RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быйылғы «Театр төнө» «Төнгөлөккә әкиәт» девизы аҫтында үтте

03.10.2014 Быйылғы «Театр төнө» «Төнгөлөккә әкиәт» девизы аҫтында үтте

Быйылғы «Театр төнө» «Төнгөлөккә әкиәт» девизы аҫтында үттеБыйылғы «Театр төнө» «Төнгөлөккә әкиәт» девизы аҫтында үтте Йыл да үткәрелеп килгән “Театр төнө” мәҙәни акцияһы матур йолаға әйләнде. Йыл­дан-йыл яңылыҡтары, ҡуйған тамашалары менән таң ҡал­дыр­ған сарала быйыл, дәүләт театрҙарынан тыш, балалар студиялары, ойошмалар, хатта кинотеатрҙар, планетарий һәм музейҙар ҙа әүҙем ҡатнашып, баш ҡалабыҙҙы мөғжизәле донъяға әйләндерҙе. 26 сентябрҙә урамдарҙан үткән һәр кем үҙен әкиәт илендә йөрөгәндәй хис иткәндер. Сөнки бө­тә ял итеү һәм мәҙәниәт ойошмалары янында төрлө әҙәби персонаждарҙы, әкиәт геройҙарын осратырға була ине. “Төнгөлөккә әкиәт” девизы аҫтында үткән байрам кесе йәштәге тамашасыларға иҫәпләнгән булһа ла, уны йәштәр ҙә, ололар ҙа тамаша ҡылыуҙан баш тартманы.
Акция программаһы менән танышып сыҡҡан һәр кем ҡайһы яҡҡа юл тоторға белмәй аптыранып ҡалғандыр. Сөнки театрҙар береһенән-береһе сағыу, матур һәм иң һәйбәт тамашаларын тәҡдим итеп, һәр кемде ҡыҙыҡтырып, үҙенә саҡырҙы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларын театр алдындағы майҙансыҡта уҡ ҡаршы алып, улар менән флешмоб, төрлө уйындар үткәрҙе. Ә театрҙа улар­ҙы музей күргәҙмәһе, оркестр сығышы, конкурстар көтә ине. Һәр кем үҙенең яратҡан актерҙары менән фотоға төшөп кинәнде. Тамашасылар “Әлифбанан бер себеш” моноспектаклендә Алмас Әмировтың оҫталығына һоҡланһа, тиҙҙән сәхнәгә сығасаҡ “Ҡара йөҙҙәр” драмаһының асыҡ репетицияһын күреп, театрҙың сәхнә арты тормошо менән дә танышты.

Фәриҙә КӘРИМОВА, 12 йәш:
– Миңә хәйләкәр төлкө оҡшаны. Мин уны бәхәстә отоп, бүләккә кәнфиттәр ал­дым. Музейҙа булдым, ундағы күлдәктәр бик матур. Хәҙер әсәйем менән икенсе театрға барабыҙ.

Арсен ЮЛДЫБАЕВ, 14 йәш:
– Мин Алмас Әмировтың уйнағанын бер тапҡыр күргәйнем, ныҡ оҡшаны. Шуға тағы ла уны ҡарарға тип, махсус ошо театрға килдем. Үҙем дә мәктәпте тамамлағас, актерлыҡҡа уҡырға барасаҡмын.

Сәймә НУРЛЫҒАЯНОВА,
24 йәш:
– Курсташ ҡыҙҙар менән ял итеп алыу маҡсатында килдек. Бындай саралар халыҡты мәҙәниәткә йәлеп итә лә инде. Сөнки былтыр үткәрелгән “Музей төнө” акцияһынан һуң, беҙ бөтә курс менән йыл әйләнәһенә ҡаланың бөтә музейҙарына йөрөп сыҡтыҡ. Бына быйыл театрҙарға йөрөүҙе әүҙемләштерербеҙ.

“Нур” татар дәүләт театры тамашасыларына спектаклдәрҙә яңғыраған йырҙарҙан торған байрам концерты тәҡдим итте. Шулай уҡ репертуарҙағы 17 спектаклдән өҙөктәр ҡуйылды.
Ҡурсаҡ театрының тарихында сәхнәлә меңәрләгән ҡурсаҡ уйнаған. Уларҙың күргәҙмәһе менән “Театр төнө”н Өфө башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үткәргәндәр таныша алды. Шулай уҡ артистар ябай тамашасыларға сәхнәлә ҡурсаҡ уйнатыу буйынса дәрестәр үткәрҙе. Мөғжизәле төн “Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы” әкиәтенең тамашаһы менән тамамланды. Рус дәүләт академия драма театры тамашасыларын “Ҡар батшабикәһе” спектакле менән шатландырһа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының “Гүзәл үткәндәр” тамашаһы күрһәтелде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры театр һөйөүселәргә грим һалыу серҙәрен өйрәтте. Килеүселәр костюмдар тегеү, сәхнә реквизиттарын эшләү цехтарының эше менән танышты. Теләгәндәр төрлө спектакль геройҙарының кейемен кейеп, грим һалып, иҫтәлеккә фотоға төштө. Театр артистары тамашасылары өсөн асыҡ һауала матур байрам концерты ҡуйҙы.
“Тамыр” балалар телерадиокомпанияһы Салауат Юлаев майҙанында балалар өсөн башҡорт телендә иҫ киткес сағыу һәм матур тамаша әҙерләгәйне. Йыр-моң, уйындар, конкурстар һәм викториналар менән үрелеп барған мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы байрам балалар­ҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Берәүҙәр бүләк отто, икенселәр һүрәт төшөрҙө, өсөнсөләр яңы дуҫтар тапты. “Зәңгәр экран” аша таныш булған төрлө тапшырыу­ҙарҙың алып барыусылары менән танышыу һәм аралашыу бәхете гел эләгеп тормай. Етмәһә, “Фели­чита” байрам ойошмаһы актерҙары “Алтын асҡыс” әкиәтен ҡуйып шатландырҙы. Актерҙар менән бергә хазина эҙләгән балаларҙың йөҙҙәре көҙгө ҡояштай балҡыны. Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй бит. Айырыуса балаларға.

Ғәлиә ЯМАЛОВА, 6 йәш:
– Мин Буратино менән Мальвина әкиәтен яратам. Йырҙары күп булғас, уны ҡарауы күңелле булды.

Карина МАЛЬЦЕВА, 11 йәш:
– Беҙ мәктәптә башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Шуға уҡы­тыу­сыбыҙ “Тамыр” ҡуйған байрамға барырға тәҡдим иткәс, шатланып ризалаштыҡ. Ки­ле­үемә ныҡ шатмын. Был майҙандағы байрам бөткәс, өләсәйем менән Ҡурсаҡ театрына китәбеҙ. Бәлки Рус дәүләт академия драма театрына ла өлгөрөрбөҙ.

Рәмилә ЯМАЛОВА, 36 йәш:
– “Тамыр” әҙерләгән бай­рам­ға бөтә ғаилә менән килдек. Ҡыҙҙарыбыҙ Бауырһаҡ апайҙарын күреп, шул тиклем шатланды, хатта янына барып, аралашып та килделәр. Концерт программаһын да оҡшаттылар. Йылына бер генә булған “Сулпылар” концертын да ҡалдырмай ҡарап барабыҙ. Ә бөгөнгө байрам балалар өсөн көтөлмәгән бүләк булды.
Тамашаға килгән халыҡ өфөләргә, айырыуса балаларға бәхет, онотолмаҫлыҡ байрам бүләк иткән театр әһелдәренә оло рәхмәт белдереп таралышты. Ошондай яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге уларҙы йыл буйына театрҙарға саҡырып торор, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Һәр тамаша һайын зал тулы булһа ине…










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы