«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәғлүмәтте ваҡытында һәм дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙ



21.11.2014 Мәғлүмәтте ваҡытында һәм дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙ

Мәғлүмәтте ваҡытында һәм  дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙТиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Донъялағы үҙгәрештәргә яраҡлашыу, һәр ергә өлгөрөү йәһәтенән етеҙ ҙә, белемле лә, әүҙем дә булыуың мөһим. Шуларға эйә булмай тороп, тиҙлек арбаһынан төшөп ҡалыуың бар. “Аҡъяр – ТВ” муниципаль автономлы учреждениеһы директоры, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Хәйбулла муниципаль районы советы депутаты, урындағы йәштәр парламенты рәйесе Данил Аҡылов менән әңгәмәләшкәндә йәш яҡташыбыҙҙың йөҙөндә нәҡ ошо сифаттарҙы күрҙем. Һөйләшеүҙә башлыса телевидение хеҙмәтен күҙ уңында тотһаҡ та, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән һүҙебеҙ уның бөтә эшмәкәрлегенә ҡағылды.

Мәғлүмәтте ваҡытында һәм  дөрөҫ итеп еткереү – төп бурысыбыҙ– Данил Зиннәт улы, күптән түгел “Изге йөрәк” тип аталған телевизион проектығыҙ менән еңеү яулап ҡайттығыҙ бит әле. Конкурста ҡатнашыу теләге нисек тыуҙы? Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Конкурсты республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо. Социаль йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған бәйгегә йәмғеһе 30 эш ҡабул ителде. Шуларҙың 90 процентын – ҡала, ҡалғанын ауыл проекттары тәшкил итте. Беҙҙән тыш, райондың ветерандар һәм инвалидтар ойошмалары үҙҙәренең эштәрен ебәрҙе.
“Изге йөрәк” телевизион проекты ике йылдан ашыу “Ауырыуға ярҙам ит” фонды менән берлектә тормош­ҡа ашырылып килә. Изге маҡсат менән тотонғанбыҙ, йәғни ҡиммәт хаҡҡа дауаланыуға мохтаж кешеләргә аҡса йыйыуҙы ойоштороу. Шулай уҡ ниндәйҙер яҙмыш һынау­ҙарына дусар булып, юғалып ҡалмай, уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙ хаҡында тапшырыуҙар эшләп, башҡаларға өлгө итеп ҡуябыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙамға мохтаж булыусылар һаны йылдан-йыл арта. Ә райондағы “Ауырыуға ярҙам ит” фондының мөмкинлектәре сикләнгән. Проект эфирға сыға башлағас та изге күңелле кешеләр­ҙең, бигерәк тә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған предприятие-ойошма етәкселәренең булыуына инандыҡ.
Конкурстың 342 мең һумлыҡ грантын алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ошондай проекттар менән киңерәк шөғөлләнергә дәртебеҙ ҙә бар, әммә ҡорамалдарыбыҙ етмәй ине. Хәҙер иһә матди базаны тулыландырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең коллектив бындай конкурстарҙа йыш ҡатнаша…
– Эйе, эшебеҙҙән кинәнес һәм файҙа алырға, төрлө дәүләт органдары һәм ойошмалар уҙғарған һәр сараның уртаһында ҡайнарға тырышабыҙ. Сифатлы сюжеттарҙы республика кимәлендәге ярыштарға ғына түгел, федераль конкурстарға ла ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, йыл ярым элек Мәскәүҙә опекунлыҡҡа алыу мәсьәләһе буйынса уҙған бәйгенең йомғаҡлау этабында ҡатнаштыҡ. Ошо көндәрҙә Өфөлә унынсы тапҡыр үткән “Ҡала мөхите” халыҡ-ара фестиваленә социаль юҫыҡтағы ике ролик тәҡдим иттек. Һөҙөмтәлә иң яҡшы эштәрҙе үҙ эсенә алған йыйынтыҡҡа бер проектыбыҙ инде. Рәсәй һәм БДБ илдәренә таралған дискыла эшебеҙҙең урын алыуы – ҙур баһа тип әйтер инем.

– Булдыҡлы етәксе һәм берҙәм, егәрле коллектив булғанда ғына ошондай уңыштарға өлгәшергә мөмкин. “Аҡъяр – ТВ” башҡа коллективтарҙан нимәһе менән айырыла?
– Коллектив әллә ни ҙур түгел, үҙ эшен яратып башҡарған, яуаплылыҡ кеүек сифатты иңенә йөкмәгән һигеҙ кеше йыйылған. Төп көстө башлыса йәштәр тәшкил итә. Аҙнаһына дүрт тапҡыр меңләгән тамашасыға район яңылыҡтарын, абруйлы шәхестәребеҙ менән әңгәмәләрҙе, төбәк халҡына өлгө булып торған яҡташтарыбыҙ тураһындағы репортаждарҙы бөтә тулылығында еткереү өсөн көс һала улар. Телевидение бер урында тапанмаҫҡа тейеш, шуға күрә даими эш алып барабыҙ. Үҙеңдең кимәлеңде сағыштырмайынса белеү мөмкин түгел. Район-ҡала телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатынан тығыҙ аралашабыҙ. Ғөмүмән, заман ме­нән йәнәш кенә түгел, ә унан бер аҙым алда барыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Тағы ла шуныһы: район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Шунһыҙ булмай, сөнки урындағы ҡаҙна иҫәбенә көн күрәбеҙ, әммә өҫтән ярҙам көтөп ултырмай, реклама йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ.

– Бөгөнгө журналист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Мәғлүмәтле заманда йәшәйбеҙ. Уларҙың һәр береһен үҙләштереп бөтөүе ҡыйын. Журналистар һәр яңылыҡты анализлап, объектив рәүештә халыҡҡа еткерергә тейеш. Кешеләрҙең аң һәм белем, мәҙәни кимәлен үҫтереү ҙә – беҙҙең бурыс. Шулай уҡ талапсанлыҡ һәм ғәҙеллек сифаттары ла һөнәри күркәмлекте билдәләй.

– Киләсәккә уй-пландарығыҙҙы ла белеп үтке килә…
– Һуңғы йылдарҙа телевидение өлкәһе йылдам үҫеш кисерә. Мәҫәлән, бынан ун йыл элек менән бөгөнгө араһында айырма – ер менән күк араһы, йәки биш йыл элек иң яҡшы компьютер беҙҙә булһа, бөгөн ундайҙарҙы һәр йортта осратырға мөмкин. Заманыбыҙ тамашасы һанын арттырыу өсөн IP-телевидение, интернет кеүек яңы форматтарға мөрәжәғәт итеү, ҡыҙыҡлы рубрикалар булдырыу талабын ҡуя.
Әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙең үҙ радиоһын булдырыу буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Райондың дала зонаһы булыуы территорияны тулыһынса тиерлек ялмау мөмкинлеге бирә. Хакимиәт һәм район советы менән был эште киләсәктә тормошҡа ашырып ҡуйырбыҙ, тигән ниәттәмен.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Данил Зиннәт улы. Редакция коллективын һәм һеҙҙе тамашасылар исеменән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Киләсәктә лә һәр йортҡа яҡшы хәбәрҙәр еткереүсе, нур һәм ҡот килтереүсе булып ҡалығыҙ.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға