«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Телевидение йомғағы



21.11.2014 Телевидение йомғағы

Телевидение йомғағыЙәштәштәремдең серле телевидение донъяһы менән танышыуы уҙған быуаттың 70-се йылдарына тура килә. Атайымдың ялтырап торған йәшникле «Весна – 304» телевизорын алып ҡайтыуы бөгөнгөләй хәтеремдә. Был ҙур ваҡиға айҡанлы күрше-тирә, туған-тыумаса араһында техниканы яҡшы ғына белгән ир-ат йыйылышып, телевизор антеннаһын ҡуйышты, ә инде «йәшник»тең үҙен тәүгә ҡабыҙғанда, унда йәнһүрәт бара ине. Шатлығым эсемә һыйманы! Шул көндән алып аҡлы-ҡаралы, ләкин «йәнле» телевидение мөғжизәһе күңел түремдән урын алды. Ул ваҡыттағы ни бары ике канал буйынса күрһәткән телевидение программаларын атай-әсәйем, бәләкәс туғандарым һәм өләсәйҙәрем менән генә түгел, күрше-күлән менән бергә ҡарай торғайныҡ. Йортобоҙҙа телевизор булмаҫ элек беҙ ҙә күршеләргә йөрөнөк. Үҙҙәрендә һигеҙ бала булһа ла, күршеләребеҙ һәр ваҡыт ингән кешене шатланып ҡаршы ала, тиҙ генә телевизор тирәләй ултырғыстарын да теҙеп ҡуя ине. Арабыҙҙа тыумыштан техникаға ғашиҡ өс туған Инсаф ағайым, ауылда кем яңы телевизор ала, шул өйгә кино ҡарарға йөрөр булды. Шуға күрә лә Инсаф ингән йортта, бөтә ғаиләне шатландырып, зәңгәр экран балҡыуын бөтә ауыл белеп торҙо. Ул ваҡыттағы телевидениеның ышандырыу көсө тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. «Яҙҙың 17 мәле» сериалын тын да алмай ҡарағанда, ике өләсәйем, яңы тыуған сабыйҙары менән ҡойо эсенә йәшенгән йәш әсәне йәлләп, был балалар иҫән булһа, хәҙер үҙҙәрен ҡарап ултыралыр инде, тип бышылдай. «Яҙмыш шаярыуы йәки еңел пар менән!» мажараларын шатланып күҙәтеүсе атайым төп геройҙың бер ҡатлылығына, уның тыныс ҡына кеше фатирына инеп йоҡлауына хайран ҡала. Ә мин инде Башҡортостан телевидениеһы буйынса Наилә апай Ғәләүетдинова менән «Күңелле станциялар»ҙы, Румиә Әфләтунова алып барған «Йәйғор»ҙо, «Ну, погоди!» һәм совет балалары яратып ҡараған башҡа бик күп йәнһүрәтте көтөп алам. Ҡасан ниндәй тапшырыу булыуын «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бер аҙна алдан баҫылған программа буйынса белеп, көтөп торабыҙ. Өлкәндәрҙең, бигерәк тә башҡортса спектакль йәки кинофильм иғлан ителһә, түҙемһеҙлек менән көткәнен, телевизион тамаша башланғансы эштәрен теүәлләп ҡуйыуын хәтерләйем. Күрәһең, туған телгә һыуһау шул тиклем көслө булғандыр.

Телевидение йомғағы... Йылдар үтеү менән мин дә үҙемдең телевидение йомғағымды һүтә башланым. Ҡасандыр «зәңгәр экран» аша ғына күргән Наилә Ғәләүетдинованы һәм бик күп ағай-апайҙарҙы яҡындан күреү, улар менән бергә эшләү, улай ғына ла түгел, телевидениела иртәнге «Сәләм» программаһын асыуҙа ҡатнашып, экран аша иртә һайын милләттәштәремә туған телемдә «Хәйерле иртә!» тип өндәшеү бәхете тейҙе. Яратҡан фильмдар ҙа көтмәгәндә ысынбарлыҡҡа әйләнде – Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында уҡығанда «Яҙмыш шаярыуы йәки еңел пар менән!» кинофильмы төшөрөлгән Черемушки районында йәшәнек. Яңы йыл төнөнән һуң төп геройҙың Мәскәүҙәге фатирына ҡайтҡан юлы МДУ-ның беҙ йәшәгән Студенттар һәм аспиранттар йорто (ДАС) янынан үтә. Был фильмды ятаҡ кинозалында ҡараған һайын, Женя беҙҙең арала йәшәй бит, тип, шатланып ҡул саба торғайныҡ.

... Йылдар үтеү менән ниңәлер ошо бала һәм үҫмер саҡ хәтирәләре иҫкә килә лә төшә. Моғайын, зәңгәр, хәҙер инде төҫлө экрандың телевидение хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда ҙурыраҡ урын ала барыуынандыр. Владимир Меньшов фильмының геройы вәғәҙә иткәнсә, бөтә тормош телевидениеға әйләнмәһә лә, был мәғлүмәт сараһынан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Башҡортос­танда ла республикабыҙ исеме менән башланған юлдаш телевидение каналы хәҙер тәүлек әйләнәһенә тамашасыларға төрлө мәғлүмәт еткерә, зауыҡ тәрбиәләй. Теле­видение йомғағы ҡалыная бара. Ә инде уның ептәренең ныҡлығы экран «йондоҙ»ҙарынан ғына түгел, һәр тамашасының үҙенән дә тора. Бөтә донъя телевидение көнө менән, дуҫтар!

Гөлдәриә ЙОСОПОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға