04.04.2014 Тылсым таяғына эйә дирижер
Башҡорт дәүләт филармонияһында «Дирижерҙар парады» үтте. Классик музыканы яратыусылар был сараны оло түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай булмай ни, бер юлы нисәмә дирижер сығыш яһаһын әле! Бындай күркәм тамашаны РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы, Милли халыҡ инструменттары оркестры Рәмил Ғәйзуллиндың ойоштороуы икеләтә ҡыуаныс. Республиканың күренекле дирижерҙары Оксана Буланкина, Алһыу Хәсбиуллина, Ринат Халиҡов, Миңлевәли Сафин, Юрий Селезнев, Линар Дәүләтбаев, Дамир Әбүбәкиров, Виктор Линник, Василий Слягузов, Евгений Токарчук, Юрий Никифоров, Владимир Турченко, Рөстәм Әхмәтйәнов Милли халыҡ инструменттары оркестры менән етәкселек итте. Һәр бер дирижерға үҙенсәлекле стиль хас, музыканттар һәр виртуоз менән уртаҡ телгә килеп уйнаны, классик көйҙәрҙе төрлө балҡыштарҙа яңғыратты.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»