RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халҡы менән ишле киләсәге

18.07.2014 Халҡы менән ишле киләсәге

Халҡы менән ишле киләсәгеАуылды төҙөкләндереү, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, халыҡты берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, ҡан ҡәрҙәштәр­ҙе осраштырыу маҡсатында ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауыл­даштар!» байрамы Таҡ­һырҙа дүртенсе тапҡыр үткәрелде.
Ҡойо башы инешен, зыяратты, мәсетте, быуа янындағы күперҙе төҙөкләндереү, урамдарға ҡырсынташ түшәү, хужаһыҙ йорттарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙе атҡарып сығыуҙа район советы депутаты, «Әбйәлил урмансылығы» дәүләт учреждениеһы директоры Ишморат Әминев, биләмә башлығы Ҡасим Мостафин, эшҡыуарҙар Йәмил Һатлыҡов, Хөрмәт Хәсәнов, Абрар Ғайсин, Фәрит Әһелов, Гөлсинә Һиҙиәтова, Сәрүә Ғәлләмова һәм башҡалар күп көс һалған. Туҡымбәт ҡайынлығында уҙғарылған байрамға Теләнсе (ауылдың боронғо исеме) халҡы ныҡлап әҙерләнгән.

Таҡһыр башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Р. Зәйнуллина ауыл тарихы менән таныштырып үтте. Таҡһырҙың ете улы була: Хажибай, Әлибай, Аҙнабай, Шәрип, Бәхтийәр, Сабит, Мөхәмәтйәр. Уларҙың улдары Мырҙагилде, Кәрим, Йәһүҙә, Мәғәфүр, Ыласын, Абдрахман, Ғәтиәтулланың исеме күп фамилияларҙа һаҡлана. Ауылда медпункт, башланғыс мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы, мәсет уңышлы эшләй. 100 йортта 293 кеше йәшәй. Байрам алдынан 13 өйҙөң ҡыйығы алмаштырылған, 31 тимер ҡапҡа эшләнгән, 14 өйҙөң тышы көпләнгән, 18 баҡса рәшәткәһе яңыртылған, 24 йортҡа евротәҙрә ҡуйылған. Бында 1989 йылда тәбиғи газ үткәрелгән, һәр ихатала тиерлек ҡоҙоҡ ҡаҙҙырылған, телефон үткәрелгән, күп каналлы телевидение ла байтаҡ йорттар тота, хатта йылы һыу, душ кабинаһы менән ҡулланыусылар бар.

Байрамды әүҙем йәмәғәтсе, Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы, хаҡлы ялда булһа ла, ауыл тормошо өсөн янып йәшәгән, ветерандар советы етәксеһе Мәүлиха Өмөтҡужина йөкмәткеле итеп алып барҙы. Килен булып төшкән ерен, халҡын ихлас маҡтап, ул һәр кемгә йылы, йор һүҙен таба белде, тырыштарҙы маҡтаны, ҡеүәтләне, үҙенең шиғыр юлдары менән дәртлән-дерҙе.

Таҡһырҙарҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Р. Аҡсурин ҡотланы һәм район бюджетынан 20 мең һум аҡса бирҙе. Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғ. Ғиләжев үткән һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән Тәлғәт Ласыновҡа, Ишбикә Кәримоваға Почет грамотаһы тапшырҙы. И. Әминев, тулы булмаған мәктәптең элекке директоры Ю. Әүбәкиров, Гусев мәктәбе директоры И. Бәхтийәров, «Завет» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғ. Ғәлләмов таҡһырҙарға йылы теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы. Таҡһыр мәсете имамы Д. Зәйнуллин иман йортона ярҙам итеүсе ир-егеттәргә түбәтәй кейҙерҙе.

Халҡы менән ишле киләсәгеКолхоздың элекке бригадиры Миҙхәт Ласынов – «Ауылдың почетлы гражданы», Һиммәт Ласынов, Мәүлиха Өмөтҡужина – «Иң абруйлы кешеләре», алтмыш йылдан ашыу татыу ғүмер итеүсе, дан ғаиләләр Шәмсинур һәм Нәғимйән Ҡаһармановтар, Фатима һәм Әкрәм Искәнйәровтар, Сара һәм Йәнбирҙе Намаҙбаевтар – «Иң оло пар», Сәүҙә Сафиуллина – «Иң шәфҡәтле ҡәйнә», Гәүһәр Искәнйәрова – «Уңған әсә», Йәмил Һатлыҡов – «Иң текә эшҡыуар», Таңһылыу һәм Гөлназ Намаҙбаевалар – «Иң татыу ҡәйнә һәм килен», Сара менән Вәхит Һиҙиәтовтар һәм Сара Мырҙагилдина «Иң татыу күршеләр» тип табылып, уларға табличкалар бирелде. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр, юбилярҙар, ауылдың иң бәләкәй кешеһе, «Өлгөлө йорт», «Өлгөлө ғаилә» һәм башҡа номинациялар билдәләнде.

Ошоға тиклем Теләнселә ямғыр яумаһа, байрам аҙағына ерҙе һуғарып үтте. Байрамды үткәреүгә күп көс һалған «Өлгөлө йорт» хужаһы Шәфҡәт Ласынов һәм Шәрифйән Ғәтиәтуллин спорт ярыштарын алып барһа, кисен Тимур Ласынов йәштәргә дәртле дискотека үткәрҙе. Байрамды Аҡсәскә Кәримова, Лилиә һәм Радик Хәлиловтар, Азат Атанғолов һәм клуб мөдире Гөлназ Намаҙбаева музыкаль яҡтан биҙәне. Тирмәлә Ләлә һәм Гөлсөм Сафиуллиналар, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илсинә Баймырҙина, Нурсилә Солтанова ҡунаҡтарҙы тәмле аш-һыу менән һыйланы.
Ихлас күңелле теләнселәр осрашыу байрамын туғандары, ҡан ҡәрҙәштәре менән дауам итте. Ҡунаҡтар йәшәүгә көс-дәрт алып таралышты.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы