21.11.2014 Йырлап йәшәйек, дуҫтар!
Йәйғор булып тыуҙың да һин,
Моңдар булып индең күңелгә.
Һин килгәнһең икән был донъяға
Йырлап йәшәр өсөн бөгөн дә.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе йырсыһы Ғәзинур Хужәхмәтов күп йылдар буйына үҙенә генә хас лирик тенорлы тауышы менән башҡорт йыр сәнғәтенең сағыу биҙәге булып тора.
Ишембай районының Ҡолғона ауылы егете илһам сығанағын тыуып үҫкән еренән ала. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының йыр бүлеген, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыка-фольклор бүлеген тамамлаған йәш йырсы 1994 йылда яңы ғына асылған Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә ебәрелә һәм бына 20 йылдан ашыу “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ йырсыһы. Башҡорт халҡының тарихына, йолаларына нигеҙләнгән ижады менән тамашасы күңелен яулап, республикабыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә, байытыуға күп көс һалыусыларҙың береһе ул.
28 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында йырсы “Йырлай-йырлай тыуған яҡҡа ҡайтам” тип исемләнгән юбилей кисәһенә бөтә дуҫтарын йыя. Кисәлә берләшмәнең талантлы йырсылары – Ришат Хәмитов, Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Гүзәлиә Татлыбаева, Айҙар Латипов, Илдар Рәхимғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Бейеү театры коллективы ҡатнаша. Концертта башҡорт халыҡ, дәртле эстрада йырҙары, күңелдәрҙе күтәрерлек ҡурай моңдары яңғыраясаҡ, йөрәктәрҙе елкендерерлек бейеүҙәр тәҡдим ителәсәк. Барлыҡ моң һөйөүселәрҙе концертта ихлас көтөп ҡалабыҙ.
Т. АМАНОВ.