RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң шәп бейеүселәр ҡайҙа? Борайҙа!

22.05.2012 Иң шәп бейеүселәр ҡайҙа? Борайҙа!

Быйыл башҡорт бейеү­ҙәренә яңы һулыш биргән бейеүсе Фәйзи Ғәскәров­тың тыуыуына йөҙ йыл тула. Ял көндәрендә “Нефт­се” мәҙәниәт һарайында Ф. Ғәскәровтың призына халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы ансамблдәрҙең VI Төбәк-ара фестивале үтте.
Бында данлыҡлы шәхестең исемен йөрөткән дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленән тыш, Башҡортостан ҡала һәм райондары, Та­тарстан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан килгән 28 бейеү ансамбле башҡорт, татар, хакас, Кавказ, сиған, рус бейеүҙәрен башҡарып, жюри ағзаларына үҙ һәләтен асты. Жюри Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, БР-ҙың халыҡ артисы Айҙар Зөбәй­ҙуллин рәйеслегендә сығыш яһаусыларҙы башҡарыу оҫталығы, костюмдары, һайлаған музыка яғынан да баһаланы.
18 – 19 майҙа конкурстың һайлап алыу туры уҙғарылһа, 20 майҙа тамашасылар­ға иң яҡшы тип табылған концерт номерҙарынан торған гала-концерт күрһәтелде. Са­ғыу милли костюмдар­ҙа дәртле, матур итеп бейегән бейеү коллективтарының сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Концерттан һуң еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, конкурс лауреаттары ара­һында өсөнсө урында – Өфө ҡалаһынан “Алант”, Учалы районынан “ҡойон”, Сибай­ҙан “Дарман” халыҡ бейеү ансамблдәре, Стәрлета­маҡ­тан “Дәрүиш” һәм Яңа­уыл районы бейеү ансамблдәре. Икенсе урын Төмән өлкәһе Лянтор ҡалаһынан “Задо­ринка”, Учалы районынан “Ләй­сән” халыҡ бейеү ансам­блдәренә, Татарстандың Әлмәт ҡала­һынан “Әлмә­тем” һәм Күмертау ҡала­һынан “Контраст” бейеү ансамблдәренә бирелде. Беренсе урында – Салауат ҡалаһынан “Ағиҙел” бейеү ансамбле. Ә гран-приға Борай районының “Дуҫ­лыҡ” халыҡ ансамбле лайыҡлы тип табылды.

Флүзә ТҮЛӘКОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы