RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҮҘЕ ЮҠТА ЛА... дәресе дауам итә...

28.03.2014 ҮҘЕ ЮҠТА ЛА... дәресе дауам итә...

ҮҘЕ ЮҠТА ЛА... дәресе дауам итә... Быйыл февраль аҙағында, март айы башында баш ҡалабыҙ Өфөлә йыраусы ҡурайсылар­ҙың Әҙһәм Динислам улы Исҡужин исемендәге IV асыҡ ҡала конкурсы уҙҙы. 2008 йылда ҡурайсының тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сара матур йолаға әүерелеп, быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Конкурсты ойоштороу­сылар – Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, уның мәҙәниәт бүлеге һәм Башҡортостан Ҡурайсылар союзы. Башҡор­тостан Ҡурайсылар союзы ти­гәндә беҙ иң тәүҙә уның төп өлөшөн, ядроһын тәшкил итеүсе Әҙһәм Исҡужиндың шәкерттәре Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишмөхәмәт Ғә­ләүетдинов, Риф Ғәбитов, Әнүәр Шафиҡов, Зыя Хәлилов, Роберт Юлдашевты һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Ҡурайсыларҙың атаһы

Әҙһәм Исҡужиндың остазы булыуын ғорурлыҡ менән һәр ваҡыт телгә алыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов Әҙһәм Исҡужин хаҡындағы иҫтәлектәр тупланған “Әҙһәм ҡурайы” китабында (“Китап”, 2009 йыл,165-се бит) уның хаҡында: “Мин 1969 йылда 1-се интернат-мәктәптең 9-сы класына уҡырға килдем. Башта иң ғәжәпләндергәне лә, һоҡландырғаны ла шул булды: дөйөм ятаҡта, дәрес әҙерләүҙән буш ваҡытта, бүлмә һайын, мөйөш һайын ҡурай моңо яңғырай, һәр өсөнсө, дүртенсе малай ҡурай уйнарға өйрәнә. Береһе “Сыңрау торна”ны сығарып маташа, белмәгән, яңылышҡан урынын шунда уҡ белгәненән һорап, дөрөҫләп ала. Бер ерҙә “Буранбай”ҙы һыҙҙыралар, икенсе ерҙә “Заһиҙә” көйө ишетелә... Бына шулай, ысын остаздың эш сәғәттәре үҙенсәлекле бара – үҙе юҡта ла дәресе дауам итә. Бындай үҙ-ара ышаныуҙың нигеҙендә, минеңсә, шул ята ине: Әҙһәм ағай һәр кемдә шәхес күрә белде, уның ҡәҙерен аңлай, ышана ине, шул уҡ ваҡытта талапсан да булды. Беҙ уға мөкиббән ышандыҡ...”
Бына инде дүртенсе тапҡыр баш ҡалабыҙҙа уҙған Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсын тамаша ҡылғандан һуң был сараға баһаны остаздың шәкертенән дөрөҫөрәк итеп биреп булмайҙыр. Эйе, Әҙһәм Исҡужин был донъяла күптән булмаһа ла, уның ҡурай, йыр, моң дәресе баш ҡалабыҙ, республикабыҙ кимәлендә конкурстар, фестивалдәр рәүешендә дауам итә. Был шәкерттең остазға биргән баһаһы ғына түгел, был халҡыбыҙ рухы күсәгилешлегенең бер шәхес йөҙөндә нисек тормошҡа ашырылыуының сағыу бер миҫалы. Бәхәс юҡ, тормошта үҙҙәре иҫән саҡта уҡ башҡарған эштәре генә түгел, исемдәре онотолған кешеләр була. Беҙ йыш ҡына “исемен мәңгеләштереү” тигәнде тура мәғәнәһендә аңлап, уның тышҡы яғын ғына, йәғни урамдарға, мәктәптәргә исемдәр биреүҙе, һәйкәлдәр, таҡтаташтар ҡуйыуҙы был йүнәлештәге төп ғәмәл тип ҡарайбыҙ. Минеңсә, исем мәңгеләштереүҙең иң дөрөҫ һәм ышаныслы юлы – теге йәки был шәхестең башлаған эшенең быуындан-быуынға дауам иттерелеүелер.
“Дөрөҫөн әйткәндә, Әҙһәм ағай – меңәрләгән ҡурайсының атаһы. Уларҙың һәр ҡайһыһы Әҙһәм ағай­ға: “Башҡорт моңон, баш­ҡорт рухын бүләк итте”, – тип, иң оло рәхмәт тойғо­һон йөрәгендә йөрөтә, тиһәк тә арттырыу булмаҫ...” – тип һүҙен дауам итә Юлай Ғәйнет­динов. Хәҙер инде Юлай ағайға өҫтәп, шуны ғына әйтергә мөмкиндер: Әҙ­һәм Ис­ҡужин меңәрләгән ҡурайсының атаһы ғына түгел, ә ҡартатаһы ла. Ни өсөн тигәндә, конкурста ҡатнашыусы ун алты йәшкә тиклемге ҡурайсылар – Әҙһәм ағайҙың уҡыу­сыларының уҡыусылары.

Конкурстың
үҙенсәлеге

Әҙһәм Исҡужин исемендәге конкурс башҡа конкурстарҙан ни яғы менән айырыла һуң? Бында йыраусының бер үк ваҡытта ҡурайсы, ҡурайсының йыраусы булыуы талап ителә. Бәйгеселәр бында йыр башҡарғанда ҡурайсы булып йырлай, ҡурай уйнағанда йыраусы булараҡ уйнай. Шуның өсөн дә йыраусының ҡурайсы булыуы уның йырын көслөрәк, үҙенсәлекле башҡарылышлы итә. Тап шуның өсөн дә йыраусыларға бирелгән “ҡурай һымаҡ итеп йырлай” тигән баһа халыҡ сәнғәтенең айырым оҫталыҡ баҫҡысын тәшкил итәлер ҙә. Әҙһәм Исҡужин исемендәге йыраусы ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүселәрҙең “Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары” кеүек моң бәйгеләрендә, башҡа ҡурайсылар конкурстарында, төрлө республика, төбәк-ара конкурс-фестивалдәрҙә гран-при яулауы был конкурстың һис бер бәйгегә оҡшамаған үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө булыуы хаҡында һөйләй ҙә инде. Был Маяковскийҙың “Шағир булмауың да мөмкин, әммә граждан булырға бурыслыһың...” тигән киң билдәле шиғыр юлдарының ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәләге күренеше. Бында шундайыраҡ аныҡлама ҡулайыраҡ булыр ине: “Ҡурайсы булыуың үҙмаҡсатҡа әүерелмәһә лә, йырҙың бар нескәлеген, моң йөкмәткеһе үҙенсәлеген бар тулылығында аңлап башҡарыр өсөн ҡурайсы булырға бурыслыһың...” Был сәнғәт өлкәһендә маһир булған бер сит милләт вәкиленең “Башҡорт халыҡ йырын башҡарыу өсөн кәмендә башҡорт булып тыуырға кәрәк” тигән һүҙҙәренә лә аңлатма булырлыҡ. Башҡорт халыҡ йырын башҡарыу өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, ә башҡорт халыҡ йырын бар нескәлегендә һәм моң йөкмәткеһенә һалынған юғарылығында башҡарыр өсөн уны ҡурайҙа ла башҡарыуың мотлаҡ. Әҙһәм Исҡужин исемендәге конкурстың төп үҙенсәлеге һәм перспектив әһәмиәте тап ошонда. Бер үк ваҡытта ҡурайсы ла һәм йыраусы ла булыуҙың иң юғары оҫталығына өлгәшеүсе, уларҙы органик рәүештә берләштерә алыу­сы Буранбай, Байыҡ, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙең, Әбүбәкер Хөсәйеновтың, Ғата Сөләймә­новтың, Әбделғәфи Бүлә­кәновтың, Ишмулла Дилмөхәмәтов­тың, Әҙһәм Исҡужиндың булыуы бының аныҡ миҫалы.

Гран-при эстафетаһы

Республика, төбәк-ара йыр, бейеү, ҡурай конкурстарында һуңғы ваҡытта шундай һүҙҙәр йыш ҡабатлана башланы: “Баймаҡ районының Буранбай ауылынан сыҡҡан бәйгеселәрҙең үҙҙәренә айырым номинация булдырып, уларҙы дөйөм ҡатнашыусыларҙан айырым баһаларға кәрәк. Ни өсөн тигәндә улар­ға барыбер гран-при бирергә тура килә, башҡаларҙың да бындай бүләккә хоҡуғы бар бит. Буранбайҙар булғанда уларға гран-при тәтемәйәсәк...”
Ошондай уйынлы-ысынлы һүҙ­ҙәр­ҙең төбөндә ниндәйҙер кимәлдә хәҡиҡәт тә ята шул. Әйткәндәй, был һүҙҙәр туранан-тура Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсына ла ҡағыла. Әгәр ҙә был хәҡиҡәтте дүрт тапҡыр уҙған конкурстар теҙмәһендә ҡараһаҡ, шул күҙгә ташлана: 2008 йылда үткән I асыҡ ҡала конкурсында гран-приға Йылайыр районынан Илшат Солтангәрәев лайыҡ булһа, 2009, 2011 йылғы конкурстарҙа Буранбай ауылы егеттәре Рәмил Ҡотдосов менән Иҙел Аралбаев гран-при яуланы. Быйыл иһә буранбайҙарҙың гран-при эстафетаһы егеттәрҙең ауылдашы, улай ғына ла түгел, уҡытыусыһы Фәттәх Аралбаевҡа тапшырылды. Шул уҡ ваҡытта конкурстың 1-се урынына дүртенсе Буранбай егете Юнир Һағынбаев сыҡты.
2-се урынға лайыҡ булыусылар – Фәнил Кинйәғолов менән Вафа Мәүлетов, ә 3-сө урынды Камил Илембәтов, Илдар Юнысов һәм Илмир Ҡоҙабаев яуланы. Бынан тыш, ун алты йәшкә тиклемге һәм унан өлкән 12 ҡурайсы конкурстың лауреаты булды.

Ҡурайсы намыҫы

Гала-концертта конкурстың ба­ғыу­сыһы, Әҙһәм Исҡужиндың уҡыу­сыһы Әкрәм Алдаров үҙенең сығышында: “Башҡорттоң йәне – уның ҡурайында. Әгәр ҙә киләсәктә ҡурайсыларыбыҙ булһа, моңдарыбыҙ яңғыраһа, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк”, – тигән һүҙҙәрҙе әйткәйне. Киң мәғәнәгә эйә бик тапҡыр һүҙҙәр улар. Юҡҡа ғынамы элек-электән “ҡурайсы”, “халыҡ”, “на­мыҫ” төшөнсәләре бер үк мәғәнәлә яңғыраған. Ысынлап та, улар синонимдар. Әҙһәм Исҡужин үҙенең шәхси тормошо өлгөһө, милләттәштәренә, туғандарына, бигерәк тә шәкерттәренә мөнәсәбәте менән ошо хәҡиҡәтте бермә-бер раҫлаған, раҫлай һәм раҫлаясаҡ.
Юғарыла телгә алынған китапта килтерелгәнсә, Әҙһәм Исҡужин был тәңгәлдә түбәндәгесә фекер йөрөтә: “Ҡурайсы намыҫы төшөнсәһенә килгәндә иһә, беренсенән, намыҫ һәр кем өсөн мотлаҡ әхлаҡи норма. Ҡурайҙа уйнаусы үҙ намыҫына тап төшөрһә, мәҙәни мөхиттә саф һауа боҙола. Һәм ул нисек кенә яҡшы уйнамаһын, ҡурайсы исеменә лайыҡ түгел. Ата-бабаларҙан аманат булып килгән был исем таҙа килеш һаҡланырға тейеш...” Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ...” тигән шиғыр юлдары менән ауаздаш яңғырай был һүҙҙәр.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы