«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Донъя офоҡтарын иңлә, «Аҡбуҙат»!



21.11.2014 Донъя офоҡтарын иңлә, «Аҡбуҙат»!

Донъя офоҡтарын иңлә, «Аҡбуҙат»!27 – 29 ноябрҙә Өфөлә ҙур кино байрамы буласаҡ. Ул да булһа “Аҡбуҙат” тип аталған халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале. Ни өсөн “Аҡбуҙат”? Сөнки Урал батырҙың тыныслыҡ ҡылысын һаҡлаусы, уны ил батырҙарына тапшырыусы, беҙҙең күңел күҙен көнкүреш проблемаларҙан киң офоҡтарға, тарихыбыҙға, рухыбыҙға төбәтеүсе зат ул. Шуға ла глобалләштереү заманы өсөн бик мөһим милли һәм этник йүнәлеште һайлаған фестивалебеҙ өсөн Аҡбуҙат образы бигерәк тап килә.

Шулай итеп, 27 ноябрҙән башлап өс көн дауамында “Родина” кинотеатрында һәм Актерҙар йортонда конкурс программаһына ингән нәфис һәм документаль фильм­дар­ҙы, конкурстан тыш документаль фильмдарҙы ҡарарға була. Инеү ирекле. Ул ғына ла түгел, махсус анкеталарҙы тултырып, “Та­маша­сы һөйөүе” тип аталған махсус призды билдәләүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ.

Конкурс фильмдары менән ав­тор­ҙар үҙҙәре таныштырасаҡ. Ә улар Куба, Иран, Ираҡ, Болгария, Гер­ма­ния, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үз­бәкстан, Төньяҡ Осетия, Саха-Яку­тия, Татарстан, Бурятия, Мәс­кәү, Санкт-Петербургтан киләсәк! Тәүге фестивалдән үк ошондай илдәр, илебеҙҙең милли республикалары вәкилдәре булыуы, әлбиттә, ҡы­уандыра һәм оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Бөтә эштәр ҙә иң юғары кимәлдә. Шуға ла документаль фильм­дар­ҙан, айырым конкурстан тыш, тағы бер программа төҙөлдө, сөнки тамашасыларыбыҙҙы мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, башҡа тө­бәктәрҙең кинематографы менән таныштырғы килә. Нимәһе ҡы­уаныслы – Башҡортостан кинематографистары ла һынатмай, фестивалдә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтәсәк. Документаль фильмдар конкурсында Вилүрә Иҫәндәүлә­то­ваның “Мөрйәнән үрелә төтөн, бе­рүк һүрелмәһен…”, Айнур Асҡаров­тың “Бал әсеһе” фильмдары, ә ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында Таңсулпан Бураҡаеваның “Мин өйләнәм!” комедияһы һәм Булат Йосоповтың “Визит” драмаһы ҡатнашасаҡ. Уларҙың ба­рыһы ла “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлдө. Шулай уҡ конкурста Өфө егете Андрей Но­сковтың “Шәхсән эш” тип атал­ған фильмы ла тәҡдим ителәсәк. Әлбиттә, беҙ уларға ҙур уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фестиваль 27 ноябрҙә киске сәғәт алтыла ҡатнашыусыларҙың, абруйлы жюри ағзаларының Ҡыҙыл келәм буйлап үтеүе менән тантаналы асыласаҡ. Ябыу тантанаһы шулай уҡ Конгресс-холда, 29 ноябрҙә киске сәғәт алтыла Ҡыҙыл келәмдән башлана. Рәсәй “йондоҙ”ҙарынан Алексей Булдаков менән Ольга Кабо киләсәк. Абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ араһында рәссам, яҙыусы, режиссер, актер Шәүкәт Әбдүсәләмов, хроника операторы Мәхмүт Рафиҡов та бар.

“Аҡбуҙат” кинофестивале мәҙәниәт өлкәһенә бүленгән ун миллион һумлыҡ Президент грантына үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте www.silverakbuzat.ru сайтынан ҡарағыҙ.

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
“Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале
координаторы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға