RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милләттәштәргә әүҙемлекте арттырыу фарыз

25.04.2014 Милләттәштәргә әүҙемлекте арттырыу фарыз

Милләттәштәргә әүҙемлекте арттырыу фарызИл күләмендә барған глобалләшеү, әүҙем урбанизация процесы, иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт потенциалының ҡалалар­ҙа, район үҙәктәрендә туплана барыуы милләтте һаҡлау, этник мәҙәниәтте быуындан быуынға тапшырыуҙы, башҡа халыҡтар­ға ҡарата ихтирамлы ҡараш мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Ауылдарҙағы мәктәптәрҙе оптималләштереү, эшһеҙлек, башҡа социаль проблемаларҙың хәл ителмәүе башҡорт ғаиләләренең күбеһен ҡатнаш халыҡ йәшәгән ҡалаларға, район үҙәктәренә күсергә мәжбүр итә. Ә ошо шарттарҙа нисек итеп милли үҙаңды һаҡлап ҡалырға, етеш тормошта йәшәргә, балаларға туған телен­дә уҡырға, тәрбиәләнергә мөмкинлек табырға? Күренеүенсә, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап һәм уларҙы сисеү кәрәк.
Күптән түгел Күмертау ҡалаһында уҙғарылған «Ҡала башҡорттары: этномәҙәни һәм социаль-демографик үҫеш мәсьәләләре» тип аталған 8-се төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар ошо көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү буйынса фекер алышырға йыйылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республиканың Мәға­риф, Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, БР Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Күмертау ҡала округы хакимиәте ойошторған сарала 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә ҡунаҡтар­ҙы башҡорт йырҙары, ҡурай моңо, Күмертау тарихына, бөгөнгө тормошона, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, халыҡ ижадына арналған күргәҙмәләр ҡаршы алды. Зал­дағылар ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляевтың ҡотлауын тыңлағандан һәм урындағы үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатна­шыу­сыларҙың концерт номерҙарын ҡарағандан һуң көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр­ҙе тикшереүгә күсте.
Пленар ултырышта сығыш яһаусылар һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙҙең билдәле сәбәптәр арҡаһында күпләп ҡалаларға күсеүенә борсолоу белдерҙе. Бер яҡтан ҡарағанда, хеҙмәт урындарының күберәк булыуы, медицина хеҙмәтләндереүенең юғарыраҡ кимәлдә тороуы, белем алыуҙағы, башҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларҙың яҡынлығы халҡыбыҙ өсөн уңайлы ла кеүек. Ләкин, икенсе яҡтан, ҙур күләмдә урбанизация процесына эләккән милләттәштәребеҙ, бигерәк тә балалар, йәштәр халҡыбыҙ менталитетын һаҡлармы, юғары кимәлдә телен, мәҙәниәтен үҙләштерерме? Аныҡ факттар ошондай һорауҙарҙы бирергә мәжбүр итә. Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаевтың сығышында билдәләнеүенсә, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, баш­ҡорттар­ҙың 8 проценты үҙ туған телен танымай. Был бит ҙур күрһәткес. Йәшерен-батырын түгел, ҡалалар­ҙа, район үҙәктәрендә йәшәгән кешеләрҙең, бигерәк тә балалар­ҙың, йәштәрҙең күпселеге башҡортса бөтөнләй белмәй, йә икмәк-тоҙлоҡ ҡына үҙләштерә. Ә бит ошондай мөхиткә инеүселәр һаны тик арта бара.
Билдәле ғалимә, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамит­динова килтергән һандарҙан күренеүенсә, әгәр 2002 йылда башҡорттарҙың 42,4 проценты ҡалала йәшәһә, 2010 йылда был күрһәткес 46-ға еткән һәм ошо тенденция дауам итә.
Республика мәктәптәренең ҡай­һы берҙәрендә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу төрлө ҡаршылыҡтарға осрай. Әлеге ваҡытта милли республикаларҙа дүрт төрлө уҡыу планы тәҡдим ителә. Башҡортос­танда үҙ эсенә төбәк һәм мәктәп компонентын алған икенсе вариантҡа өҫтөнлөк бирелә. Ләкин һуңғы ваҡытта ҡайһы бер рус милләтле ата-әсәләр уҡытыуҙы дәүләт телен өйрәнеү бөтөнләй ҡаралмаған 1-се вариант буйынса алып барыуҙы талап итә. Әгәр ошо талаптар үтәлһә, башҡорт телен уҡытыу даирәһе артабан тараясаҡ. Әгәр Өфө мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыусыларҙың 91 проценты өйрәнһә, Күмертауҙа – 71 процент. Бында ҡала етәкселәренә уйланырға урын бар. Күп нәмә сағыштырыуҙа ғына асыҡ күренә, тиҙәр. Ултырышта әйтелеүенсә, Татарстанда законға тейешле өҫтәмә индереп, бөтә төр юғары уҡыу йорттарында ла татар теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ә беҙҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәҡдим ителгән төҙәтмәгә битараф ҡалған. Туғандаш халыҡ йәшәгән төбәктә бына бер нисә йыл инде балалар баҡсаларында татар телен юғары кимәлдә өйрәтеүҙе ойошторған коллективтарҙы бүләкләүгә республика гранттары ла тапшырыла икән. Сарала ҡатнашҡан абруйлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, күрше төбәктә милли телде уҡытыу йәһәтенән алға китеш ҙур, шуға ла ошо мәсьәләлә улар беҙгә яҡшы өлгө була ала.
Конференцияла шулай уҡ милләттәштәребеҙҙең һаулығы ҡаҡшауы хаҡында ла мәғлүмәттәр килтерелде. Әйтәйек, башҡорттар күп кенә йәшәгән Баймаҡ, Сибай, Учалы ҡалаларында үлем кимәле уртаса республика күрһәткесенән 2 процентҡа юғары икән. Кешеләрҙең ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау маҡсатында диспансерлаштырыу сараларында әүҙемерәк ҡатнашыуы көн үҙәгендә торорға тейешлеге фекере еткерелде.
БР Фәндәр академияһының Социаль сәйәсәт һәм хоҡуҡ институты директоры Рим Вәлиәхмә­товтың сығышы күптәрҙе хафаға ла һалғандыр. Ул таблицалар, диаграммалар ярҙамында милләттәштәребеҙҙең йәшәү торошон, белем, матди кимәлен республикалағы рус һәм татар халыҡтары менән сағыштырҙы, аныҡ һандар килтерҙе. Был мәсьәләләрҙең Башҡортостандың төп халҡы файҙаһына түгеллеге кәйефте төшөрҙө.
Ошо юҫыҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты етәксеһе Эльвира Айытҡолованың йыйылыусыларға Миф­тахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән саҡырыуы менән мөрәжәғәт итеүе бик тә урынлы булды. Эльвира Ринат ҡыҙы шулай уҡ залдағыларға Ҡаҙағстан Республикаһы өлгөһөндә милләттәш уҡыусыларға, йәштәрҙе, башҡорт теленән тыш, рус һәм инглиз телдәрен дә ныҡлап өйрәнергә саҡырҙы, сөнки бөгөнгө тормош шуны талап итә. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллиндың милләттәштәрҙе интернеттағы башҡорт телендәге Википедияла әүҙем ҡатнашырға саҡырыуы ла бик тә урынлы һәм ваҡытлы.
Конференцияла билдәләнеүенсә, ауыл­дар­ҙағы эшһеҙлек арҡаһында хәҙер күп ир-егет кенә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сит тарафтарҙа эшләргә, йәшәргә мәжбүр. Был хәл ғаилә мөнәсәбәттәренә, бала тәрбиәләү, уҡытыу, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә кире йоғонто ла яһай. Шуның өсөн дә урындарҙа эш урындары булдырыу, милләттәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүҙе көсәйтеү – бөгөнгө көн талабы. Ошо юҫыҡта Күмертауҙа үҙ шөғөлөн булдырыусылар араһында башҡорттар­ҙың тағы ла күберәк булыуына өлгәшеү кәрәк. Ҡалала эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың тик һуңғы йылдарҙа ғына өс тапҡырға артыуы тик хуплауға лайыҡ. Сарала байтаҡ проблема күтәрелде. Улар хаҡында биш секция ултырыштарында ентекле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, бәхәстәр булды. Ул тәҡдимдәр йомғаҡлау ултырышында ҡабул ителгән резолюцияға индерелде. Был документ тейешле ойошмаларҙа тикшерелеп, аныҡ саралар күрелер, тип өмөтләнәйек. Ләкин Өфөнән килгән ҡайһы бер абруйлы вәкилдәрҙең йыйылыштың йомғаҡлау өлөшөндә ҡатнашмауы ғәжәпләндерҙе, ә бит уларҙың тәҡдимдәр, өҫтәмәләр тураһындағы фекерҙәрен белеү күптәр өсөн мөһим ине.

Урал ҠӘЙҮПОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы