28.03.2014 Театр өсөн хеҙмәт итәләр
Театр хаҡында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, күҙ алдына артистар, режиссерҙар килә. Ә бит был мөғжизәләр илендә уларҙан башҡа ла бихисап һөнәр эйәһе хеҙмәт итә.
Тамашасы хөкөмөнә сығыр алдынан спектакль әллә күпме “юл” үтә. Тәүҙә режиссерҙар әҙәбиәт бүлеге менән берлектә нәҡ ошо театрҙа ҡуйылырлыҡ пьеса табыу өҫтөндә эшләй. Унан инде ролдәр бүленә, “өҫтәл арты” репетициялары башлана. Был ваҡытта композитор режиссерҙың талабына ярашлы музыка яҙа йә театрҙың музыка бүлеге хеҙмәткәрҙәре спектаклгә тап килерлек әҙер көйҙәр эҙләй, рәссам-ҡуйыусы декорация һәм костюмдар өҫтөндә эшләү менән мәшғүл. Артабан костюмдар тегеү бүлеге ул әҙерләгән эскиздар буйынса эш башлай йәки костюмдар һаҡлау бүлеге сәхнәлә кейер өсөн кейем-һалым хәстәрләй. Аҙаҡтан инде, репетициялар сәхнәгә күскәс, биҙәү бүлеге оҫталары декорацияларҙы урынлаштырып, реквизиторҙар үҙҙәре әҙерләгән ваҡ, әммә бик кәрәкле әйберҙәрҙе килтерә. Мәҫәлән, өҫтәл өҫтөнә түшәлгән ашъяулыҡ менән уның өҫтөндә торған ваза, кәрәкле ҙурлыҡтағы сәйнүк, сыбыртҡы, берәй хайуан һыны – барыһын да, рәссамдың күҙаллауына таянып, улар эшләй. Шул уҡ ваҡытта гример артистарға образдар уйлап табырға ярҙам итерлек элементтар эҙләй, пастижер парик, һаҡал-мыйыҡ әҙерләү менән мәшғүл.
Бөгөн, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, шаршауҙың ситен генә күтәреп, сәхнә арты тормошо менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләүсе ғаилә парҙары аша таныштырырға ҡарар иттек.
Шулай итеп, сәхнә арты тормошона сәйәхәткә рәхим итегеҙ!
Театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов театр тип аталған “тере организм” менән бына инде сирек быуаттан ашыу етәкселек итә. Талапсан, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле итеп белә уны коллектив. Ҡала һәм республика етәкселәре һәм йәмәғәтселек алдында ҙур абруй ҡаҙанған оҫта етәксе янында хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙҙәрен яҡлаулы, аяулы итеп тоя. Дамир Мәжит улының эше юғары баһалана: ул РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемдәрен лайыҡлы йөрөтә. Шулай уҡ Сибай ҡалаһы халҡы ла, сәнғәтте үҫтереүгә һалған көсөн ололап, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия менән бүләкләне. Шулай ҙа уның ни тиклем оло артислыҡ таланты барлығын белгәндәр был шәхесте артист булараҡ та күрмәүе тамашасы өсөн ниндәй ҙур юғалтыу икәнен аңлай, әлбиттә.
Уның хәләл ефете Земфира Ғөзәйерова – ғаиләлә генә түгел, эштә лә яҡын кәңәшсеһе. Земфира ханым театрға тиклем балалар сәнғәт мәктәбе директоры булып эшләне, бөгөн хеҙмәт юлын Сибай башҡорт дәүләт драма театрында труппа мөдире һәм тәржемәсе булараҡ дауам итә. Һәр артист тураһында ул барыһын да белеп тора, театрҙа уларҙың өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итә. Спектакль ваҡытында ла рус телле тамашасы спектаклде нәҡ уның тәржемәһендә ҡарай һәм тыңлай.
Ижади коллективта әлеге көндә бар ғүмерен ошо һөнәргә арнаған, үҙ һөнәре оҫталары булған, республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылыу яулаған Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғолова, “Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн” Рәсәй Федерацияһы билдәһе менән бүләкләнеүсе Марсель Хоҙайғолов эшләй. Улар йәштәр өсөн ысын сәхнә оҫталығы дәрестәрен биреүселәр ҙә.
Марсель Хоҙайғолов һәм уның хәләл ефете Рәмилә ханымдың икеһенең бергә Сибай театрында эшләүҙәренә тиҙҙән бер быуат! Йыш ҡына улар сәхнәлә лә партнерҙар булып уйнай. Күптән түгел Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!” комедияһында ирле-ҡатынлы Миһран бабай менән Бибисара әбей образдарын һынландырҙылар. Әйткәндәй, был тамашаға баш ҡала халҡын 30 мартта көтөп ҡалабыҙ.
Халыҡ артистары менән бер рәттән, театр сәнғәтенә республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, Марс Итбаев, Әлфирә Йосопова, Венер Сөнәғәтов, Айгөл Хәкимова, Фариза Хәсәнова һәм Рәдиф Яныбаев хеҙмәт итә.
Костюмдар һаҡлау бүлегенең баш белгесе булған хәләл ефете Фәүнә Мәснәүи ҡыҙы менән бер коллективта эшләү талантлы Юнир Ғәйнуллинға еңелерәк тә, күңеллерәктер ҙә, тибеҙ. Ғәйнуллиндар икеһе лә бына инде сирек быуатҡа яҡын театрҙа эшләй. Гастролдәрҙә лә улар һәр саҡ бергә. Үҙ эшен яратып башҡарған Фәүнә Ғәйнуллина һәр артисҡа ниндәй кейем килешерен дә, уларҙың үлсәмдәрен дә белеп тора. Һығылмалы холоҡло, килеп сыҡҡан төрлө хәлдәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә алыуы менән дә коллективта абруй ҡаҙанған ханым ул. “Спектаклдә артист кейергә тейешле костюмды тегеү бүлеге (етәксеһе – Альбина Ҡурсаева) беҙгә тапшыра, йә магазиндарҙан һатып алабыҙ. Спектаклгә кәрәк булған осраҡта, иҫкереп бөткән күлдәктәр, аяҡ кейемдәрен дә төрлө ерҙән эҙләп алырға тура килә”, – ти ул.
Бынан тыш, Фәүнә ханым театр кафеһы мөдире вазифаһын да уңышлы башҡара. Уның бешергән тәмле бөйөрөктәрен театр халҡы үҙ итә, репетициялар ваҡытында тәнәфескә туҡтағанда, барыһын да ошо кафела табырға була, сөнки тәмле еҫтәр әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора.
Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова – театрҙа төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар иҫәбендә. Үҙ өҫтөндә даими эшләүсе, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан артист тип белә уны коллегалары. Ире Фәнзил Мөртәйләков менән бер коллективта эшләүе лә уға ҙур терәк. Фәнзилдең театрҙа хеҙмәт итеүенә лә былтыр егерме йыл булды. Ул – декорация бүлеге етәксеһе. Өҫтәүенә, рәссам-яҡтыртыусы вазифаһы ла был тырыш, ижади ҡарашлы кешегә ышанып тапшырылған. Спектакль барышында ҡасан ниндәй утты биреүҙе, сәхнәнең ҡайһы мөйөшөн яҡтыртыуҙы ла тик ул ғына белә һәм хәтерендә тота. Ф. Мөртәйләковтың эш бүлмәһенә барып ингән кеше унда торған бихисап төймәле олоғара аппаратты күреп, аптырашта ҡала. Уның серен дә бары Фәнзил генә белә. Рәссамдарҙың да уң ҡулы ул. Декорацияны тап улар уйлағанса, еренә еткереп эшләү Ф. Мөртәйләков етәкселек иткән бүлектең иңендә. Был бүлектең алмаштырғыһыҙ белгесе Наил Әхмәтов та инде үҙ эшенең оҫтаһы булып үҫеп еткән.
Театр эшмәкәрлегенең тағы бер яғын асып һалыу өсөн театрҙа инде күптән эшләп килгән Әбдрәшитовтар ғаиләһенә туҡталайыҡ. БР-ҙың халыҡ артисы Нурзиә Әхмәт ҡыҙы республика тамашасыһына яҡшы таныш. Сәхнәлә ул тыуҙырған образдарҙан А. Мөбәрәковтың “Бисәкәй”енән Утлыбикә, Т. Миңнуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”нән – Хәнифә, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәренән Тәңкәбикәне атау ҙа күп нәмә тураһында һөйләй. Нурзиә Әбдрәшитова театр сәнғәтенә утыҙ биш йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Уның тормош иптәше Риза Ғәҡиф улы – театрҙа күптән эшләүсе водитель. Гастролгә артистарҙы алып барып, имен-һау йөрөтөп алып ҡайтыу – минең мөҡәддәс бурысым, ти ул. Иғтибарлы, кешелекле лә ул Риза ағай. Уларҙың ике улы ла, бер килене лә күңелдәренә ятҡан эште театрҙа тапҡандар. Оло улдары Илгиз Әбдрәшитов, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, шулай уҡ сәхнәлә ижад итә. Ул тамашасыларға “Ғүмерлек ғазап”та (С. Әбүзәр) лейтенант, “Алтынсәс”тә (Н. Воронов) һатлыҡ йән Нияз, “Хикмәтле күл”дә (М. Багаев) хакимиәт башлығы ролдәре буйынса таныш. Илгиздең хәләл ефете Айгөл театрҙың именлек хеҙмәтендә эшләй. Ә инде Әбдрәшитовтарҙың кесе улы, директорҙың төп эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Илнур тураһында театрҙың башҡарма директоры Айгөл Ғәйнуллина: “Ошо вазифала ул үҙен тулыһынса асты, эшенә етди ҡарай. Элегерәк ҙур ҡалаларҙа үткән дәүләт программалары буйынсамы, башҡа мөһим гастролдәр булһынмы – үҙемә генә ойошторорға тура килә ине. Ә хәҙер Илнур Әбдрәшитовҡа был осраҡта эште ышанып тапшырырға була”, – ти.
