28.03.2014 Йәшәһен моңло ҡурайҡай!
Данлыҡлы “Ант” төркөмө... Был ижади коллективтың дәртле йырҙарын тыңламаған, дәртле егеттәр ыңғайына бейемәгән кеше һирәктер ул. 90-сы йылдарҙың башҡорт эстрадаһында яҡты эҙ ҡалдырыусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары, Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары Алмас Ғафаров менән Рәмил Ихсанов яңыраҡ Нижегородка биҫтәһендәге 18-се балалар китапханаһында үҙенсәлекле ҡурай шоуы үткәрҙе.
Ҡаланан ситтәрәк урынлашҡан биҫтә тәү ҡарамаҡҡа ауылдағы һымаҡ һил, кешеләр бында тик ял итергә, йоҡларға ғына ҡайта һымаҡ тойола. Шулай ҙа Нижегородкала тормош ҡайнаған урындар етерлек. 18-се балалар китапханаһының ысын мәғәнәһендә биҫтәнең мәҙәни усағы икәнлегенә беҙ ҙә инандыҡ.
Коллективта барлығы дүрт хеҙмәткәр. Мөдир Гүзәл Закирова, китапханасылар Розалия Нуғайғолова, Ирина Аксютина, Светлана Шигаева – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Китап фонды илле мең дана тәшкил итә, өлкәндәр һәм балалар абонементтары бар. Бында 24-се һәм 25-се мәктәптәр уҡыусылары йөрөй, өлкәндәр ҙә китап-журнал, гәзиттәр менән таныша ала. Китапхананың бар сараларына “Поколение NEXT” волонтер командаһы ярҙам итә. Әйткәндәй, 25-се мәктәптең 6-сы кластарында уҡыусы был ирекмәндәр былтыр ҡала кимәлендә еңеүҙәр яулаған, быйыл да уңышҡа иҫәп тота.
Мәҙәниәт йылы айҡанлы китапханала байтаҡ эш башҡарыла. 18 марттан 26 мартҡа тиклем бында Балалар һәм үҫмерҙәр китабы менән музыкаһына арналған аҙналыҡ ойошторолдо. Тәүге көндә Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Рәсимә Ғәйфуллина менән “Браво, актер!” тип исемләнгән осрашыу балаларҙа тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан “Беҙҙең ҡалабыҙҙың музейҙары” виртуаль экскурсияһы, “Беҙҙең яратҡан кино” темаһына ғаилә уйындары ойошторолдо, бейеү сәнғәте, рәссамдар ижады менән танышыу кисәләре үтте. 20 мартта китапханала “Ҡурайҡай, әйҙә уйна, яңғыра!” ҡурай шоуы менән “Ант” төркөмө сығыш яһаны.
Үҙенсәлекле музыкаль лекция алдынан 24-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Рушана Нуғайғолова Ш. Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырын һөйләгәс, “Ант”, “Сәләм” йырын башҡарып, барыһын да сәләмләне. Йәнле әңгәмәлә Алмас Айрат улы ҡурайҙың тауыш теҙмәһе, башҡа инструменттарҙан айырылыуы, өзләү техникаһын ҡулланып, рок-музыка диапазонына ла “үрелеү” мөмкинлеге тураһында миҫалдар менән сығыш яһаны. Бер ыңғайы ул тыуған илгә, Башҡортостанға һөйөү, уны һаҡлау һәм ҡәҙерләү тураһында ла һөйләне. Был көндө “Ант”, башҡорт йыр-көйҙәренән тыш, “ДДТ” төркөмөнөң “Башкирский мед” йырын да башҡарҙы.
Билдәле башҡарыусылар менән осрашыу балалар өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Улар легендар көй-моңдарҙы, йырҙарҙы йотлоғоп тыңланы, башҡорт халҡының камил музыка инструменты – ҡурай тураһындағы белемен арттырҙы. Сара аҙағында артистар менән күмәкләшеп фотоға төштөләр, автограф алдылар.
Гүзәл ЗАКИРОВА, 18-се балалар китапханаһы мөдире:
– Осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалдым. Балалар концертты оҡшатмаҫ, шау-шыулы булыр, тип уйлағайным, ләкин үҙ эшенең оҫталары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов уҡыусылар иғтибарына бик ҡыҙыҡлы шоу тәҡдим итә алды.
Бындай кимәлдәге сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, тигән фекер ҡалды. Балалар йырсыларҙы, уларҙың инструменттарын күрә, йыр-моңдары менән таныша. Театр артистары, музей хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра, мәҙәни яҡтан үҫтерә. Аҙналыҡ музыкаға бәйле булғас, музыка мәктәптәре лә беҙҙең менән бергә эшләһен ине, тигән фекерҙәбеҙ.
“Ант” төркөмөнөң беҙҙең китапханаға килеп сығыш яһауы, һис шикһеҙ, оло ваҡиға. Бөгөнгө тамашаны 24-се мәктәптең – 4-се, 25-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусылары, китапхананың волонтерҙары һәм башҡалар ҡараны.
Әйткәндәй, был саралар баш ҡаланың үҙәкләштерелгән балалар китапханалары селтәре үткәргән “Библиокапель – 2014” аҙналығы сиктәрендә үтте.
Алмас ҒАФАРОВ, “Ант” төркөмө йырсыһы:
– Cараны бик һәйбәт үткәрҙек тип әйтергә була. Сөнки балалар ҡурай тураһындағы сығышыбыҙҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы. Был музыка инструменты тураһындағы мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә кәрәк. Күптәр уның ҡайҙа барлыҡҡа килгәнен, үҙенсәлектәре тураһында белмәй. Ҡурай тураһындағы мәғлүмәтте, башҡорттар менән бер рәттән, рустар ҙа, татарҙар ҙа алырға тейеш. Ғөмүмән әйткәндә, халыҡ араһында музыкаль тәрбиә биреү эшен алып барыу зарур. Беҙҙең программала сиратлашып килгән ҡыҙыҡлы йырҙар, попурри формаһындағы көйҙәр ошо теманы халыҡҡа еткереүҙә ярҙам итә. Былтыр, мәҫәлән, БР Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә йәйгеһен төрлө һауыҡтырыу лагерҙарына барып, концерттар ҙа ҡуйҙыҡ. Киләсәктә лә был эште дауам итеү һәм уны дөрөҫ алып барыу талап ителә. Беҙҙең лекцияларҙан һуң кешелә ҡурайға иғтибар һәм ыңғай мөнәсәбәт уянырға тейеш. Иң мөһиме, инструменттың тарихын, мөмкинлектәрен дөрөҫ итеп күрһәтергә кәрәк. Шул саҡта ғына эш тормошҡа ашырыласаҡ. Беҙ үҙебеҙ генә быны хәл итә алмайбыҙ, ул дөйөм халыҡ мәсьәләһе булып тора. Мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә ошондай эш маҡсаты ҡуйылырға тейеш. Музыкаль мәҙәнилекте үҫтереү темаһының киләсәге бар. Башҡорт булған саҡта ҡурай ҙа яңғыраясаҡ. Шуға күрә лә ҡурай ни тиклем киң тараласаҡ – шул тиклем халҡыбыҙға ла файҙа киләсәк.
Фәниә ВӘЛИЕВА, 24-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы:
– Беҙҙең мәктәп был китапхана менән күп йылдар буйы тығыҙ бәйләнештә. Китапханасылар тураһында тик яҡшы фекерҙәмен, улар бал ҡорттары һымаҡ бик тырышып эшләй. Аҙна һайын барыһына ла оҡшаған һәм күптәр теләп ҡатнашҡан төрлө ҡыҙыҡлы викториналар, театраль тамашалар ойошторалар. Ҡыҫҡаса әйткәндә, китапхана – балаларҙың яратҡан урыны.
Бөгөнгө концерт беҙҙең өсөн сюрприз булды. Шул тиклем талантлы кешеләр менән осрашыу бүләк иткән китапханасыларға рәхмәт белдерәм. Балаларҙың янып торған күҙҙәренә ҡарап, осрашыу бик оҡшағанын күрергә була. Артабан улар ҡурайға ихтирам менән ҡарар, тип ышанам.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»