RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Район йәштәре тормошон байҡап

11.04.2014 Район йәштәре тормошон байҡап

Район йәштәре тормошон байҡапСафакүл музейы менән танышҡан арала уның директоры Альбина Ҡазыханова: “Әйҙәгеҙ, ауыл йәштәре, уларҙың нисек йәшәүе, проблемалары тура­һында һөйләшәйек”, – тигән тәҡдим яһаны. Уны дәррәү күтәреп алдыҡ. Бер аҙҙан әңгәмәгә район күңел асыу үҙәгендә ойоштороусы, музыкаль биҙәүсе, алып барыусы һәм йырсы булған, өс бала атаһы Нәркис Ғәлиев та килеп ҡушылды. Ул Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлаған, әрмелә контракт буйынса хеҙмәт иткән. Шулай ҙа был йүнәлештән китмәгән, тыуған яғына ҡайтып, күңеле тартҡан мәҙәниәт юлын һайлаған. Ҡатыны Роза менән Салауат, Рауил, Марат исемле балалар тәрбиәләй.
Аҫабалар әйтеүенсә, районда йәштәр араһында төп проблема булып эшһеҙлек тора. Улар тыуған ауылдарын ташлап, ситкә китергә мәжбүр. Башлыса күршеләге Силәбе, Копейск ҡалаларын үҙ итәләр. Сафакүлдә йәшәгәндәре ҡалырға, төпләнергә тырыша.
– Өс класташым Себерҙә эшләй, – ти Нәркис. – Райондыҡылар вахта менән йөрөргә мәжбүр. Һөҙөмтәлә ир кеше айҙар буйы ситтә, ғаиләһенән айырыла. Әйткәндәй, ул яҡтарҙа хәҙер эш хаҡы кәмей бара, шуға күрә күптәр унда бармай.
Йәштәрҙе урында, тыуған яғында төпләндереү өсөн власть органдарына нимәләр эшләргә кәрәк? Был сетерекле һорауҙан әңгәмәселәребеҙ юғалып ҡалманы. Элекке заманға ҡарағанда, йәштәр араһында ситкә китмәй, тыуған төйәгендә тороп ҡалыусылар барыбер күберәк. Дәүләттең төрлө программалары, “әсәлек капиталы”н индереү ҙә быға булышлыҡ итә. Уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәр­ҙәренә субсидиялар ҡаралған. Өй төҙөүгә булышлыҡ итеүсе дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашырға мөмкин. Был осраҡта ғаиләле, балалы йәштәргә өҫтөнлөк бирелә. 30 проценты – үҙеңдең аҡсаң, йә өйҙөң бураһы нигеҙгә ултыртылған булырға тейеш. Бер йыл дауамында аҡса бүленә һәм төҙөлөштө тамамларға мөмкин.
Төҙөлөштө “әсәлек капиталы” менән ҡаплау алдынан ссуда алырға кәрәк, банкылар уны бирә һалып бармай, юғары эш хаҡы талап итә. Шулай ҙа күптәр был шартты дөрөҫ тип һанай. Сөнки барыһы ла аҡса йүнләргә ташланыр ҙа һәм был өлкәлә буталсыҡ булыр ине. Ә ҡыйыҡ аҫтына ҡуйылған төҙөлөш булһа, башланған эште тамамлау маҡсаты тыуа.
Нәркис үҙе лә дәүләт программаһы менән файҙаланып, торлаҡлы булған. Туғандарым күп ярҙам итте, ти ул. Йәш ғаилә һәм белгестәр булғас, Ғәлиевтарға 360 мең һум күләмендә субсидия бирелгән, әйткәндәй, ул кире ҡайтарылмай.
Йәштәргә ярҙам иткән бындай программалар әле лә көн үҙәгендә тора. Сафакүлдә йәшәүселәр араһында кемдәр үҙ йортон төҙөй, шулар субсидия алыуға сиратта тора. Әлбиттә, бының үҙ талаптары, айырым документтары кәрәк. Шулай ҙа ауырлыҡтар­ға бирешмәй, барыһын да йырып сыҡҡан йәш ғаиләләр һиҙелерлек матди ярҙамға өмөт итә ала. Ауылдарҙан район үҙәгенә килеп төпләнеүселәр байтаҡ. Ни тиһәң дә, Сафакүлдә тормош ҡайнай, барыһы ла эргәлә – эш, социаль инфраструктура урынлашҡан, күршеләге Щучье һымаҡ ҡалалар яҡын. Ауылдарҙан сығыу ҙа мәшәҡәтле, сөнки юлдар насар. Айырыуса башҡорттар йәшәгән Аҙналы, Бормат, Баҡай, Оло Солтан, Ҡалмыҡ-Әбдрәш, Надеж­дин­ка ауылдары йүнәлешендә асфальт юҡ. Сафакүлдең үҙендә юлдар яҡшы торошта, улар федераль программа аша бүленгән аҡсаға йыл һайын ремонтлана.
Ауыл биләмәһенә килгәндә, Ҡур­ғанда Башҡортостандағы һымаҡ төҙөкләндереүгә квартал һайын аҡсалата транш бирелмәй. Федераль кимәлдән генә бар, төбәктән бындай ярҙам юҡ. Учреждениелар ҙа, ҡаҙна формаһына күсерелгәс, сығымдарын үҙҙәре ҡапларға тейеш. Шулай ҙа райондың мәҙәниәт усағын ғына алып ҡарағанда ла кешеләр бирешмәй. Бында төрлө саралар, концерттар йыш ойошторола. Йәштәр ара­һында “Супер пар”, йәш әсәләр араһында “Сафакүл ледийы”, “Район мисы” бәйгеләре, ойошмалар ара­һында конкурс­тар, “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы”ның сығыштары даими үтеп тора.
Ҡыҫҡаһы, Ҡурған өлкәһе йәштәре бер нисә эште бер юлы алып барырға, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә, матур ғаилә ҡорорға ла өлгөрә.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы