21.11.2014 Өфөлә үткән “Ҡала мөхите” фестивале һәйбәт башланғыстарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә
14 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Ҡала мөхите” Х халыҡ-ара социаль реклама фестивалендә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Быйыл сара үҙенең юбилейын билдәләне – уға ун йыл тулды. Шуныһы үҙенсәлекле – күргәҙмәлә 2015 йылда ШОС-БРИКС саммитында ҡатнашасаҡ илдәрҙән дә эштәр булды. Фестивалде Өфө ҡала хакимиәте, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Сигма” маркетинг коммуникациялары агентлығы ойошторҙо.
Тәү ҡарамаҡҡа ун йыл ваҡыт әҙ һымаҡ тойола. Ләкин ошо дәүерҙә фестиваль республикабыҙҙа һөнәри реклама берлеге булдырҙы. Конкурс эштәрен төрлө дәүләт ведомстволары үҙҙәренең социаль проекттарында йылдан-йыл киң файҙалана. Бында БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Наркотиктар әйләнешенә контроль итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм уның идаралыҡтарын әйтеү ҙә етә.
“Ҡала мөхите” фестивале ун йыл дауамында Башҡортостанда һәм ҡалала төрлө социаль башланғыстарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итте. Бындай реклама өлкәһе белгестәре һаны ла артҡандан-арта бара.
Быйылғы фестивалдең баһалама ағзалары булып федераль кимәлдә танылыу яулаған эксперттар сығыш яһаны. Комиссияға “Социаль реклама лабораторияһы” АНО-һы етәксеһе, “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли эҙләнеү университеты доценты, “Социальная реклама.Ру” порталы етәксеһе Гюзелла Николайшвили рәйес булды. Мәскәүҙән һәм Түбәнге Новгородтан килгән эксперттар реклама һәм пиар өлкәһендәге темалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Фестивалгә үҙҙәренең эштәрен Калининград, Хабаровск, Харьков, Одесса, Минск, Алматы ҡалаларында йәшәгән авторҙар ҙа ебәргәйне. Бөтәһе 430 эш тәҡдим ителде. Улар араһында, йылдағыса, студенттар әүҙем сығыш яһаны – 233 проект. Социаль реклама өлкәһенә яңы аяҡ баҫыусылар 102 эш ебәрһә, һөнәри яҡтан нығынғандар 91 ижад емешен тәҡдим итте. Улар араһында аудио һәм видеороликтар, тышҡы социаль реклама эскиздары, полиграфия продукцияһы өлгөләре, интернет проекттары, акциялары сценарийҙары, фотоһүрәттәр, реклама текстары, слогандар, социаль өлкәгә реклама йәки PR-кампаниялар бар ине. Күргәҙмәлә, быйылғы еңеүселәрҙең эштәре менән бер рәттән, үткән йылдарҙың иң яҡшы проекттары менән танышырға мөмкин булды.
Гюзелла Николайшвили әйтеүенсә, быйыл эштәр араһында бик ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән проекттар осраған. Ул шулай уҡ мәҙәнилекте тергеҙеү һәм һаҡлау, интернет хәүефһеҙлеге өлкәһендәге проекттарҙы юғары баһаланы, студенттар эштәренең һөнәрмәндәрҙекенән бер ҙә ҡалышмауын билдәләне.
Фестивалдең гран-прийын “Законы сохранения детства” эше менән Нина Проселкова, Никита Зубарев (Омск) яуланы. 1-се урынға Павел Павлов (Хабаровск, “Не вешай ярлыки” видеоролигы), Елена Максимова (Харьков, “Используй по назначению” эштәр серияһы) лайыҡ булды. 2-се урынды – Степан Масычев (Өфө, “Захватывающая книга” видеоролигы), Антон Коченевский (Омск, “Дети в интернете”), өсөнсөнө Светлана Наумова (Өфө, “Культурный мусор”) алды.
“Социаль өлкәлә комплекслы реклама йәки PR-кампания” номинацияһында Светлана Наумова (Өфө), Владимир Куликов (Мәскәү, “Cloomba” проекты), Элина Лазарева (Өфө, “Детский телефон доверия”) билдәләнде. “Социаль акция, сара сценарийы”нда Айрат Ғилманов (Өфө, “Ломая барьеры” йәмәғәт проекты), Артем Аванесов (Армавир, “Весомый пассажир”) танылды. “Социаль интернет-реклама” номинацияһында 1-се урын Антон Коченевскийға (Омск) бирелде. “Социаль фотография” буйынса Өфө йәштәре Марина Демченко (“Честный человек”), Дмитрий Айсыуаҡов (“Праздник”) танылды. “Социаль йүнәлешле полиграфия продукцияһы” йүнәлешендә Нина Проселкова, Никита Зубарев (Омск, “Законы сохранения детства”), Илдар Вәлишин (Өфө, “Рабство – дело добровольное”) иң яҡшылар иҫәбендә. “Тышҡы реклама” номинацияһында – Анна Блохина, Аделина Миңлебаева (Өфө, “Не спорь с зеброй”), Елена Максимова (Харьков, “Используй по назначению”), “Социаль аудиоролик/аудиороликтар серияһы”нда – Антон Хохлов (Өфө, “Здоровый образ жизни” циклы). “Социаль видеоролик/ видеороликтар серияһы” номинацияһында Татьяна Ефимова (Мәскәү, “Женщины с ВИЧ”), Степан Масычев (Өфө, “Захватывающая книга”), Павел Павлов (Хабаровск, “Не вешай ярлыки”) тәүгеләр булды.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.
Фекерҙәр
Марат ҒӘЗИЗОВ, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары:
– “Ҡала мөхите” фестивале үҙенең талантын һәм күңелен мөһим социаль бурыстарҙы үтәргә теләгән талантлы кешеләрҙең статусын күтәреүгә булышлыҡ итә. Был сарала социаль реклама заказсылары – төрлө ведомстволар, министрлыҡтар, реклама етештереүселәр, дөрөҫ, һөнәри яҡтан тикшерелгән продукт етештерергә теләгән кешеләр осраша. Беҙ фестивалдең ошондай тотороҡло репутацияһы булып, ул нығынһа, тик ҡыуаныр ғына инек.
Камил ЮЛАЕВ, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте – мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы:
– “Ҡала мөхите” йәмғиәткә файҙалы идеяларҙы тормошҡа атҡарыусы һәм шуның менән йәмғиәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итеүсе кешеләрҙең ижади лабораторияһы булып тора. Баш ҡала хакимиәте артабан да фестивалде үткәрергә ярҙам итәсәк, иң яҡшы эштәрҙе урынлаштырыу өсөн урамдарҙа реклама майҙандары бүләсәк.
Гюзелла НИКОЛАЙШВИЛИ, баһалама комиссияһы рәйесе:
– Рәсәйҙә социаль рекламаға арналған фестивалдәр быға тиклем күп үткәрелде. Үкенескә күрә, һуңғы йылда ғына уларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Шулай ҙа Өфө ҡалаһының был файҙалы инициативаны төбәк һәм ҡала кимәлендә һүрелтмәүе бик һөйөнөслө. Быйылғы фестиваль тағы ла юғарыраҡ талаптар ҡуйҙы. Киләһе йылдарҙа ҡатнашыусылар уларға тулыһынса яуап бирер, тип ышанайыҡ.