөнки күрһәтерлек эштәребеҙ, яуланған уңыштарыбыҙ бар. Коллек­тивыбыҙ бик татыу, егәрле, уҡыусыларыбыҙ һәләтле, сос, аҡыллы. Мәктәп заманса технологиялар буйынса йыһазландырыл­ған, бөтә балалар ҙа түңәрәктәргә, секцияларға йәлеп ителгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә эшебеҙ һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, һәм был йәһәттән һынатмаҫбыҙ, элекке уҡытыусыларыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫбеҙ, тип уйлайым.

Фәнүзә БИКБАЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы:

– Үҙем Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. Мәктәптән һуң иптәш ҡыҙҙарға эйәреп, Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтына уҡырға индем. Уҡып бөткәс, мине Бөрйән районының Әтек ауылына эшкә ебәрҙеләр. Бармайым, тиһәң, дипломды бирмәйҙәр (бер йыл эшләгәндән һуң ғына уны ҡулыңа тотторалар). Нишләйһең, илай-илай булһа ла, тәғәйенләнгән урынға бараһың. Машина башында килдем, урман да урман, эй, ҡурҡыныс! Етмәһә, юл килеп насар... Халыҡ бик яҡшы ҡаршы алһа ла, тәүҙә ҡыйын булды. Әтектә Ҡама йылғаһы аға, шуның буйына барып, илап ултыра торғайным. Мин татар бит, балалар­ҙың әйткәнен ҡайһы саҡ аңламай торғайным. Улар мине яйлап башҡортса өйрәтте, ә мин уларға математика серҙәрен төшөндөрҙөм. Ике йылдан Байғаҙыға эшкә күстем. Шунда башҡорт теле уҡытыу­сыһы булып эшләгән Фәрхәт Шағаевҡа кейәүгә сыҡтым. 1956 йылда Байназарға күсеп килдек, өй һалдыҡ, биш бала үҫтер­ҙек. Ирем 22 йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булып эшләне. Ғүмерҙә лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған­ға үкенмәнек, бөтә көстө биреп эшләнек тә эшләнек…

Роберт БАЯЗИТОВ,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы :

– Эшкә килгәндә Фәнүзә апайҙар тәжрибәле уҡытыусылар рәтендә ине. Улар миңә, йәш белгескә, көслө терәк булды, күп нәмәгә өйрәтте. Шундай уҡытыусыларға таянып, юғары үрҙәр яуланыҡ, мәктәпте күтәрҙек. Ошо кимәлдән мәктәп бер ваҡытта ла төшмәһен, тип теләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға