03.10.2014 Филүс ҡабыҙған уттар
Бына нисәмә тиҫтә йыл рәттән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡыҙыҡлы кисәләре менән сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыуандыра.
“Бергә музыка тыңлайбыҙ”, “Дирижерҙар парады” гала-концерты, халыҡ ҡоралдары милли оркестрҙарының “Урал ораны” халыҡ-ара фестивале… Был тамашалар шәлкеменән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаев авторлығында “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклы йыр-моң һөйөүселәр араһында киң популярлыҡ яуланы. “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклы – бөтә ғүмерен халыҡҡа йыр-моң таратыуға, сәхнәгә арнаған билдәле моң эйәләрен иҫкә алыу, уларҙың ижадына дан йырлау. Циклдың киләһе өсөнсө тамашаһы Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Филүс Гәрәевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Уның исеме тамашасыға “Ирәндек”, “Уйыл”, “Ғайса” башҡорт халыҡ йырҙары аша яҡшы таныш. Башҡорт, татар композиторҙарының әҫәрҙәрен үҙенә генә хас ихласлыҡ һәм йөрәк йылыһын һалып башҡарыуы, сағыу сығыштары тамашасы күңелен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә арбай.
Филүс Гәрәев Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында донъяға килә. Буласаҡ йырсы тыуған яғының иҫ киткес хозур тәбиғәтенең матурлығын, сихри моңдарын һеңдереп үҫә. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә профессия вәкиле булмаһын, Филүс Гәрәев йыр-моңдан айырылмай. Ә профессиональ сәхнәгә ул бормалы юлдар менән килә. Сибай ҡалаһында эшләгән йылдарында үҙешмәкәр ансамблдәрҙә сығыш яһай, драма түңәрәге ҡуйған спектаклдәрҙә ҡыҙыҡлы образдар тыуҙыра. Республика үҙешмәкәр йырсылары конкурсында ҡатнашыу маҡсатында егет Өфөгә килә. Концертта Филүс Гәрәев Р. Мортазиндың “Ҡандракүл” исемле йырын башҡара. Бөтә зал, шул иҫәптән жюри ағзалары ла яңы йырсыны көслө алҡыштарға күмә, һәм уны ҡатнашыусылар араһында иң һәләтле йырсы тип табалар. Тап ошо уңыш уға ҡанат ҡуя, уны дәртләндерә һәм ҙур сәхнәгә юл аса. Филүс Гәрәев Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Белем усағын тамамлағас, Филүс Фазлыәхмәт улына филармонияға эшкә юллама бирелә. Мәҙәни усаҡта моң әһеленә ысын ижад донъяһына ишек асыла. Йәш йырсы филармониялағы бөтә концерттарҙа ла тиерлек ҡатнаша, яңынан-яңы йырҙар яҙҙыра, Рәсәй һәм сит ил тамашасыһын да башҡорт моңона сорнай. Филүс Гәрәев башҡарыуындағы йырҙар бөгөн дә онотолмай, тамашасы күңелендә йәшәй.
Хөрмәтле тамашасылар, билдәле йырсы, һоҡландырғыс шәхес Филүс Гәрәев ҡабыҙған моң ялҡыны тирәләй ял итергә рәхим итегеҙ!
Наҙгөл АҘНАБАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»