Марс Итбаев тормош иптәшен Сибайға килгәс тап итә. Ул – театрҙа эшләүсе грим оҫтаһы һәм пастижер (париктар, һаҡал-мыйыҡ эшләү оҫтаһы) Гүзәл ханым. Икеһе ике төрлө һөнәр булһа ла, Г. Итбаева уларҙы үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара. Уның тылсымлы ҡулдары аша үткән артисты танымай торһаң да ғәжәп түгел. Гүзәл һалған грим йәш актриса Дания Ғөбәйҙуллинаға ла “Ғүмерлек ғазап” мелодрамаһында оло йәштәге ҡатын образын һынландырырға ярҙам итте.
Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: тиҙҙән Өфө тамашасыһы БР-ҙың атҡаҙанған артисы Марс Итбаевты М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһында ойоштороласаҡ театр гастролдәре ваҡытында Н. Ғәйетбайҙың “Эңер төшкәндә” драмаһында күреү бәхетенә ирешәсәк. Инде ике тиҫтә йылдан ашыу Сибай театрына, республика тамашасыһына хеҙмәт иткән артиста үҙенә бирелгән теләһә ҡайһы образды ла һынландыра алыу һәләте бар.
“Шул тиклем итәғәтле, ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәт, бер эште лә айырып ҡарамайынса, еренә еткереп эшләүсе хеҙмәткәр”, – ти уның хаҡында хужалыҡ бүлеге мөдире Рәсимә Сирғәлина. Ысынлап та, театрға тиҫтә йыл элек эшкә килгән Ҡанат Аткенов йылылыҡ, һыу торбалары системаһы эшен яйға һалды. Бар эште лә ихлас, күңел биреп башҡара. Хәләл ефете Әлфиә апай – автотранспорт бүлегендә именлек хеҙмәтендә. Шулай уҡ үҙен тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Ул да театрҙа ун йылдан ашыу эшләй.
Ә был матур пар, һәр саҡ йылмайып йөрөүҙән тағы ла күркәмерәк күренә. Һүҙ – йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, талантлы һәм тырыш артистар Айгөл һәм Урал Зәйнуллиндар хаҡында. Һуңғы йылдарҙа Уралды тамашасы “Әллә өйләнергә инде?..” (Э. Йәһүҙин) комедияһында – Сәлим, “Ғүмерлек ғазап”та бригадир Мәхмүт ролендә күрһә, Айгөл “Хикмәтле күл”дә – Гөлдәр, “Эңер төшкәндә” драмаһында Наҙгөл ролдәрен башҡара. Көньяҡ төбәк райондары халҡы йор һүҙле Уралды төрлө байрам сараларын күңелдәрҙә матур хәтирә ҡалдырырлыҡ алып барыусы итеп тә белә.
Юғарыла атап үтелгәндәрҙән тыш, театрҙа артистар Резеда Сафиуллина, Вадим Ғилманов, Салауат Вәлиев, Морат Амантаев, Арсен Шәйхисламов, Зәлиә Хафизова, Залина Сөләймәнова, Нурзилә Мөхәмәтйәнова, Ләйсән Ишмөхәмәтова, Рима Саникина, Эльмира Тимерова, Юнир Мансуров эшләй.
Бына шулай, хөрмәтле тамашасы, сәхнә артында һәр кем үҙ эшен белеп, яратып башҡара. Шуға күрә лә тормош унда гөрләп тора.
Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге
етәксеһе.
Әлиә Йәғәфәрова фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»