RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сибай артистары тамашасыларын һағынған

05.09.2014 Сибай артистары тамашасыларын һағынған

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры 84-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Миҙгелде асыу тантанаһын коллектив аҙна дауамында күрһәтеләсәк спектаклдәр менән билдәләп, тамашасыға репертуарында булған иң сағыу сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итә.

Сибай артистары тамашасыларын  һағынғанТәүге көндө сибайҙар белорус драматургы Алексей Дударевтың пьесаһы буйынса йәш режиссер Вадим Ғилманов ҡуйған “Һуңғы аҙым” исемле драманы ҡарай ала. Был пьесаны автор бынан утыҙ йыл элек яҙһа ла, унда күтәрелгән мәсьәләләр хәҙер ҙә актуаль: әлеге көндә йәмғиәткә хас булған эскелек, әхлаҡһыҙлыҡ, кеше шәхесенең тарҡалыуы, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе.

Икенсе көндө ижади коллектив Рәлиф Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!” комедия­һын ҡарарға саҡыра. Сәхнә әҫәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫына ышанысыбыҙ ҙур. Тормо­шобоҙҙа урын алған ваҡиғаларҙы сәхнәлә күреп, уларға, бәлки, икенсе күҙлектән дә бағырҙар. Театр­ҙың художество етәксеһе, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән спектаклдә ижади коллективтың иң һәләтле артистарынан төҙөлгән ансамблдең сығышын күрергә мөмкин.

Билдәле драматург Наил Ғәйет­бай ижад иткән пьеса буйынса ҡуйылған “Эңер төшкәндә” драмаһын үткән миҙгелдә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе тамашасылар күреү бәхетенә эйә булды ла инде. Миҙгелде асыу спектаклдәре исемлегенә ул юҡҡа ғына индерелмәне. Тамаша­сылар әҫәр геройҙары менән бергәләп, нисек итеп кеше мөнәсәбәттәрендә юғала барған йылылыҡты, ихтирамды, ихласлыҡты һаҡлап ҡалырға мөмкин, тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләйәсәк. Спек­таклде Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе.

М. Багаевтың “Хикмәтле күл” ко­медияһы ла тамашасыларға оҡ­шар, моғайын. Әҫәрҙә ваҡиғалар “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғыл­ған ауылда бара. Унда ни бары өс кенә ҡарт йәшәй: Ғабдулла, Кәбир, Хәким. Берҙән-бер көндө ҡулдарына ауылдарында урынлашҡан күлдең тылсымы тураһында Ибн Фаҙландың яҙмалары килеп эләгә. Ғүмер буйы ошо ерҙәрҙә йәшәп тә, ни өсөн быға тиклем күлдең мөғжизәләре берәүгә лә билдәле булмай? Ожмахҡа тиң, хатта серле күле лә булған ерҙәр ситтәрҙе ылыҡтырмай ҡалмай, әлбиттә. Ауыл халҡы ниндәй мажараларға тарыр? Был хаҡта тамашасы спектаклде ҡарағандан һуң белер.
Был спектаклдәр 8 – 11 сентябр­ҙә буласаҡ. Ә 12 сентябрҙә, алдан ниәтләгәнсә, театр һөйөүселәрҙе төп сара – “Театр төнө” сараһында көтөп ҡалабыҙ. Программала әкиәттән өҙөк, артистар менән фотоға төшөү, барыһы ла яратып өлгөргән “Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа” (Флорид Бүләков) музыкаль комедияһын күрһәтеү ҡаралған. Спектаклдән һуң тамашасыларҙы йырлап-бейеп күңел асырға “Ритайым”ға саҡырабыҙ!

Театрҙың бөтә коллективына уңышлы миҙгел, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы