12.12.2014 Хәйбулланың сәхнә биҙәге
Хәйбулла – Башҡортостанға бик күп сағыу таланттар биргән төйәк. Ошо ерҙә тыуып үҫкән Ҡәҙим Аралбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Ишморат Илбәков кеүек билдәле шәхестәр милләтебеҙҙең бәҫен күтәрә, илебеҙ данын арттыра. Сал далаларҙың Урал тауҙары менән киҫешкән хазиналы башҡорт ерендә бик күп талант йәшәй, ижад итә.
Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Хәләфетдинова – күп таланттың тупланмаһы. Баян, думбыра, ҡумыҙ, гармунда өҙҙөрөп уйнауҙан тыш, халыҡ ижады өлгөләре – бәйеттәр, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, оҙон көйҙәрҙе лә башҡара. Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән күп яҡлы талант эйәһенең төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеү яулағанын күргән район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохова ике йыл элек уны үҙҙәренә эшкә килергә өгөтләй. Яңы йырҙар өйрәнеп, төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға хыялланған, талантын артабан үҫтерергә ниәтләгән Гөлфиә тәҡдимде шатланып ҡабул итә һәм, бөтә тырышлығын, күңелен һалып, яңы коллективта эш башлай. Мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәренән арынып, бар булмышын сәнғәткә арнау үҙ емештәрен бирә. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булған яңы таныштар, гастролдәр, эшләр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышҡан етәкселәр һәм хеҙмәттәштәре Гөлфиәгә ижад менән шөғөлләнергә этәргес булып тора.
Бынан теүәл ике йыл элек үҙенең тәүге концертын ҡуйһа, Мәҙәниәт йылы сиктәрендә быйыл тағы ла өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһарға батырсылыҡ итә. 25 ноябрҙә, көҙ менән ҡыш ҡауышҡан, ҡара ерҙе аҡҡа сорнап тәүге ҡар яуған һалҡын кистә, Гөлфиә Хәләфетдинова үҙенең моңо, йырҙары менән тамашасылары күңеленә яҙҙар дәртен, йәйҙәр йылыһын өләште. “Хәйбулла” ҡобайыры (әйткәндәй, Гөлфиә үҙе үк думбыра һәм ҡумыҙҙа уйнаны) менән башланған концерт программаһын ҡурай моңо аҫтында башҡарылған башҡорт халыҡ йырҙары “Әйһәйлүк”, “Ирмәк” дауам итте.
– Хәйбулла районы хакимиәте лә, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы ла, ә инде мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтованы айырым билдәләп үтергә мөмкин – уларҙың барыһы ла эшләр өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе булдырырға тырыша. Даими рәүештә сәхнә костюмдары тектерәләр, музыка ҡоралдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Концерт программаһы эшләргә теләгем барлығын белеү менән ярҙамға ашыҡтылар. Хеҙмәттәштәрем дә концертҡа күп көс һалды. Бейеүсе Эльза Вәлиева, ҡурайсы Рифат Күскилдин, йәш йырсы Иҙел Манишев ҙур теләк менән ҡатнашты. Ошо сәхнәлә сығыш яһауым, ошо бинала эшләүем менән бәхетлемен, – тине Гөлфиә сәләмләү һүҙендә.
Бала саҡтан талантын үҫтерергә мөмкинлек биргән, күңелендә ижадҡа ҡарата һөйөү хистәре тәрбиәләгән, юғары белем алырға ярҙам иткән әсәһе Сафия апайға, атаһы Ҡиәметдин ағайға рәхмәт һүҙҙәрен Илһам Шәймөхәмәтов ижад иткән өр-яңы йырҙар аша еткерҙе. Әсәһенең иңенә дебет шәл япҡанда, Гөлфиәне бар халыҡ аяҡ үрә баҫып алҡышланы.
Йәш йырсының ижадында тағы ла бер үҙенсәлекле алым – авторҙар менән эшләү. Концертта яңғыраған 22 йырҙың 18-ен ул тәүгә донъяға сығарҙы. Композиторҙар Дамир Солтанов, Флера Шәрипова, Рәсимә Динисламова, Ирек Атанов һәм Азат Исҡужиндың Фирүзә Абдуллина, Гөлнур Ҡыуатова, Фәриғә Күҫәкова, Гөлфиә Шакирова шиғырҙарына ижад ителгән өр-яңы йырҙарын тәүгеләрҙән булып тамашаға килеүселәр баһалай алды.
– Гөлфиә апай менән танышып китеүҙе Аллаһы Тәғәләнең оло бүләге тип ҡабул итәм. Сөнки ул миңә ижадҡа этәргес көс булды, шағирҙар менән таныштырҙы һәм тәүге йырҙарымды халыҡҡа еткерҙе, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Йәнтеш егете, йәш композитор Азат Исҡужин. – Районда йәшәгән саҡта уҡ төрлө сараларҙа ҡатнашырға саҡыра торғайны. Сәнғәт колледжына уҡырға барырға ла ул өгөтләне. Ошо ижад юлыбыҙҙы дауам итеп, тағы ла яңы йырҙар сығарырбыҙ тип ышанам.
Халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ дан ҡаҙанған, бик күп конкурс ең
еүсеһе Рауил Харрасов Гөлфиәгә оло сәнғәт юлында уңыштар теләне:
– Әсәйем данлыҡлы Хәйбулланан, Гөлфиә менән беҙ яҡын туғандар – йырсылар нәҫеленәнбеҙ. Һәм шул данға тап төшөрмәйенсә, халыҡ йырҙарының бәҫен күтәреп, еренә еткереп башҡарыуы өсөн уны ихтирам итәм. Ә эстрадала ла эҙләнеп, авторҙар менән эшләүе маҡтауға лайыҡ. Тимәк, ул үҙен генә түгел, авторҙарҙы ла күтәрә. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылып, баш ҡала сәхнәләрендә сығыш яһауыңды теләйем.
Йыр-моң, шиғри шәлкемдәр, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамаша күңелдә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштарына һәм сәскә гөлләмәләренә күмелгән йәш йырсы күҙ йәштәре аша уларҙы артабан да үҙенең йырҙары менән ҡыуандырырға һүҙ бирҙе.
Икенсе көндө Гөлфиә ошо уҡ концерт программаһы менән тыуған ауылы – Иҫәнгилде халҡын да шатландырҙы. Үҙ төйәгенең ғорурлығы, ҡыуанысы булған йәш йырсыны бында ла йылы ҡабул иттеләр.
– Ҡасандыр ошо сәхнәлә үҙенең тәүге сығыштарын яһаған талант эйәһенең район күләмендә лә үҙ урынын табыуы, республика, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулауы – беҙҙең өсөн кинәнес. Ә тыуған ауылын онотмайынса, бында үткән һәр байрамға ҡайтып сығыш яһауы уның ябайлығын күрһәтә, – тине Иҫәнгилде мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Әлфирә Айытбаева.
Г. ЮЛДАШЕВА.