17.10.2014 Халҡымдың һөйөүе, яратҡан тамашасыларым илһам өҫтәй
Халҡыбыҙҙың моңо иҫ киткес тәрән һәм бай. Ошо моңдоң бөтә нескәлектәрен тойоп, күңелгә үтеп инерлек итеп башҡарыусы йырсылар һирәк. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Азамат Тимеров тап шулар иҫәбендә. 1996 йылда “Ирәндек моңо” конкурсындағы еңеүе менән билдәлелек яулаған Баймаҡ егетенең тауышына, моңона, талантына бөгөн күптәр ғашиҡ. “Йәшлек”тең бөгөнгө ҡунағы – яратҡан йырсыбыҙ Азамат ТИМЕРОВ.
– Йырсы булыу бала саҡ хыялыңмы?
– Үҙемде белә башлағандан алып йырлайым. Әсәйем балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне. Миңә өс йәш тә тулмаған булғандыр, етәкләп баҡсаға йөрөтә торғайны. Шунда пианино һымаҡ бер уйынсыҡ булды. Үҙенсә көй ҙә сығара ине ул. Бына шул уйынсыҡта “Әпипә” менән “Түңәрәк күл”де уйнарға өйрәндем. Үҫә төшкәс, тальян гармунда уйнау серҙәренә төшөндөм. 8-се класта инде баянда уйнай башланым.
– Мәктәпте тамамлағас та йырсы булырға ҡарар иттеңме?
– Юҡ шул, нисектер шулай килеп сыҡты, атайым, уҡырға 4-се класты бөткәс барырһың, тине, шунан, 8-се кластан һуң, шулай итеп һуҙып йөрөп ваҡыт үтте лә китте. Бәлки, атай-әсәйем теләгемә әһәмиәт тә бирмәгәндер. 8-се класты тамамлағас, Рәүеф, Зөфәр исемле класташтарым менән Баймаҡҡа СПТУ-ға уҡырға барҙыҡ. Шунда иретеп-йәбештереүсе һөнәренә уҡып сығып, ауылда бер йыл эшләнем. Уҡыған ваҡытта агитбригада менән ауылдар буйлап концерт ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары – бик оҫта баянсы, Андрей Маракин тигән егет гитарала уйнай, мин йырлайым. Эшләй башлағас, район мәҙәниәт йортонда үткән сараларға, концерттарға сығыш яһарға саҡыралар ине. Баймаҡ беҙҙең ауылдан ун саҡрым ғына, концерттарҙан һуң ауылға йәйәүләп ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Мәҙәниәт йортонда Раушания исемле апай методист булып эшләне, бер мәлде ул миңә, ҡустым, былай йөрөмә, тауышың бар, йырсыға уҡырға кәрәк, тине. Шул ыңғайы ғына уҡырға барып та булманы, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас ҡына Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына документтарымды тапшырҙым. Музыкаль белемһеҙ, нотаны ла белмәгән ауыл малайын тура 2-се курсҡа алдылар. Тәжрибәле уҡытыусы Джон Мирзәхмәт улы Мусиндың класына эләктем.
– Халыҡ йырын йырлау, минеңсә, айырыуса оҫталыҡ, һәләт талап итә. Һиндә ҡайҙан килә ул?
– Атайым – “Азамат”ты, әсәйем “Сәлимә”не матур йырлай торғайны. Уларҙы бәләкәйҙән тыңлап үҫкәнгәме икән, миңә халыҡ йырҙарын йырлауы еңел, һөйләшеп ултырған кеүек кенә. Тыңлап тиһәм дә, үҙем иғтибар ҙа итмәй торғайным, ҡолаҡ ишетеп йөрөгәндер. Армиянан ҡайтҡас, бер мәл атайым, кил әле, теге ҡара күҙлек кейгән ағай йырлап тора, тип саҡырҙы. Йүгереп инһәм, Абдулла ағай Солтанов йырлай. Йылға буйында, өҫтөнә елән, башына төлкө кәпәс кейгән... Шул йыр нисектер күкрәккә йыртып ингәндәй булды, бик ныҡ тәьҫир итте. Тап шунан һуң халыҡ йырҙарына ҡарата ныҡлап ҡыҙыҡһыныу уянғандыр тип уйлайым. Училищела уҡый башлағас, “Яҙғы моңдар” конкурсында ҡатнаштым. Шунда “Урал”ды яңы ғына өйрәнгән килеш башҡарып, лауреат булдым. Ул ваҡытта биш ай тирәһе генә уҡығайным, белемем дә, тәжрибәм дә юҡ.
– Халыҡ йырҙарынан ҡайһыларын айырыуса яратып башҡараһың?
– Киң диапазонлы йырҙарҙы яратам – “Эскадрон”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Шәүрә”, “Буранбай” һ.б. “Өйҙөрәкәй буйы”, “Уйыл” кеүектәр миңә һалмаҡ кеүек тойола.
– Һине һоҡландырған, илһамландырған йырсылар?
– Өлкән быуындан Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Камил Вәлиев. Йәштәр араһында ла өмөтлө йырсылар бар. Айгөл Һағынбаева, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоевтың таланты ҡыуандыра.
– Ҙур сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡанда ниндәй тойғо кисерҙең? Ҡаушаманыңмы?
– Студент саҡта уҡ (уҡып бөтөргә бер йыл бар ине) Сибайға эшкә саҡырҙылар, өс бүлмәле фатир ҙа вәғәҙә иттеләр. Өфөлә торлаҡһыҙ интегеп йөрөгәнсе, саҡырған ергә бар, тип кәңәш бирҙе өлкән артистар. Бына шулай профессиональ сәхнәгә 1993 йылда аяҡ баҫтым. Алдан ҙур сәхнәгә сыҡҡан булмағас, сәхнә тормошона өйрәнеп китеүе еңел булманы. Ныҡ уңайһыҙлана, ҡаушай торғайным. Икенсенән, гел генә халыҡ йырҙары, ариялар йырлап өйрәнгәс, эстрада йырҙары ауыр бирелде, нисектер ритмға тура килтереп булмай ҙа ҡуя. Йырлай торғас, оҫтарып кителде.
– Сибай артистары йыш ҡына Өфө тамашасыларын да үҙҙәренең сағыу, йөкмәткеле сығыштары менән ҡыуандырып китә торғайны…
– Уларҙы ойоштороуҙа филармонияның художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатованың өлөшө ҙур булды. Сибай филармонияһын ойоштороусыларҙың береһе булған Әлмира апай – идеяларға бик бай кеше. Һәр тамашаны халыҡсан һәм үҙенсәлекле итеп сәхнәләштерә белә. Йырсыларҙың күбеһен сәхнәлә матур итеп хәрәкәт итергә өйрәтеүсе лә тап ул. Уҡыу ғына түгел, тәжрибә лә күп нәмә бирә. беҙ Әлмира Ҡыуатованың тормош мәктәбенән бик файҙалы тәжрибә тупланыҡ.
– Баш ҡалаға килергә нимә сәбәпсе булды, әллә Сибай сәхнәһе тар була башланымы?
– Беҙҙең менән бергә эшләгән артистарҙың күбеһе филармонияның тәүге ҡарлуғастары булды. Берәм-берәм таралып бөттөләр, иң һуңғыһы булып мин киттем. Нисектер күңел Өфөгә тартты. Былай ҙа айына бер нисә тапҡыр килеп кителә торғайны бит инде. Балалар үҫкәс, артабан уҡыуҙарын да уйланыҡ. Әле олоһо Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй, беҙ ҙә уның янында тигәндәй…
– Гастролдәргә йөрөү оҡшаймы? Ауылдар буйлап йөрөгәндә төрлө ҡыҙыҡлы, сетерекле хәлдәргә юлыҡҡанығыҙ булманымы?
– Гастролгә йөрөүе күңелле, юлда йөрөп арып та кителә, төрлө мажаралары ла булып тора, барыһы ла иҫтә лә ҡалмай. Бер шулай Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында булдыҡ. Сәғиҙулла Байегет, Илшат Яхин, Санъяр Мәүлетҡолов бер өйгә төштөк. Оло ғына йәштәге бабай беҙҙе ҡаршы алды, сәй эстек. Бабайҙың һөйләшеүе үҙенсәлекле ине. Сәйҙән һуң мунса индек. Беренсе булып мунсанан сыҡтым да тегеләрҙе шаяртырға булдым. Мейес артындағы карауатҡа инеп ятып, шаршау ситенән ипләп кенә күҙәтәм, Санъяр Мәүлетҡолов инеп килә. Бабайҙың тауышы мейегә һеңеп ҡалған, шунан, Санъяр ҡустым, эҫеһе еттеме, тип бабай булып өндәшәм. Санъяр, эйе, эйе, етте, бабай, ҙур рәхмәт, тип ихлас яуап бирә. Һуңынан Сәғиҙулла ингәс тә шул уҡ хәл ҡабатлана. Былар ышанып, эй, хәбәрҙәрен һөйләй, һуңынан шаршау артында мине күреп ҡалып, һындары ҡатҡансы көлдөләр.
– Хәҙерге тамашасылар нисек?
– Элек тамашасылар ихласыраҡ кеүек ине. Хәҙер йырсылар ҙа күбәйҙе, бәлки, сәбәптәренең береһе шулдыр ҙа. Икенсенән, сит ил музыкаһына эйәреү, йырҙарҙы заманса итеп үҙгәртергә тырышыу көсәйҙе. Һөҙөмтәлә башҡорт йырҙары юғалып бара кеүек, үҙебеҙгә генә хас моңдо, көйҙө, стилде юғалтабыҙ. Беҙҙә генә түгел, татар йырҙары менән дә шундай уҡ хәл. Элек ундай үҙгәрештәр булмай торғайны.
– Үҙеңде талант тип иҫәпләйһеңме?
– Үҙеңде талант тип әйтеүе ҡыйын, әммә тәбиғәттән һалынғандыр инде. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт шундай тауыш биргәне өсөн. Абдулла ағай Солтановтың радиоға биргән интервьюһын тыңлағайным, хәҙерге йырсыларҙан кемде өмөтлө йырсы тип әйтер инегеҙ, тигән һорауҙы бирҙеләр. Азамат инде, Азамат Тимеров, тигән яуапты ишеткәс, йөрәк йылынып китте. Әйткәндәй, быйыл июль айында Учалы районының Ҡобағош ауылында гастролдә булдыҡ. Шунда Абдулла ағай килде, иртәгәһенә өйөнә саҡырҙы, ҡурайҙа уйнаны. Бөтә концертҡа ла йөрөмәйем ул, һин әйткәс кенә килдем, ти. Минең өсөн ошо һүҙҙәр – иң ҙур баһа, оло мәртәбә.
– Сит илгә гастролгә сығырға тура килдеме? Башҡорт йыр-моңон нисек ҡабул иттеләр?
– Франция, Греция, Төркиә, Ҡытай, Германияла сығыш яһаным. Бик матур ҡаршы алдылар. 45 көн булдыҡ, арытты, тыуған ил һағындырып, ҡайтҡы килде. Йырҙы нисек ҡабул иткәндәрен әйтә алмайым, шуныһы ғына иҫемдә ҡалған: Францияла йөрөгәндә костелда, беҙҙеңсә әйткәндә, ғибәҙәтханала сығыш яһарға саҡырҙылар. Төрлө ил вәкилдәре ҡатнашты, Коста-Рика, Куба, Нигерия, Испания, Колумбия, АҠШ-тың Теннесси штаты артистары сығыш яһаны. Халыҡ тын ғына тыңланы, алҡышлаусы ла булманы. Сәғиҙулла Байегет – ҡурайҙа, Илшат Яхин баянда уйнап, “Илсе Ғайса”ны йырланым. Акустика шундай шәп, йырлағандан-йырлағы килеп кенә тора. Йырлап бөткәйнем, шаулатып ҡул сабып, “браво” тип ҡысҡырып алып киттеләр. Беҙ үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек, өҫтәүенә, костел эсендә ҡул сабырға ярамай, тигәйнеләр. Уларға башҡорт йыры шулай ныҡ тәьҫир итте.
– Нәсимә менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?
– Өфөлә дәүләт сәнғәт училищеһында уҡығанда таныштыҡ. Ә тәүге осрашыуыбыҙ күпкә алдараҡ булған икән. Өйләнешкәс, элек концерт менән йөрөгәндәге Маҡтау ҡағыҙҙарын, гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрҙе ҡарап ултырғанда, Темәстәге сығыш тураһындағы гәзит ҡулға килеп эләкте. Шул саҡ Нәсимә, ул ваҡытта беҙҙең ауылға килеп йырлаған егет һин булдыңмы ни, ә мин, бынау егет шундай матур йырлай, их, тип һоҡланып ҡуйғайным, ти. Бына бит ул яҙмыш тигәнең, нисә йылдан һуң осрашып, бергә булырға яҙған.
– Бер ғаиләлә ике йырсы, йырлап ҡына йәшәйһегеҙ, тимәк?
– Икебеҙҙең дә йырсы булыуыбыҙ тик яҡшыға ғына. Бер-беребеҙгә тормошта ғына түгел, эштә лә терәк. Ул уң ҡулым булһа, мин – уның һул ҡулы. Концерт ҡуйғанда Нәсимә ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала. Йыр, көй, репертуар һайлағанда ла иң тәүҙә үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ.
– Хәҙер йәштәр сит ил музыкаһын үҙ итә. Һин сит телдә йырлайһыңмы?
– Уҡыған саҡта сит телдә ария өйрәнеп йырлай торғайным. Әле лә Италия арияларын фортепианоға ҡушылып йырлап алам.
– Опера йырсыһы булырға теләгең булманымы һуң?
– Опера йырсыһы булырға теләгем бар ине, әммә Сибайға ҡайтҡас, артабан уҡырға мөмкинлек булманы. Бында ҡалған булһам, уҡыуымды дауам итер инем.
– “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры”, “Юлдаш” йыры” кеүек конкурстарға нисек ҡарайһың?
– Бындай конкурстарҙы үткәреү кәрәк. Көрәш сәме спортсыларҙа ғына түгел, йырсыларҙа ла бар. Шәп йырлаған йырсыға оҡшарға, кемделер уҙҙырырға тырышыу һ.б. Бындай конкурстар шулай уҡ йырсыға ҙур этәргес бирә, үҙ көсөңә ышаныс уята. Яңы исемдәр, һәләтле йәштәрҙе асырға ярҙам итеүе менән дә әһәмиәтле.
– Спортсылар тигәндән, спорт менән шөғөлләнәһеңме, ниндәй спорт төрө күңелеңә яҡын?
– Йүгереү оҡшай, буш ваҡытым булғанда эргәләге паркка сығып йүгерәм. Телевизорҙан иһә бокс, “Бои без правил” тапшырыуын ҡарарға яратам.
– Йырсы булмаһаң, үҙеңде ниндәй өлкә белгесе тип күҙ алдына килтерәһең?
– Үҙемдең СПТУ-ла алған һөнәрем буйынса эшләр инем. Себер яҡтарында тип тә күҙ алдына килтерәм. Хәҙерге заманда балаларыңды аяҡҡа баҫтырам тиһәң, оҙон аҡса артынан китергә лә тура килер ине. бәлки, шунда йәшәргә лә ҡалыр инем. Шундай уйҙар булды.
– Бер көн иртән уяныуға тауышың юғалһа, нимә эшләр инең?
– Аптырар инемме икән, бер уйлаһаң, аптырарлыҡ хәл түгел инде, бик тә булыуы ихтимал, Аллам һаҡлаһын.
– Яратҡан шөғөлөң?
– Баянда уйнап йырларға яратам.
– Улдарыңдың йырсы булыуын теләр инеңме?
– Әллә инде, балаларҙың киләсәге Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Өлкән улым, булмайым, һеҙҙең кеүек мәңге хәйерселәп йөрөргәме, ти. Бәләкәйенең моңо бар, матур йырлай, әммә әлегә балалығы менән, берсә, артист, берсә, полицейский булам, ти.
– Кеше аяғы баҫмаған утрауға ебәрәләр ти, үҙең менән бер генә нәмәне алырға рөхсәт ителә. Нимәне һайлар инең?
– Ҡатынымды һайлар инем, беренсенән, тормош диңгеҙен байтаҡ бергә кискәнбеҙ, уның менән ышаныслы, кеше аяҡ баҫмаған утрауҙа ла яңғыҙ булмаҫмын.
– Армияла хеҙмәт иттеңме?
– Беҙҙең заманда хәрби хеҙмәткә бармаған кеше ысын ир-егет тип һаналмай ине, шуға күрә беҙ класташтар менән, кем алдараҡ китә, тип көтөп йөрөй торғайныҡ. Шулай тура килде, барыһынан алдараҡ китеп, һуңыраҡ ҡайттым. Армияла барлығы 2 йыл да 40 көн булдым. Кяхта тигән бәләкәй генә ҡалала, танк ғәскәрҙәрендә водитель-механик булып хеҙмәт иттем.
– Улдарыңдың хәрби бурысын үтәүен теләр инеңме?
– Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән, әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тип. Улар өсөн борсолоу бар, әлбиттә. Хеҙмәт итеүен-итһендәр, тик донъялар ғына тыныс булһын.
– Тормошта үҙ урынымды таптым, тип иҫәпләйһеңме?
– Аллаға шөкөр, таптым, тип әйтергә була. Сөнки үҙем ошо һөнәрҙе һайлағанмын һәм яҡшы ғына һөҙөмтәгә лә ирештем. Бик күп конкурста еңеү яуланым. Йырсылар араһында иң йәше булараҡ “Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы” һәм “Башҡортостандың халыҡ йырсыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдым. Республикабыҙ етәкселеге, Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлемен, улар тарафынан һәр саҡ иғтибар булды. Һәм әле лә халҡымдың һөйөүен, үҙемдең яратҡан тамашасыларымдың булыуын тойоп ижад итеүемде дауам итәм.
– “Башҡортостандың халыҡ йырсыһы” исемен йөрөтөү һинең өсөн ғорурлыҡмы, әллә күберәк яуаплылыҡ өҫтәйме?
– Әлбиттә, ғорурлыҡ. Ижадыма һәм тәбиғәттән бирелгән талантыма ҡуйылған иң ҙур баһа, тип ҡабул итәм. Шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та. Был мәртәбәле исемде аҡлау өсөн ғүмер буйы тырышырға тейешһең.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»