07.11.2014 “Беҙҙә ҡыпсаҡтар ҙа, юрматылар ҙа, йәнәйҙәр ҙә йәшәй”, –
ти башҡорттарҙы өйрәнеүсе венгр ғалимы Дауыт Шомфаи
Венгрҙар (мадьярҙар) менән башҡорттарҙың ҡәрҙәшлеге күптән тикшерелә һәм өйрәнелә. Ғәрәп сәйәхәтселәре яҙмаларында, карталарында “маджигир” һәм “паджигир” тигән атамаларҙың йәнәш ҡулланылыуы был хаҡта һөйләй. Билдәле венгр ғалимы, төрки халыҡтарҙы өйрәнеүсе Дауыт Шомфаи ошо арала Башҡортостанда ҡунаҡта булды.
Егерменән ашыу телдә иркен аралашҡан ғалим башҡортса тап-таҙа һөйләшеүе менән таң ҡалдырҙы.
– 1993 йылда Будапешт университеттарының береһендә төркиәт йүнәлешендә уҡырға тотондом. Шул осорҙа Ҡаҙағстан һәм Венгрия үҙ-ара килешеү төҙөп, студенттарҙы алмашыу программаһы буйынса уҡыта башланы. Мин дә был программа менән файҙаланып, бер йыл Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡ телен өйрәндем. Шул йылда Алматыла Венгрия илселеге асылғайны, шунда тәржемәсе булып эшкә урынлаштым. Артабан яйлап башҡа төрки телдәрҙе өйрәндем. Хәҙер төрки телдәрҙә генә түгел, монгол, көнбайыш халыҡтары телдәрендә лә аралаша алам, – ти ғалим.
Әйткәндәй, Алматылағы беренсе венгр илсеһе Йожеф Торма башҡорт ғалимдарына ла яҡшы таныш. Ул – башҡорт теле һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тәрән өйрәнгән төрки донъя белгесе, венгр студенттары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторы, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен туған теленә тәржемәләүсе. Өфө ҡалаһында уға мемориаль таҡтаташ та асылды. Тап Йожеф Торма үҙенең Башҡортостанда йыйған эштәрен күрһәтеп, Дауытта башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. 1996 йылда венгр ҡыпсаҡтарынан булған фоторәссам менән бергә Башҡортостанда экспедицияла йөрөп ҡайта.
Венгрҙарҙа ла башҡорттарҙағы кеүек ете ырыу бар. Уларҙың береһе хаҡында ғалим айырым әйтеп үтте – ҡыпсаҡтар. Баҡһаң, Батый хан яуынан ҡасып, ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшө 1239 йылда көнбайышҡа күсеп киткән икән. Уларҙың тоҡомдары әле булһа Венгрияла мадьярҙар менән йәшәй. Дауыт Шомфаиның өләсәһе лә тап ошо ҡыпсаҡтар затынан. Хәҙер уларҙың телдәре венгрҙарҙыҡы менән буталып бөткән, әммә үҙенсәлекле диалекттары һаҡланған, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә тап итергә була. Мадьярҙарҙан айырмалы рәүештә, башҡорттар кеүек, буҙа эсәләр икән. Үкенескә күрә, бөгөнгө венгрҙар үҙҙәренең ҡайһы ырыуҙан булыуын әйтеп бирә алмай, уларҙың ҡанына славяндарҙың да, немецтарҙың да ҡаны ҡушылған. Был юҫыҡта ғалим тарихи хәтерҙе яҡшыраҡ һаҡлай алған башҡорттарға һоҡлана. Бынан тыш, Венгрияла Юрматы, Йәнәй ырыуҙары вәкилдәре йәшәй икән, Ярмат (Юрматы) тип аталған ҡала ла бар.
– Венгрияла үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен ҡала йәштәренә өйрәтеүсе клубтар әүҙем эшләй. Һөҙөмтәлә ҡала йәштәре милли йыр-бейеүҙәрҙе ауыл йәштәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Уртаҡ тамырҙарыбыҙ булыуын иҫәпкә алып, Будапештта башҡорт халыҡ йыр-бейеүҙәренә өйрәтеүсе клуб асырға теләр инек. Был эшкә матди ярҙам күрһәтергә теләүселәр табылды, хәҙер Башҡортостандан Будапештҡа күсергә теләүсе йырсы, бейеүсе, ҡурайсыларҙы эҙләйбеҙ, – ти Шомфаи.
Тарихтан белеүебеҙсә, үткән быуат башындағы милли хәрәкәт етәкселәренең береһе Ғәлимйән Таған эмиграцияла Будапештта йәшәй һәм фән менән шөғөлләнә. Ғәлимйән Тағандың ғилми эштәренең күбеһе венгр телендә яҙылған. Йожеф Торма һәм Дауыт Шомфаи – был эштәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеүселәр. Үкенескә күрә, Венгрия төркиәтселәре күберәк төрөктәрҙе өйрәнеүгә йүнәлеш алған, бер нисәүһе генә башҡорттар менән ҡыҙыҡһына, ти ғалим. Яңыраҡ венгр ғалимдары ҡыҙыҡлы табышҡа юлыҡҡан: Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Венгрияла әсирлеккә төшкән башҡорт һалдаттарынан урындағы ғалимдар ауыҙ-тел ижадын яҙып алған икән. Ошоғаса улар нәшер ителмәгән.
Әле ғалим Өфөгә өсөнсө тапҡыр килгән. Быйыл да, тәүге килгәндәге кеүек, райондарға сығып, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, им-йолаларын өйрәнмәксе.
М. САЛАУАТОВА.