02.05.2014 “Беҙҙә иң күп һатылған инструмент – ҡурай”, –
ти “Башҡорт ҡурайы” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы директоры Рөстәм Солтанкирәев
Тыуған көндәрҙе, юбилейҙарҙы, туйҙарҙы һәм башҡа тантаналарҙы профессиональ музыканттар, оҫталар яллап, кафела йәки ресторанда билдәләү күренеше киң ҡолас йәйҙе. Элек ундай хеҙмәт булмаһа, хәҙер ҡайһы саҡта барлыҡ мәжлес йәме шул тамадалар, музыканттарға ҡайтып ҡала. Хеҙмәт коллективтары өсөн корпоратив кисә тигән төшөнсә ныҡлы урын алды. Хатта белем алыу учреждениелары сәхнәләрендә, мәктәп оркестрында, бәләкәй ауыл клубтарында ла профессиональ музыка ҡорамалдарын өҫтөн күрәләр. Был, һуңғы йылдарҙа көнитмешебеҙҙә күңел асыу мөхите үҫкәндән-үҫә, ябай халыҡ йыр-моң менән биҙәүсе саралар, күңелле тамашалар даирәһендә һайлансыҡҡа әйләнә бара, тигән һүҙ.
“Ғөмүмән, музыка – кеше өсөн бик кәрәкле әйбер”, – ти “Башҡорт ҡурайы” ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Солтанкирәев. Әйткәндәй, ул үҙе йәш сағында музыка менән етди шөғөлләнгән. Рөстәм – 90-сы йылдарҙа сәхнәләрҙе шаулатҡан, “Урал моңо” халыҡ-ара конкурсының гран-прийына лайыҡ булған “Диуана” төркөмө музыканты. Бер ҡасан да музыкаға битараф булмаған ир-егет, ҙур сәхнәнән алыҫлашҡас, үҙенең музыкаль инструменттар магазинын ойоштороп ебәрә.
Ысынлап та, махсус музыкаль белеме йәки ҡыҙыҡһыныуы булмаған кеше музыка тауарҙары менән сауҙа итә алмайҙыр. Гитара ҡылдарының теүәл яңғырашын белмәй тороп, һатып алыусыға ҡоралды нисек дөрөҫ һайларға кәңәш бирмәк кәрәк?! “Башҡорт ҡурайы” магазинында, музыкаль инструменттарҙан тыш, профессиональ тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары, запас өлөштәр, аксессуарҙар, коммутация деталдәре һәм шнурҙар ҙа тәҡдим ителә. Ассортимент бай, ә хаҡтар сағыштырмаса арзан. Консультанттар кәрәкле кәңәштәре менән клиенттарға ярҙам итә, һорауҙарға төплө яуап бирә, заказдар ҡабул итә. Ғөмүмән, баҙар өлкәһенә ваҡытлыса ғына килмәгән эшҡыуар ҡулланыусыларҙы тик сифатлы һәм ышаныслы тауар менән тәьмин итергә тырыша.
Кибеткә килеп инеү менән әллә ҡайҙан ялтырап ултырған кәштәләге лаклы гармундар, баяндар, аккордеондар янына тартылам.
– Быныһы күпме тора, ә тегенеһе? – тип ҡыҙыҡһынам. Минең электән гармунда уйнарға өйрәнеү теләге бар, тик ул тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булып ҡала. Ә бөгөн, әйтерһең дә, өҙҙөрөп уйнай беләм һәм гармун һайларға ингәнмен, уларҙың ниндәйҙәре юҡ! Бына ғәжәп, бер үк инструментты һәр завод үҙенсә яһай икән. Мәҫәлән, Рәсәйҙә иң популяр тип һаналған һәм ябай халыҡта киң ҡулланылған Тула гармуны менән Шуя гармуны бер-береһенән тоналлеге менән айырылып тора.
– Беҙҙең халыҡтың йыр-көйҙәре өсөн Шуя гармундары нығыраҡ тап килә, шуға күрә башҡорттарға ошо етештереүсене һайларға кәңәш итәм, – тип аңлата хужа.
Иң ҡиммәтле гармундар –Италияныҡы, уларҙың барыһы ла ҡул эше, 50 мең һумға барып баҫа. Хаҡ буйынса артабан Германия һәм Тула гармундары килә.
Бөгөн музыка ҡорамалдарының да 90 проценты Ҡытайҙа яһала, тип аңлата Рөстәм Солтанкирәев. Был илдә әлеге лә баяғы гармундарҙы ла ҡоралар, ти. Ай-һай, был ҡытайҙарҙың донъяла яһай белмәгән әйберҙәре бармы икән? Шулай ҙа уларҙың арзан инструменттары сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған кешеләр өсөн уңайлы. Клиент, тора-бара ныҡлап уйнарға өйрәнеп, артабан сифатлыраҡ ҡорал артынан килә. Төрлө етештереүселәрҙең тауарын тәҡдим иткән магазинда ауыл оҫталары яһаған инструменттар ҙа бар. Улар – Бөрйән районынан ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра яһаусы Илдар Абдуллин һәм Күгәрсен районынан ҡурай оҫтаһы Рәмил Хөснуллин.
Әйткәндәй, Роберт Юлдашевтан башлап бик күп профессиональ ҡурайсы тап Рәмил ағай яһаған инструменттарға өҫтөнлөк бирә икән. Һөйөнмәҫлекме ни, магазинда иң күп һорау тыуҙырған музыка ҡоралы ҡурай булып сыҡты. Бихисап заманса инструмент булған осорҙа ҡурайҙың абруйы бармы, тип шикләнеүселәр, ишетәһегеҙме, бөгөн ҡурайсылар һаны арта ғына бара, шөкөр!
– Профессиональ музыканттарҙан тыш, ҡулланыусыларыбыҙ араһында тағы гармун, мандолина һораған ябай кешеләр осрай. Дөйөм алғанда, уларҙың йәше 35 – 40 тирәһе, ә йәшерәктәр күберәк гитара һатып ала. Тағы төрлө райондарҙан фольклор ансамблдәре ҡурай, ҡумыҙ, думбыра һәм башҡа инструменттарға заказ яһай, ә ундай коллективтарҙа, белеүебеҙсә, оло йәштәгеләр күпләп шөғөлләнә, – ти Рөстәм. – Шулай уҡ музыка мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Юғары, махсус һәм урта музыкаль белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға һәм ауыл халҡына беҙҙең магазинда ташламалар ҡаралған.
Шуныһы ҡыуаныслы, Рөстәм Солтанкирәев, был мәҡәләне уҡып, заказ яһаусы “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына ла 5 процент ташлама вәғәҙә итте. Ҡыҫҡаһы, күңелегеҙ теләгән инструментҡа заказ яһарға уйлаһағыҙ, “Йәшлек”тең дуҫы икәнлекте танытырға онотмағыҙ. Алдан әйтеүемсә, тәҡдим ителгән тауарҙар исемлеге бай – бәлки, байрамдарҙы күңеллерәк үткәреү өсөн лазер яҡтыртыу ҡорамалдарын һатып алырға теләүселәр табылыр.
Ҡыҙыҡһыныусыларға 8 (347) 293-36-30, 8 (347) 295-94-23 йәки 8-917-378-38-70 телефондары буйынса алдан шылтыратырға кәрәк, интернеттағы сайт – bashkurai.ru Киң ассортиментлы музыкаль магазин Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 6/8 һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»