24.10.2014 Сәхнәлә уҙған ғүмер
Иртән көн дә юлымда иҫ киткес мөһабәт, матур кәүҙәле, барыһының да ҡарашын үҙенә йәлеп итеп торған ир-ат ҡаршыға осрай. Уға иғтибар итмәү мөмкин түгел: өҫтөнә костюм-галстук, плащ, эшләпә кейгән ағай нур балҡытып, йылмайып, һәр кемде сәләмләп килгән кеүек. Ул – яңыраҡ үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләгән сәнғәт әһеле, тамашасыларҙың яратҡан актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәли улы Сәйфуллин.
Риф Ғәли улы Сәйфуллин 1949 йылдың 4 октябрендә Архангел районының Муллаҡай ауылында донъяға килгән. Бала саҡта, рассам йәки хәрби кеше булам, тип хыялланһа ла яҙмыш уны сәнғәт менән бәйләй. Мәктәпте тамамлағас, Томскиҙа эшләгән ағаһы янына эшкә юллана. Тыуған яғына ялға ҡайтҡанда гәзиттә Өфө дәүләт сәнғәт институтында драма артистары әҙерләү факультеты асылыуы һәм унда студенттар ҡабул ителеүе тураһындағы иғланды күреп ҡалған егет үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы була. Шулай итеп Риф ағай, яҙмыш тәртәһен бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп, сәнғәт институты студенты булып китә. Диплом алғас, йәш актер Сибай ҡалаһына юллана һәм ундағы башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. Күп тә үтмәй, ул әрме сафына алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тағы ла ихласлап эшкә тотона. Тәүге ролен ул Имран Ҡасимов әҫәре буйынса ҡуйылған “Өҙөлгән өмөттәр” спектаклендә башҡара. Унан һуң инде күңелгә үтеп ингән уҡытыусы Туҡтаров (Т. Миңнуллин, «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), эгоист Исмәғил («Диләфрүзгә дүрт кейәү»), ауыр характерлы Мөлөк (А. Мөбәрәков,«Бисәкәй») образдарын һынландыра.
Риф ағай – ҙур талант эйәһе.Тәрән кисерешле образдары менән күңел түрен яулай, йәшәү мәғәнәһен аңларға өйрәтә.Ул уйнаған һәр спектакль ҙур уңыш ҡаҙана. Бары тик Риф Сәйфуллин уйнаған спектаклгә генә йөрөгән тамашасылар бар. Был инде, сәхнә оҫтаһы халыҡ күңелендә үҙ урынын тапҡан, тигәнде аңлата.
Сибай театрына артист ҡырҡ йыллыҡ ғүмерен арнаған. Ошо ваҡыт эсендә йөҙҙән ашыу образ тыуҙырған. Театр репертуарында ныҡлы урын алған “Ғүмерлек ғазап” (авторы – Салауат Әбүзәр, режиссеры – Дамир Ғәлимов) драмаһын Риф ағайһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Әйтерһең дә, төп герой Сәлмән роле бары тик уның өсөн генә яҙылған. Тамаша барышында әсенеүле тойғолар дауылында ҡалаһың, күңел Сәлмәнгә бер нисек тә ярҙам итә алмауҙан ситлектәге кеүек бәргеләнә...
Әлеге көндә театр сәхнәһенә яңы аяҡ баҫҡан “Йәнкиҫәк”тә (авторы – Тимерғәле Килмөхәмәтов, режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев) Риф Сәйфуллин эпизодик роль уйнаһа ла, сәхнәгә халыҡ артисы килеп сығыу менән барыһы ла үҙ урынына ултырғандай була. ...Ғүмер буйы йәшәп тә, балаһы булмаған Сабит олоғайғас ҡына улы барлығын белә. Тик ике ир-атҡа – ата менән улға ошо бәхеткә һөйөнөп йәшәргә насип ҡына булмай – шуныһы ҡыҙғаныс. Тетрәндерерлек бер ғүмер тарихын бәйән иткән был спектаклдә Риф Сәйфуллин тыуҙырған образ тамашаны тулыландыра, биҙәк өҫтәй.
Риф Ғәли улы Сәйфуллин – республикала билдәле шәхестәрҙең атаһы ла: улы Азамат телевидение өлкәһендә эшләй, ҡыҙы Айһылыу – танылған скрипкасы.
Мәртәбәле юбилейын ҡаршылаусы Риф Сәйфуллин артабан да ҡолас йәйеп ижад итһен, тамашасыһын оҙаҡ йылдар ҡыуандырып торһон, тигән теләктә ҡалайыҡ.
Лилиә САФИНА.
Сибай ҡалаһы.