«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Аҡбуҙат» алға елә



14.11.2014 «Аҡбуҙат» алға елә

«Аҡбуҙат» алға еләҺәр районда, төбәктә халыҡ күңеленә хуш килгән, сығыштары көтөп алынған һәм юғары кимәлгә эйә булған ижади коллективтар була. Көйөргәҙе яҡтарында шулар рәтенә ышаныс менән «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән «Аҡбу­ҙат» башҡорт балалар фольклор төркөмөн индерергә мөмкин. Ансамбль режиссеры Йәмилә Рамазанова етәкселегендә йәш артистар ныҡышмалы, маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә ижадта яңынан-яңы үрҙәр яулай, оҫталығын камиллаштыра. Быйыл көҙ Көйөргәҙе районында балалар һәм үҫмерҙәр ижады республика фольклор фестивалендә яҡташтар «Фольклор коллективы» номинацияһында – 3-сө дәрәжә, ә уның әүҙем ағзаһы Илшат Рамазанов «Вокал-соло» номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат дипломдарын алды. Әйткәндәй, 2002 йылдан башлап районыбыҙҙа үткәрелеп килгән «Аҡбуҙат»та ҡунаҡта» балалар һәм үҫмерҙәр фольклор фестивале быйыл бик күп коллектив ҡатнашлығында уҙғарылды. Октябрь аҙағында Стәрлетамаҡта үткәрелгән фольклор төркөмдәренең сираттағы «Ашҡаҙар таңдары» тип аталған фестиваль-конкурсында «Аҡбуҙат»тар, «Кәкүк сәйе» йолаһын уңышлы сәхнәләштереп 2-се дәрәжә диплом һәм 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде, гала-концертта ҡатнашты.
Эйе, әлеге уңыштарҙы коллектив 12 йыллыҡ көсөргәнешле эше, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре, милли рухы, халҡыбыҙҙың шанлы үткәненә, йолаларына, йыр-моңона битараф булмауы һөҙөмтәһендә яуланы.
2002 йылда ул ваҡытта төп халыҡ әллә ни күп йәшәмәгән Ермолаев ауылында башҡорт фольклор төркөмө ойоштороу әллә ни еңелдән булмай. Әммә, ете йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлап, районда һәм Күмертау ҡалаһының мәҙәниәт системаһында эшләп тәжрибә туплаған Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамазанова, урындағы урта мәктәптәргә, башҡорт ғаиләләренә барып, йәмәғәтселеккә таянып, район хакимиәте ярҙамы менән тәүҙә 5 – 17 йәш арауығындағы унға яҡын баланы фольклор төркөмөнә ылыҡтыра. Уның ныҡышмалылығы менән ҡатнаш халыҡ йәшәгән район үҙәгендә үҙ телен әллә ни яҡшы белмәгән балалар башҡорт телен ныҡлап өйрәнә, халҡыбыҙҙың фольклоры менән әүҙем таныша. Төркөмгә ҡатнаш милләтле ғаиләләрҙән дә күнегеүҙәргә йөрөй башлай­ҙар. Атаһы рус, ә әсәһе башҡорт булған Ләйсән Зыкова коллективтың тәүге составының иң әүҙем ағзаларының береһе була. Ансамблдең матур, фәһемле сығыштарын һоҡланып ҡараған ҡайһы бер ғаиләләр район үҙәгенән 30 – 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙан да балаларын ошо төркөмдә шөғөлләнергә йөрөтә. Көйөргәҙеләр «Аҡбуҙат» фольклор ансамбле башҡарыуында «Урал батыр» эпосын, башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп эшләнгән сәхнә күренештәрен һәр саҡ яратып ҡарай. Төркөмдөң репертуарында шулай уҡ республика яҙыусыларының да әҫәрҙәре ныҡлы урын алған. Ижади коллектив мөмкинлек булыу менән район ауылдарының мәҙәниәт йорттарында, клубтарҙа сығыш яһай. Уларҙы яҡташтары һәр саҡ көтөп ала, сығыштарын алҡыштарға күмә. Хәҙерге ысынбарлыҡта туған телде, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүҙә йәш быуын алдында ҡайһы бер проблемалар булыуы юҫығында ошо мәсьәләләрҙе сисеү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барған төркөмдөң ижады тик хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ. Ансамблдә төрлө йылдарҙа шөғөлләнгән балаларҙың күбеһе киләсәген ошонда алған һөнәрҙәр менән бәйләй. Әйтәйек, үрҙә телгә алынған Ләйсән Зыкова хәҙер, махсус белем алып, үҫмерҙәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтә, Айрат Мәсәғүтов Өфө хореография училищеһында белем эстәй, ә Илнур Рамазанов, БДУ студенты булһа ла, йырҙан айырылмай. Улар һәм башҡаларҙың ижади уңыштары һөҙөмтәһендә коллективҡа 2012 йылда «өлгөлө» тигән исем бирелә. Фольклор төркөмө ошо маҡтаулы исемде аҡлау һәм киләсәктә лә төрлө сәхнәләрҙә яңы үрҙәр яулау, репертуарҙы ишәйтеү, милли рух тәрбиәләү йүнәлешендә маҡсатлы эшләү уйы менән яна. Шик юҡ, Көйөргәҙе төбәгендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла үҙен һынатмаған ансамбль киләһе йылдарҙа ла һыр бирмәҫ.

Урал ҠӘЙҮПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға