24.10.2014 “Юлдаш” йыры–2014”. Кем еңеүсе булыр?”
“Юлдаш” йыры – 2014” конкурсының йомғаҡлау концертына һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Күптәрҙең кемдең еңеүсе булыуын белгеһе киләлер. Хәйер, һәр кем үҙе өсөн күптән еңеүсене билдәләп тә ҡуйғандыр. Ә беҙ үҙ уҡыусыларыбыҙҙы финалсылар менән яҡынданыраҡ таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ – иң йәш һәм иң оло ҡатнашыусылар – Лилиә Дауытова һәм Ильяс Аллаяров.
Сәсенә күбәләктәй биҙәп таҫма таҡҡан, сәскәле күлдәк кейгән ҡыҙ йыр һуҙа. Бөтә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә, тын ҡалып, көмөш ҡыңғырауҙай сыңлап торған саф тауышҡа әсиргә төшкән…
Лилиәнең тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуы тап ошолай булып хәтерендә ҡалған. Ҡул сабыуҙар, ҡат-ҡат һорап йырлатыуҙар һәм ҙур сәхнәгә ынтылыш. Кескәй генә саҡтан, тәүге сығышынан уҡ сәхнәгә, йыр-моңға ғашиҡ булған ҡыҙ Ишембай ҡалаһында тыуып үҫә. Әйткәндәй, ул быйылғы конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы. Әлеге ваҡытта Өфө киң профилле һөнәри колледжының педагогика бүлегендә 4-се курста белем ала. Әүҙем ҡыҙ спорттың күп төрҙәре менән ҡыҙыҡһына, уҡыу йортонда үткән бөтә сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Күптән түгел ғилми ҡаҙаныштары һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булды.
Йәш конкурсант вокал буйынса Венера Сәхип ҡыҙы Фәтхиевала белем алып, башҡарыу оҫталығын камиллаштыра. Өфөгә килеп, уның менән танышыуын һәм унда белем алыуын Лилиә тормошоноң иң ҙур уңышы тип иҫәпләй:
– Әгәр ҙә Венера Сәхип ҡыҙының кәңәштәре, тәжрибәһе булмаһа, “Юлдаш” йыры” кеүек ҙур һәм мәртәбәле конкурста ҡатнашырға ҡыйыулығым етмәҫ ине. Һуңғы йылдарҙағы бөтә ҡаҙаныштарым өсөн уға рәхмәтлемен. Кеше һәр саҡ үҫеш юлында булырға тейеш. Таланты булһа, уны үҫтерергә, оҫталығын камиллаштырырға, белем алырға. Ә инде бер урында тапанһаң, ижадтың ҡыҙығы ла ҡалмаясаҡ. Киләсәгемде мотлаҡ йыр сәнғәте менән бәйләмәһәм дә, йырҙар яҙҙырасаҡмын, сығыштар яһаясаҡмын. Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙбыҙ һәм барыбыҙ ҙа йырлайбыҙ. Шуға күрә һеңлеләремдең, минән уҙғарып, исемле йырсылар булып китеүе лә мөмкин.
18 йәшлек Лилиә, “Юлдаш” йыры” конкурсы менән бер рәттән, “Уфимская волна” проектында ла ҡатнаша. Унда әле финалға үтеү өсөн көрәштең ҡыҙған мәле.
– Унда ла һайлап алыу ике этаптан торҙо. Аудиояҙмаларҙы баһалағандан һуң, тере тауышҡа йырланыҡ. Ошо көндәрҙә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 83 кешенең 15-ен финалға һайлаясаҡтар. Ике конкурсҡа ла өсәр йыр әҙерләргә кәрәк ине, шуға күрә быйыл миңә бик әүҙем ижад итергә тура килде. Көндөҙ уҡыуҙан һуң йырҙар өйрәнеп, яҙҙырып йөрөйөм дә, төндә дәрестәргә әҙерләнеп ултыра торғайным. Әммә дуҫтарымдың, туғандарымдың ярҙамын ныҡ тойҙом. Әгәр теләк булһа, бөтә ергә өлгөрөргә мөмкин икәнен аңланым. Ваҡытты дөрөҫ итеп бүлә белергә генә кәрәк. Файҙаһыҙ һәм күңел тартмаған шөғөлдәрҙән баш тартып, ҡыуаныс һәм кинәнес килтергән эштәргә ваҡыт йәлләмәгеҙ, – тигән кәңәштәрен дә бирҙе Лилиә.
“Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел” – “Юлдаш” йыры” конкурсы ошо девиз аҫтында ойошторолоп, һөҙөмтәләр бирә лә инде. Ысынлап та, башҡорт халҡының баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы көслө. Ауылдарҙа әллә күпме сағыу талант йәшәүен һәр кем белә. Заманында махсус белем ала алмай ҡалғандар, йә ҡала тормошон үҙ итмәйсә, ауылда төпләнгәндәр был проект аша оло сәхнәләргә күтәрелеп, дан ҡаҙана. 58 йәшлек Ильяс Аллаяров 20 йылдан ашыу Иркутск өлкәһендә ғүмер итә. Йәшлек йылдарында йыр менән бөтөнләй мауыҡмаған ир-уҙаман тик һуңғы йылдарҙа ғына үҙендә моң барлығын асыҡлай һәм йырлай башлай.
– Тауыш диапазонымдың киң, иркен булыуы башҡорт халыҡ йырҙарын еңел һәм дөрөҫ итеп йырлау мөмкинлеге бирә. Шуға күрә башлыса халыҡ ижадын үҙ итәм. Махсус белемем булмағас, ноталарҙы ла белмәйем. Ялға ҡайтҡан мәлдәрҙә үҙем менән Рамазан Йәнбәковтың кассеталарын алып китә инем, уға ҡушылып йырлай-йырлай өйрәнеп киттем. Сит тарафтарҙа йәшәүе үтә лә ауыр. Йәш саҡтарҙа, күңел бөтөн саҡта һиҙелмәй ул, әммә йәшәй-йәшәй сәскә сал, биткә йыйырсыҡтар ултырған һайын тыуған яҡ үҙенә тарта, һағындыра. Шуғалыр ҙа йыр менән һағыштарҙы баҫа башлағанмындыр.
Ильяс ағай күптәргә үҙешмәкәр композитор булараҡ таныш. Фәрүәз Урманшин башҡарыуындағы “Зәңгәр болот”, Искәндәр Ғәзизовтың репертуарындағы “Ҡарағай урманында”, “Яраттыңмы һин мине?” йырҙары һаман да популяр, ретро йырҙар иҫәбендә йөрөй.
– Дәүләкән районында тыуып үҫтем. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан мәлдәремдә яҡташым, шағирә Лариса Абдуллина менән таныштым. Һәм ул миңә иҫтәлеккә үҙенең шиғри йыйынтығын бүләк иткәйне. Уҡый-уҡый шиғырҙарҙы ятлап алып бөттөм. Шофер булып эшләйем, алыҫ араларға йөрөйөм. Барам шулай бер мәл, үҙемсә йыр һуҙам бар күңелем менән. Көйө таныш та кеүек, түгел дә. Һүҙҙәрен белмәгән кеүекмен. Шунда Ларисаның бер шиғырынын һүҙҙәрен ҡушып ҡараным, тап килә. Йылға яҡын йырланым шулай, килешмәгән кеүек ерҙәрен үҙгәртеп тә бөттөм. Ялға ҡайтҡанда таныштарыма йырлап күрһәттем, “Берәй йырға оҡшамағанмы?” – тип һорашам. Сөнки сит тарафтарҙа йөрөгәс, бөтә йырҙарҙы ла белеп бөтөп булмай бит. Иң тәүге – “Ҡарағай урманында” йырым шулай тыуҙы, “Гәлсәр һандуғас” телепроектында “Йыл йыры” номинацияһын алды ул. Хәҙер инде егерменән ашыу йырым бар. Уларҙы Венера Юлгилдина, Резеда Шәрифуллина, йәш йырсылар Нәркәс Мөхәммәтова, Лиана Алтынсурина башҡара.
Ильяс Аллаяров тормошонда тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Ул күптән түгел хаҡлы ялға сығып, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсеп ҡайтҡан. Иркутск өлкәһендә күп нәмәнән мәхрүм булып йәшәгән ижадсы йыр-моң донъяһына башкөлләй сумған. Зилә Мусина етәкләгән киң билдәле “Майҙан” фольклор ансамблендә шөғөлләнә, йырсылар менән төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Тыуған яғы Дәүләкәндә бер нисә тапҡыр сығыш яһарға ла өлгөргән. Өлкәнәйгән көндәрендә ошондай мөмкинлек биргән “Юлдаш” йыры” конкурсын ойоштороусыларға һәм “Майҙан” ансамбленең һәр ағзаһына, етәксеһе Зилә Мусинаға рәхмәтле ул.