30.05.2014 Йомағужа “диңгеҙе” ярында елле концерт көтә барыһын да
Билдәле йырсы Ғәзим Ильясов һәм “йондоҙло десант” Күгәрсен районының иң матур мөйөшөндә тамашасыларға үҙенсәлекле бүләк әҙерләй
Алда – туп-тулы өс айы менән йәй. Уны һәр кем үҙенсә үткәрә. Бәғзеләр оҙайлы ялда булып, өр-яңы көс-дәрт менән эшкә сума, кемдер буш ваҡытын баҡсала уҙғара, йылға буйҙарына, тәбиғәткә шешлеккә тип сығып киткән йәштәрҙе лә һанап бөтөрлөк түгел. Ҡыҫҡаһы, йәй иҫән-һау уҙһын, туғандар!
Амин, шулай булһын, тип беҙҙең теләктәргә ҡушылды редакциябыҙға килгән ҡунағыбыҙ, билдәле йырсы, тауышы менән меңләгән моң һөйөүсене әсир иткән Ғәзим Ильясов.
– Ғәзим ағай, моғайын, йәйҙә тамашасыларығыҙ өсөн концерттар ойоштораһығыҙҙыр?
– Әле бына үҙемдең тыуған яғымда ҙур сара үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Ул Мәҙәниәт йылына арналған концерт-дискотека буласаҡ.
– Моғайын, “Йомағужа” һыу һаҡлағысы тирәһендәлер. Былтыр ҙа Үрге Бикҡужалағы концерт шаулап уҙғайны бит.
– Тап шулай. Шундағы “Башҡорт ауылы” комплексында үтәсәк. бындай концерт өсөнсөгә ойошторола. Былтыр бөтә күрше-тирә райондарҙан, Салауат ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенән, Баймаҡтан барлығы ике меңләп кеше йыйылғайны. Был яҡтарҙа бит уңайлы ял зонаһы ла. Кемдәр концертҡа иртәрәк килә, теплоходта йөрөргә лә мөмкин, төнгөлөккә ҡуртымға алырға йорттар ҙа бар. Ә тәбиғәте һуң!
Концерт төрлө йәштәге кешеләргә иҫәпләнгән. йырсылар өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә яратып тыңларлыҡ йырҙар һайларға вәғәҙә итте.
– Ә һеҙҙән башҡа тағы кемдәр ҡатнаша?
– О-о, Күгәрсен яҡтарына ысын “йондоҙло десант” килеп төшәсәк. Араларында, Светлана Хәкимова, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Гөлсөм Бикбулатова менән бергә, йәштәр – Артур Ҡунаҡбаев, Ян Лира, Ғайсар Миңлеғолов бар. Беҙҙең район ижадсылары ла ҡатнаша, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө, билдәле гармунсы Ришат Бәҙретдинов, Нәғим Нуриманов сығыш яһаясаҡ. Тамашаны Фирҙәт Ғәлиев менән Гөлдәр Әбдрәхимова алып бара.
Шунан һеҙгә генә сер итеп әйтәм: тамашасылар билет һандары буйынса отошта ла ҡатнаша ала. “Йәшлек” редакцияһы, Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите, “Йоматау” шифаханаһы, “елле” бүләктәрҙе әҙерләп тә ҡуйҙыҡ, ти.
– Улайһа, был концерттан ситтә ҡалырға ярамай бит!
– Концерт бөткәс тә халыҡ бейергә лә төшәсәк. Дискотека таңға тиклем дауам итә. Кем ретро йыр тыңларға теләй, кемгә ритайым кәрәк – барыһы ла буласаҡ. 13 июндә киске сәғәт 8-ҙә көтөп ҡалабыҙ. Билет хаҡы ҡиммәт түгел.
– Ярай, Ғәзим ағай, Күгәрсендең иң матур бер мөйөшөндә, Йомағужа ”диңгеҙе” ярында осрашҡанға тиклем.
А. ИШЕМҒОЛОВА һөйләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»