21.11.2014 Концерттар
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының уникаль солисы. Ул – республикала донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы тигән исемде йөрөткән берҙән-бер музыкант. Уның ҡулында башҡорт ҡумыҙы ғына түгел, ә япон, филиппин, яҡут һәм башҡа халыҡ ҡумыҙҙары ла йәнләнә һәм тирә-яҡты илаһи моңға күмә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт ҡумыҙын донъяның байтаҡ илендә танытыуға күп көс һала. Германияла уҙғарылған ҡумыҙсылар фестивалендә башҡорт халыҡ көйҙәрен ағас ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа оҫта башҡарып, ҡумыҙ сәнғәтен донъя кимәлендә үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн дипломға лайыҡ була. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уның оҫталығын, маһирлығын һәр ваҡыт юғары баһалайҙар.
Талантлы Мәсетле егетенең ташып торған ижад ҡомарына һоҡланырлыҡ. Филармонияның “Риүәйәт” фольклор ансамбле составында республикабыҙҙың район-ҡалалары мәктәптәрендә сығыш яһап, йәш быуында музыка сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы эстетик тәрбиәләү буйынса ла әүҙем эшләй.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың “Донъя сыңы” тип аталған концерты – донъя халыҡтарының иҫ киткес моңона мансылған тамаша. Унда япон, яҡут, филиппин халыҡтары ҡумыҙы яңғыраясаҡ. Шулай уҡ һеҙҙе Стәрлетамаҡ бейеү театры нәзәкәтле, гүзәл бейеү донъяһына алып китер. Римма Амангилдина, Рэм Гәрәев, Әлиә Нурғәлиева ла сығыш яһаясаҡ. 27 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә башланасаҡ күркәм йыр-моң тамашаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.