19.04.2014 «Көндәлек»тә – иглиндәр!
Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ мәктәбендә райондың билдәле шәхестәре йыйылды. Мәскәүҙән Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы Рафаэль Зиннуров, Өфөнән Башҡортостан гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Фаил Тәкәев ҡайтты. Шулай уҡ мәктәпкә милли көрәш буйынса тренер, китапханасы, автозаправка операторы, район гәзите хәбәрсеһе, фельдшер, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, умартасылар, нефть скважинаһы операторы, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар килде. Контроль эш бик күңелле генә үтте. Райондарының тарихына ҡағылышлы һорауҙарға яҡташтар тырышып яуап эҙләне. Ҡыйынлыҡ тыуҙырған һорауҙар ҙа булды-булыуын. Иглин ауылының тәүге атамаһы Мәләкәс булғанын барыһы ла белде, әлбиттә. Ә бына республикалағы дүрт залдан һәм коридорҙан торған иң ҙур гипс мәмерйә үҙҙәренең районындағы Ҡыуыштау икәнен күптәр белмәне. Киң билдәле рок-музыкант Юрий Шевчуктың заманында өс йыл Иглин районында уҡытыусы булып эшләгәнен дә ҡайһы берәүҙәр белмәгән икән.
Ҡунаҡтар мәктәп йылдарына бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫтәренә төшөрҙө. Ҡыҙҙар менән ныҡ шаярған Фаил Тәкәевтың класс бүлмәһендә үҙ мөйөшө булған икән. Мәктәп музейына экспонат йыйырға ҡушҡас, Рафаэль Зиннуров боронғо әйбер тапмаған, әммә аптырап тормаған, бысраҡҡа буяп, ҡәҙимге бер һауытты алып барған да биргән.
Иглин районының контроль эште нисек яҙғанын күргегеҙ килһә, «Көндәлек»те ҡарағыҙ. Тапшырыу 19 апрелдә, шәмбелә, иртәнге сәғәт 10 тула 15 минутта эфирға сыға. 21 апрелдә, дүшәмбелә, көндөҙгө сәғәт 3 тула 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.
Олеся ХАРИСОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»