19.09.2014 Мөхәббәткә дан йырлап
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин – башҡорт эстрадаһының уңған ир-егеттәренең береһе.
Башҡортостан радиоһы “Юлдаш” каналының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, яңылыҡтар бүлегендә эшләүҙән тыш, тамашасыларҙы әленән-әле яңы йырҙары менән ҡыуандырып тора, концерттарҙа даими сығыш яһай. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, байрамдар алып бара. Кемдер ваҡыт етмәүгә һылтанып йөрөгәндә, Фәрүәз әллә күпме эш башҡарып та өлгөрә. Быйыл йәй ул Ғәзим Ильясов менән бергә Көйөргәҙе районындағы “Тоҙло күл”, Күгәрсен районындағы “Урман әкиәте” ял базаларында, Нөгөш һыу һаҡлағысында матур йолаға әйләнгән концерт-дискотекала сығыш яһаған. Хатта беренсе тапҡыр Асылыкүлгә лә юлдары төшкән. Шулай уҡ тыуған ауылы Юлыҡта (Ғафури районы) үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында моңло йырҙары һәм байрам концертын алып барыуы менән ауылдаштарын ҡыуандырған ул.
Йәйге ялдар, гастролдәр мәле тамамланып, әүҙем концерттар миҙгеленә аяҡ баҫыу менән Фәрүәз ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һәм тәүгеләрҙән булып Өфө тамашасыларын өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрөргә йыйына. Әле әҙерлек эштәренең иң ҡыҙған мәле, репетициялар бара. Концертта мотлаҡ рәүештә Фәрүәздең сәхнә пары, иҫ киткес моңло тауыш эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева сығыш яһаясаҡ.
“Сибәрҙәрҙе сибәр
яратыр,
Һөйөү урманына
ҡаратыр.
Моңһоуланып
ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр
таратыр?”
Был йыр һәр кемгә таныш, һәр кемдең күңеленә яҡын. Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин ошо йырҙы башҡарғандан һуң бер нисә йыл элек халыҡ уларҙы хатта өйләндереп тә ҡуйғайны. Аллаға шөкөр, Фәрүәз дә, Резеда ла үҙ ғаиләһендә айырым-айырым матур тормош көтә, балалар үҫтерә.
Яратҡан тамашасыларына Фәрүәз менән Резеда тағы ла яңы йырҙар әҙерләй. Лариса Абдуллина һүҙҙәренә Ильяс Аллаяров ижад иткән “Мин һағынам” йырын тере тауышта, тәүгеләрҙән булып ишеткегеҙ киләме? Улайһа, Фәрүәз Урманшиндың 25 сентябрҙә – ӨМЭПБ, 27 сентябрҙә Йәштәр мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк “Йөрәгеңдә йәшәр серең булһын” исемле концертына рәхим итегеҙ!
Ғайсар Миңлеғолов, Филүс Ҡасимов, Гөлнара Әхмәҙиева, Йәмил Ишмөхәмәтов ҡатнашҡан кисәлә. Фәрүәздең улы, “Тамыр” студияһының яҡты “йондоҙо” Азамат та яңы йырҙары менән сығыш яһаясаҡ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»