05.09.2014 “Һомай” берләштергән килендәр
Бүздәк районының Таулар ауылында 11 башҡорт ҡыҙы йөрөгән ансамблдең сығыштары барыһын да таң ҡалдыра.
Ҡыҙ балалар тыуған йортта ҡунаҡ ҡына, тип йырлана йырҙа. Һөйгән йәрҙәре менән ҡауышып, килен булып ят тарафтарға оҙатылған ҡыҙҙарға сит ерҙәрҙә берегеү, ай-һай, рәхәт түгелдер. Күңелдәрен өйкәп торған һағыныу-һағыштарға, тормош һынауҙарына бирешмәҫ өсөн уларға күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл көсө кәрәккәнен тик үҙҙәре генә беләлер. Матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, иреңә алмаштырғыһыҙ йәр булып, йорт-тирәңде өлгөләй ҡарап йәшәүҙән тыш, тыуып үҫкән ереңдең йолаларын онотмайынса, уларҙы пропагандалау, йыр-моңдарын халыҡҡа еткереү үтә лә маҡтауға лайыҡ. Кеше ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен, үҙенең тыуған ерен, телен, милләтен, ғөрөф-ғәҙәтен оноторға тейеш түгел. Бүздәк районының татар телле Таулар ауылында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килен булып төшкән 11 башҡорт ҡатын-ҡыҙын берләштергән “Һомай” башҡорт фольклор ансамбле эшләп килә. Әсә һөтө, ғаиләләге тәрбиә аша ҡандарына һеңгән башҡорт йырҙарынан, бейеүҙәренән, моңдарынан, йолаларынан матур тамаша ҡороп, улар байрам һайын Бүздәк халҡын ҡыуандыра. “Гәрәбәләй бөртөк-бөртөк, әммә һәр береһе аҫыл”, – ти улар хаҡында ауыл халҡы.
Һирәк осрай торған, онотола башлаған йолаларҙы тергеҙеүҙәре менән дә ихтирамға лайыҡ башҡорт ҡыҙҙары. “Ҡайын суҡлау”, “Бата әйтеү”, “Кис ултырыу”, “Емсәсәк” йолаларын сағылдырған тамашалары менән райондың әллә күпме ауылын йөрөп сыҡҡандар. Ә Таулар ауылында үткән “Науруз” байрамында башҡорт килендәр табынға бешкән итте бойҙай менән биреп, халыҡты таң ҡалдырған. Был йоланы әлегә бер белгес тә ныҡлап өйрәнмәгән әле.
Ейәнсура районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән Зөлхиә Сәхипгәрәева (Ишеғолова) тормош иптәше Рим менән Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгәндә танышып, ғаилә ҡоралар. Туйҙан һуң йәш ғаилә егеттең тыуған ауылы Тауларҙа төпләнеп, бына инде 30 йылға яҡын матур, етеш донъя көтөп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләгән килен ауыл халҡын моңло йырҙары менән һәр байрам һайын ҡыуандырып тора. Үҙенең яҡташы Миңзәлә Түләбаева йырҙарын моңға сорналып тыңлаған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Әлфиә Ғәзизова, башҡорт килендәр менән байрам үткәрергә, тигән фекергә килә. Һәр килендең өйөнә барып, һөйләшеп, “Башҡорт ҡыҙҙары” программаһын төҙөй. Үҙ телен, үҙ йырын яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа инәлтеп тормай, идеяны хуплай. Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рафаэль Сафиндың патриотик шиғырҙарынан, башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәренән торған тамашаны ауыл халҡы яратып ҡарай. Дандары район буйлап тарала, күрше ауылдарҙан да саҡырыуҙар килә. Был уңыштан һуң дәрттәре артҡан килендәр бергәләшеп ансамбль ойошторорға ҡарар итә. Ансамбль булараҡ ҡуйған тәүге тамашалары – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап, тол ҡатындарҙың ауыр һуғыш йылдарындағы тормошон сағылдырған “Кис ултырыу” күренеше. Был тамаша менән килендәр район конкурсында гран-при яулай. Ә Зөлхиә апай – хәҙер “Һомай”ҙың иң әүҙем ағзаһы, моңло һандуғасы. Ейәнсура яҡтарының, хатта Ырымбур башҡорттарының йырҙарын өйрәнеп, репертуарҙы байыта.
Йолаларҙы табыу, уларҙы өйрәнеү буйынса ансамблдең үҙ алымы бар. Төрлө төбәктән йыйылған килендәр һәр береһе ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын үҙҙәре яғындағы йолаларҙы һорашып килә. Шулай уҡ китаптарҙан, халыҡ ижады өлгөләренән, гәзит-журналдан да эҙләйҙәр. Һәр тамаша үҙенсәлекле булһын, бер-береһен ҡабатламаһын тип тырышалар. Ә килендәрҙең һәр береһенең үҙ диалектында һөйләшеүе, үҙ яғындағы йыр-бейеүҙәрҙе башҡарыуы тамашаларға айырыуса сағыулыҡ бирә, бер биҙәк өҫтәй.
Һәр килендең яҙмышы, аһ-зары, шатлыҡ-ҡыуанысы ла үҙенсәлекле. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк булған таланттары ла айырылып тора. Яҙмыш хатта ошо ауылға килен булып төшөүҙәренә лә һәр береһенә үҙенсәлекле тарих биргән.
Тауларҙа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла төйәгенән – Миәкәнән бер түгел, ике килен бар. Ҡолтайҡаран ауылында тыуып үҫкән Әлфирә Хәйруллина (Янышева) 34 йыл инде ошонда донъя көтә. Тормош иптәше Риф ағай менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр, хәҙер инде ейәндәр һөйөү бәхетенә лә ирешкәндәр. Башҡорт ҡыҙҙарының уңғанлығын, ҡул эштәренә оҫта булыуын Әлфирә апай ныҡлы иҫбатлай. Ҡулдарынан гөлдәр тама, ти уның тураһында ауылдаштары. уңған ҡатындың ҡул эштәренән – төрлө ептәрҙән бәйләнгән һәр төрлө кейем-һалым, ҡоштар һыны, сәскәләр, япмаларҙан йыл да тиерлек күргәҙмәләр үтеп тора. Ғүмере буйы ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, ул был эштәргә тағы ла ныҡлабыраҡ тотонған. Ә Әлфирә апайҙың ҡыҙ бирнәһе булып килгән Миәкәнең аҫалы балаҫтары “Һомай” ҡуйған тамашаларҙың алмаштырғыһыҙ биҙәгенә әйләнгән. Уларҙы ауылда милли байрамдарҙа тирмә биҙәү өсөн дә ҡулланалар.
Шул уҡ райондың Миәкәбаш ауылында тыуып үҫкән Рәсилә Ахунова (Моратова) хаҡында, күңелкәйе тулы моң ғына, тиҙәр. Тормоштоң әсеһе-сөсөһөн апаруҡ татыған ҡатын бөтә аһ-зарын йырҙар менән йыуалыр, тип тә уйлап ҡуяһың. Бәләкәйҙән етем ҡалғас, үгәй әсәй ҡулында үҫә ул. Таулар ауылындағы кирбес заводына эшкә килгән уңған ҡыҙҙы Әҙеһәм ағай тәү күреүҙән оҡшатып, тәҡдим яһай. Йәштәр 1978 йылда туй үткәреп, донъя көтә башлай, бер-бер артлы биш малай таба Рәсилә апай. Тик яҙмыш уға үҙенең аяуһыҙлығын күрһәтә. Малайҙарының олоһона – 20, кесеһенә дүрт кенә йәш булғанда ире яҡты донъя менән хушлаша. Тол ҡалған ҡатынға бер үҙенә биш улын буй еткереп, белем биреп, аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Яҙмыш һалған яраларға бирешмәйсә, йыр-моңдан айырылмайынса донъя көткән Рәсилә апайҙы төркөмдәштәре лә ихтирам итә, ҙурлай. “Ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын Хоҙай. Килендәренән хөрмәт күреп, ейәндәр һөйөп йәшәргә яҙһын!”– тиҙәр.
Салауат медицина училищеһын тамамлағандан һуң Тауларға эшкә килгән Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылы ҡыҙы Фәриҙә Зарипова (Хәйбуллина) ла ошонда килен булып ҡала. 37 йыл инде ауыл халҡының һаулығын һаҡлаған фельдшер тормош иптәше Мөғәллим ағай менән өс малай үҫтерә. Һәр кешегә йылы һүҙен йәлләмәгән, дарыуҙар менән генә түгел, күңел йылыһы менән дә дауалаған Фәриҙә апайҙы бөтә халыҡ ихтирам итә.
Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ҡыҙы Гөлйөҙөм Солтанова (Ғайсина) Туймазы ҡалаһында эшләп йөрөгән сағында ошо ауылда йәшәгән иптәш ҡыҙына ҡунаҡҡа килә. Моңло тауышлы, алсаҡ, яғымлы ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ булған Рәмил ағай уны кәләш итеп алып ҡала. Бына инде 30 йыл ул төп йортта, ҡәйнәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, килгән-киткән туған-тыумасаны ихлас күңел, мул табын менән ҡаршы алып, оҙатып, ғүмер итә. Еңел булмаған ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын тартҡан Рәмил ағайға ҡатыны – ныҡлы тыл, терәк-таяныс. Ҡыҙ саҡтан яратҡан шәл бәйләүен һаман да онотмай. Шулай уҡ умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә Гөлйөҙөм апай.
“Һомай” ансамблен ойоштороуға әйҙәләүсе Рәзилә Шәғәлиева (Аралбаева) – оҫта таҡмаҡсы, бейеүсе. 30 йылға яҡын тормош иптәше Вәзир менән матур донъя көтәләр, ике ул үҫтерәләр. Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында тыуып үҫкән, ауыл хакимиәте хеҙмәткәре. Ойоштороу эшендә уға етеүсе юҡ, әүҙем, һәр ергә өлгөр. Йортонда гөл-сәскәләрҙең ниндәйе генә үҫмәй. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, үҙҙәрендә булмаған гөлдәрҙе ҡарай.
Белорет районының Арышпар ауылында тыуып үҫкән Нәжиә Миңлебаева буласаҡ тормош иптәше Рәдиф менән Белорет металлургия комбинатында эшләгән сағында таныша. Әммә егет сит тарафтарҙа оҙаҡ йөрөмәй, үҙенең тыуған яғы Бүздәккә ғаиләһе менән күсеп ҡайта. Бына инде улар 30 йылға яҡын бергәләшеп донъя көтә. Итәғәтле, ихтирамлы Нәжиә апай социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Балалары инде үҫеп, белем алып, үҙ аллы тормош ҡорған. Дарыу үләндәренең серҙәрен белә, ауырыған күрше-күләндәренә һә тигәнсе дауа таба. Доғалар өйрәнеп, мосолман ҡанундары буйынса донъя көтә Белорет ҡыҙы.
Ансамблдең музыкаль яҡтан биҙәүсеһе, гармунда оҫта уйнауы менән күңелдәрҙе өҙҙөрөүсе Лилиә Насирова (Ситдиҡова) тыумышы менән Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан. 1985 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлаған ҡыҙҙы Таулар ауылы мәктәбенә башҡорт телен уҡытырға ебәрәләр. Ул да килен булып ҡала ауылда. Тормош иптәше Хәлит ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Бер нисә йыл элек ирен юғалтты. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйсә, йыр-моңдан айырылмай ғүмер итә.
Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тыуып үҫкән Рәйлә Мөсәлимова (Ҡасҡынбаева) буласаҡ тормош иптәше Рәис менән Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған саҡта танышып, дуҫлашып китә. Тәүге курста уҡ өйләнешкән йәштәр, уҡып бөткәс, Рәис ағайҙың тыуған яғына юллана. 40 йыл бергә ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтергән парға һоҡланмаған кеше юҡ. Әйткәндәй, ҡыҙҙары юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Башҡорт теленең бар матурлығын балаларына тапшырған Рәйлә апайға, афарин, тиергә генә ҡала. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙендә яҙышыу һәләтен аса. Бүздәк район гәзитенең башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан баҫмаларының әүҙем хәбәрсеһе ул. Шулай уҡ “Һомай” ҡуйған тамашаларҙың да сценарийҙарын яҙыуҙа Әлфиә Ғәзизоваға ҙур ярҙам күрһәтә. Оҫта бейеүсе. Әҙерләгән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Айырыуса емеш-еләктән әҙерләгән бәлештәре, ләүәштәре, ҡайнатмалары тәмле була.
Ансамблдең иң йәш ағзалары Гүзәл Илмырҙина (Ғәбиҙуллина) менән Эльза Минлеғәлиева (Закирова) – оҫта бейеүселәр. Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Эльза тамырҙары менән Баймаҡ районынан. Өфө китапхана колледжын тамамлап, әлеге көндә ауыл китапханаһында эшләй. Тормош иптәше Илдар менән ун йылға яҡын матур тормош көтәләр, ике бала тәрбиәләйҙәр. Гүзәл Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта ул оло шатлыҡ кисерә – күптән түгел әсә булыу бәхетен татып, тормош иптәше Данилға Ильяс исемле баһадир ул бүләк иткән. Декрет ялында булғас, ансамбль ағзалары уны һирәгерәк борсорға тырыша. Әммә Гүзәл сәхнәне ташларға уйламай, бала үҫә төшкәс, тамашаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырмын, ти.
Бына шундай өлгөлө, талантлы ҡыҙҙарҙан тора “Һомай”. Үҙ-ара татыу, дуҫ коллектив тамашалар өсөн яңы һөнәрҙәр ҙә үҙләштерә. Районда үткән “Уйна, гармун, яңғыра, таҡмаҡ!” конкурсы өсөн ҡатын- ҡыҙҙар күнәк сиртергә өйрәнә. Дәртләнешеп таҡмаҡ әйткән, күнәк сирткән, ыңғайына бейеп киткән килендәргә ҡарап, күңелдәре күтәрелгән жюри ағзалары уларҙы 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләй. Ә башҡорт килендәр быйыл “Бата әйтеү” (теләк теләү) йолаһы менән район һабантуйын, “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” сараларын асып ебәрҙе. Уларҙың үҙенсәлекле, уңғанлыҡтарын дәлилләгән тағы ла бер яҡтары бар – башҡорт милли ризыҡтарынан торған табын әҙерләү. Һәр береһе үҙ яғының – Зөлхиә – балан ҡатығы, ҡорот, Нәжиә – буҙа, Гөлйөҙөм – талҡан, Әлфирә – ҡыҙыл эремсек, Рәсилә – ҡуллама, Фәриҙә – өлөш, Рәзилә – ҡатлама, Лилиә – бәлеш, ә Рәйлә муйыллы ҡорот әҙерләй. Ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының йыр-моңдары менән генә түгел, ә ризыҡтары менән дә һыйлайҙар.
“Талант та, дәрт тә, теләк тә, мөмкинлек тә бар эшләргә. Әйҙәгеҙ, тип берәй ергә саҡырһалар, ҡыҙҙар бер сәғәттә йыйыла, инәлтеп тормай. Әммә беҙҙең әлеге мәлдә берҙән-бер, ләкин күңелде төшөрөрлөк ҙур проблема – костюмдар мәсьәләһе бар. Үҙебеҙҙеке юҡ. Һәр сығыш һайын район мәҙәниәт йортонан йәки башҡа ауылдарҙан йыйып йөрөү айырым осраҡта күңелде төшөрә, дәртте һүрелтә. Ҡайһы саҡта кире бороп та ҡайтарғандары бар. Уларға ла үпкәләп булмай. Сөнки һәр ауылдың үҙ программаһы, үҙ сығышы. Бөтә өмөт “Мәҙәниәт йылы” тип иғлан ителгән быйылғы йылға. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, сағыу костюмдарың булмаһа, тейешле кимәлдә сығыш яһап та, ҙур сәхнәләргә үтә алмай ҡалған саҡ та була. Ә “Һомай”ҙың бөгөн республика кимәлендәге конкурстарҙа сығыш яһарлыҡ базаһы бар. Был енгәйҙәргә, килендәргә ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Улар менән эшләүе күңелгә ял ғына бирә,– ти Таулар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Әлфиә Ғәзизова. – Зиннәтле, һирәк осрай торған аҫыл таштарым улар минең. Бөтә район ҡыҙыға уларҙың сығыштарына. Айырым-айырым йырлап-бейегән талант эйәләре. Ә бына шул айырым таланттарҙың бер булып берегеп эшләүе ҙур иғтибарға лайыҡ. Сөнки һәр кем улай булдыра алмай. Әлеге мәлдә көҙгөһөн ҡуйыр өсөн “Өй туйлау” йолаһын күңелемдә йөрөтәм. Нәжиә апай был хаҡта Белоретҡа ҡайтҡанында һорашып-белешеп килде”.
“Һомай”ҙарҙың шулай йолалар өйрәнеп, берҙәм булып, үҙҙәренең дәрт-дарманы менән ижадта ҡайнап йәшәүе күңелдә һоҡланыу тойғоһо уята. Яҙмыш ҡушыуы буйынса сит яҡтарға, сит милләт вәкилдәренә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар, уларҙан өлгө алып, үҙ милләтенән оялмайынса, киреһенсә, ғорурланып, үҙ телендә һөйләшеп йәшәһен ине.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»