RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәккә йыр менән

10.10.2014 Киләсәккә йыр менән

Киләсәккә йыр менәнЙыр-моңдоң дауалау көсөнә эйә булғанлығы күптән иҫбатланған. Яман шеш ауырыуына юлы­ғып, бер-бер артлы өс ауыр операция кисергән Фәнидә депрессияға бирелә. Етмәһә, ғәзиз әсәһе лә, фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Йәшәүҙән ваз кисеп, килер көндәргә өмөтө һүнгән ҡатынға Аллаһы Тәғәлә йәшәү көсө – йыр ебәрә. Һәүәҫкәр композитор Флера Шәрипова Венер Фәттәхов һүҙҙәренә ижад иткән “Әйҙә, киләсәккә!” йырын уға тәҡдим итә һәм ижад кисәһендә сығыш яһарға саҡыра. Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡҡан Фә­нидә Атанова күңелендә киләсәккә ышаныс һәм йәшәүҙең, һәр бер көндөң матурлығын тойоу һәләте уяна. Бәләкәйҙән ҡартәсәһенең йырҙарын, атаһының гармун моңдарын тыңлап үҫкән ҡатын ижадҡа ныҡлап тотона. Йыл ярымда Фәнидә Йәмилә Рәхимова, Флера Шәрипова, бер туған ҡустыһы Ирек Атанов ижад иткән егермеләп йыр яҙҙырта, бер нисә клип төшөрә һәм шул йырҙарҙы радио фондына тапшырырға килгәнендә у­ға “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәр­ҙәре “Юлдаш” йыры – 2014” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә.

– Конкурста ҡатнашыу – ул үҙе үк оло мәртәбә. Ә финалға үтеүемде Аллаһы Тәғәләнең тағы ла бер бүләге итеп ҡабул иттем. Еңеүгә өмөт итмәйем, сөнки бик талантлы, үҙенсәлекле ҡатнашыусылар күп. Йәштәр әүҙем. Әммә конкурс­ҡа килеп, халыҡ араһына сығыуым, билдәле ижадсылар, йырсылар менән танышыуым минең өсөн ҙур бәхет. Күңелемдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт тоям. Алла бирһә, киләсәктә ойоштороусыларҙың өмөтөн аҡлап, артабан да ижад юлын дауам итермен, тип уйлайым. Диск сығарыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм. Ул әҙер булһа, концерт-тамаша ҡуйырға планлаштырам. Ҡыҙым менән бергә йырлау хыялы ла бар, – тип шатлыҡ-ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Фәнидә Атанова.

Табип булып эшләгән ҡатын ауырыуҙарҙы йыр-моңо менән дә дауалай. Киләсәктә яман шеш менән ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәге асыу тураһында ла хыяллана ул. Ире Фидүс менән ике бала тәрбиәләйҙәр, күптән түгел ейәнсәрҙәрен – Ынйыны һөйөү бәхетенә ирешкәндәр. Ғаиләһе өсөн күңелендә ғорурлыҡ тойғолары йөрөтә Фәнидә:

– Мин үҫкән ғаиләлә йыр өҫтөнлөк итте. Бер туған ҡустым Ирек тә сәнғәт юлынан китте, хәҙерге ваҡытта Аҡъяр мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй, легендар “Рух” төркөмө солисы. Шул һөйөү балаларыма ла күсте. Өйҙә ярышып репетициялар яһайбыҙ. Айырыуса улым Фидан матур йырлай. Ирем – шәхси эшҡыуар, әммә шул тиклем сәнғәтте ярата. Беҙҙең йырлағанды тыңлап, башланғыстарыбыҙға рухи һәм матди ярҙам күрһәтеүсе ул. Ә йырсы булыу өсөн яныңда һине аңлаған, ҡанатландырған кешең булыуы бик мөһим. Был яҡтан бәхетлемен. Йыр, сәнғәт донъяһына бер инеп китһәң, мәңгелеккә ғашиҡ була­һың ул. Мин инде хәҙер киләсәгемде йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шуға күрә бөтә хыялдарым йыр һәм ғаилә менән бәйле.
Яҙмыш һынауҙарын йыр ярҙамында еңгән Фәнидәнең ижады оҙайлы һәм емешле булып, тамашасыларҙы, йыр һөйөүселәрҙе ҡыуандырып торһон.

Г. ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы